Яйыҡ
+24 °С
Облачно
Новости
18 Мая , 10:45

Айнурыбыҙҙың иҫтәлегенә Өфөлә таҡтаташ асылды

"Ут яуһа ла, бирешмәнең, Ҡан аҡты йәрәхәттән. Хатта дошман ҡаушап ҡалды Һин ҡылған батырлыҡтан".

Айнурыбыҙҙың иҫтәлегенә Өфөлә таҡтаташ асылдыАйнурыбыҙҙың иҫтәлегенә Өфөлә таҡтаташ асылды
Айнурыбыҙҙың иҫтәлегенә Өфөлә таҡтаташ асылды

Ошо көндәрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетында моңһоу тантана үтте –   МХО-ла батырҙарса һәләк булған өлкән лейтенант, Өргән ауылы егете   Сәғитов Айнур Илдар улының яҡты иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Уның турала яҙғайныҡ инде – Авиация университетында  инженер һөнәре менән бер ыңғайы Хәрби әҙерлек үҙәгендә  офицер дәрәжәһен алған Айнур Илдар улы 2022 йылдың октябрь айында өлөшләтә мобилизация сиктәрендә әрмегә саҡырыла. 428-се мотоуҡсылар полкының 10-сы рота командиры итеп тәғәйенләнә. Өлкән лейтенант  яу ҡырында  һынатмай, киреһенсә, һалдаттарға, яуҙаштарына терәк һәм өлгө була.

2024 йылдың 21 апрелендә яу ҡырында башын һалды,  хәрби юлы Ҡаһарманлыҡ ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби шанлылыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән билдәләнә.

...Ныҡ әйбәт, саф күңелле егет була ул, ауылдаштары: “Ул уҡыған мәктәпкә лә таҡтаташ ҡуйылһын ине”, - тип теләк белдерә.

 

Малай саҡтан тырыш, сәмле,
Маҡсатлы булдың, Айнур.
Күңелдәрҙе йылытыусы, -
Булдың һин бер яҡты нур!
Ҡурайҙа матур уйнаның,
Шөғөлләндең спорт менән.
Изге уйлы, ипле булдың,
Яҡтылыҡ бөрктө һинән!
Матур хыялдар ҡорҙоң һин,
Тора белдең һүҙеңдә.
Иман, тәүфиҡ, башҡорт рухын, -
Йөрөттөң һин үҙеңдә!
Маҡсат ҡуйҙың, уҡып сыҡтың,
Булдың һәйбәт инженер.
Ҡыйыу рухлы илһөйәргә
Ҡәҙерле шул тыуған ер!
Кәрәк булғас, яуға индең
Шулай ҡуша хәрби ант.
Данлы рота командиры,
Ҡыйыу, өлкән лейтенант.
...Уңай позиция яулап,
Дошманды ҡырып - атып.
Экскаваторға менеп,
Тиҙ генә окоп ҡаҙып.
Күпме һалдатты ҡотҡарҙың
Үлем, ут- ғәрәсәттән.
Ут яуһа ла, бирешмәнең,
Ҡан аҡты йәрәхәттән.
Хатта дошман ҡаушап ҡалды
Һин ҡылған батырлыҡтан.
Иһ, был тормош торһа икән
Яҡтылыҡ, матурлыҡтан!
Ир-егетте яуға кертә
Илһөйәрлек, хәрби ант.
Дошмандарҙы еңер өсөн
Кәрәк ҡыйыулыҡ, талант.
Айнур, һин бик ҡыйыу яугир,
Ҡурҡыу һәм шик һиңә ят.
Ғорур һәм батыр йөрәкле,
Һеҙҙең нәҫел, һеҙҙең зат!
Ауылдашым, дан командир,
Һиңә хөрмәттәрем ҙур.
...Яҡты рухың күңелдәрҙә, -
Йәшәй һәм йәшәр, Айнур!

                    Рамай Ҡаһир

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас