

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Аһылай"
Һиңә ҡарап, һоҡланамын,
Һай, матурһың ҡайһылай!
Учалымдың бер йәме һин, -
Данлы ауыл - Аһылай!
Ҡояшлы, зәңгәр күгеңде
Ҡарлуғастар ҡайсылай.
Дан шағир биргән төбәк һин,
Илһам иле, Аһылай.
Йөрәккә майҙай яғыла,
Күңелгә илһам һылай.
Ҡөҙрәтле һин, тылсымлы һин,
Иманлы ер - Аһылай!
Донъя урап, ҡайтып киләм,
Ҡаршы ала - Аһылай.
...Тыуған ерем, рәхмәт һиңә, -
Бәхетлемен ҡайһылай!