Яйыҡ
+24 °С
Облачно
Новости
18 Мая , 10:30

Һуңлаған үкенес

Яңы йыл төнөндә барыһы ла селпәрәмә килде. Ә бит был уның өҙөлөп көткән кисе ине. Рәил үҙенең хис-тойғоларын йырға һалды. Бөгөн ул уны мотлаҡ Сәлиәгә йырлаясаҡ. Һәм үҙенә кейәүгә сығыуын һораясаҡ. Егет тулҡынланып кеҫәһен ҡапшаны. Бына ул матур балдаҡ. Был балдаҡты һатып алыу өсөн уға өс ай төрлө эштәрҙе башҡарырға тура килде. Сөнки студенттың артыҡ аҡсаһы юҡ. Уҡыуынан тыш эше булһа ла, әсәһенә ярҙам иткәс, бик үк артмай. Ә Сәлиә ошо балдаҡты уға алтын сылбыр ҡарарға ингәндә оҡшатҡайны. Һатыусы ҡыҙ мөләйем йылмайып: “Был балдаҡты ғәҙәттә тәҡдим яһағанда һатып алалар”,-тине.

 

Егет Сәлиәһенең үҙенә инәлеп ҡарағанын тоя ине, әммә аҡсаһы етмәй ине шул. Ҡыҙҙың муйынына сылбырҙы эләктергәс, “киләсәктә мотлаҡ алып бирермен, йәме” тип бышылданы.

Сәлиәнең күҙҙәренән йәштәр килеп сыҡты. Ошо хәлдән һуң ул оҙаҡ уның менән һөйләшмәй йөрөнө. Һәм бына бөгөн ул уны һөйөндөрәсәк! Студенттар шау-гөр килеп табын артына йыйылды. Тик Сәлиә генә һаман юҡ. Рәил ишеккә текләп-текләп ҡарай, түҙмәй, кем нимә һөйләгәнен ишетмәй ҙә. Янында ултырған Гөлмира уны тынысландырырға теләп: “Борсолма, хәҙер килеп етер”,-тине.

Улар беренсе курстан дуҫтар. Гөлмира Рәилгә һәр яҡлап ярҙам итергә ынтылып ҡына тора. Хатта әсәһе бер: “Ошо Гөлмираны кәләш итеп алып булмаймы?”-тип ҡуйғайны. Рәил көлдө генә. Сөнки ҡыҙ уның иң-иң яҡын дуҫы. Бына балҡып Сәлиә килеп инде. Тик... Ул ят бер егет менән етәкләшеп алған. Был барыһын да аптыратты. Сөнки ҡыҙҙың Рәил менән осрашҡанын барыһы ла белә. “Ә бына беҙ килеп тә еттек! Көтмәгәйнегеҙме?”-тип көлдө Сәлиә.

Үҙе егеттең ҡулын ысҡындырмай. Улар Рәил алдындағы буш урынға килеп ултырҙы. Бейергә тип өҫтәл артынан торғас Рәил ҡыҙ янына килде. “Сәлиә, бәлки, аңлатырһың, был кем ул? Мин һинең өсөн йыр яҙҙым, тәҡдим яһарға уйланым”,-тине. Сәлиә уны тәүгә күргәндәй шарҡылдап көлдө лә: “Раильчик, һинең бүләктәрең һауалағы йондоҙҙар, йырҙар... Ә миңә ҡулыма кейерлек, кеҫәмә һалырлыҡ, бай йәшәрлек бүләктәр кәрәк. Хәйерсегә кейәүгә сығырға йыйынмайым”.

Рәил сығып китте. Ҡайҙалыр сәғәттең ун икене һуҡҡаны ишетелде. Егет битен көйҙөрөп аҡҡан йәштәрҙе тойҙо. Ул ниндәйҙер йәштәргә барып ҡушылды. Үҙенә пластик стаканда һуҙылған араҡыны төп күтәреп эсеп бөттө. Унан тағы, тағы... Өс көндән уны Гөлмира килеп тапты. Хәле бөткән егетте бүлмәһенә һөйрәтеп алып ҡайтты. Рәилдең үҙен ҡыуыуына ла, әрләүенә лә иғтибар итмәне. “Кит, хәйерсе эргәһенән кит! Һеҙгә бит аҡса ғына кәрәк!”-тип ҡысҡырҙы ул. Гөлмира егеттең янып барған башын һыйпап янында ултырҙы. Унан тынысландырыу өсөн ниҙер һөйләне лә һөйләне.

...Ҙур ҡаланың офисына эшкә урынлашырға килгән Сәлиә көҙгөгә ҡарап-ҡарап алды. Утыҙ йәшен тултырһа ла, ул һаман матур, егеттәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Тик бына шәхси тормошонан уңып булмай. Бай егеттәр менән йөрөп китә лә, улары бер-ике осрашҡандан һуң юҡҡа сыға. Әле бына яңы перспективалы фирмаға секретарь-референт кәрәк булыуын ишетеп килде. Был тирәлә бай ирҙәр күп булырға тейеш. Шул саҡ янынан үтеп киткән Рәилде күреп терт итеп ҡалды. Ҡиммәтле костюм, мөһабәт кәүҙә, ышаныслы аҙымдар... Сәлиә бер офис хеҙмәткәренән “был кем” тип һораны. Тегеһе аптырап ҡараны ла, “Был беҙҙең хужа, фирма етәксеһе Рәил Рафилович”-тине.

Сәлиә ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. Бына бит, бәлки эшкә лә урынлашырға кәрәкмәҫ. Рәилдең үҙен нисек яратҡанын белә ине ул. Бындай мөхәббәт үтмәй ҙә, онотолмай ҙа тигән уй менән Рәилдең ишеген ҡаҡты. Йылмайып янына уҡ килеп баҫты. Рәил ҡаршыһындағы ултырғысҡа ымланы. Сәлиә йылмайып барып ултырҙы. “Мин һеҙҙең резюмены ҡараным. Һеҙ беҙгә тура килмәйһегеҙ. Инглиз телен бик яҡшы белгән кеше кәрәк беҙгә”,-тине Рәил.

Сәлиә аптырап: “Раильчик, был бит мин!”-тине. “Мин таныным һеҙҙе. Тик курсташ булған өсөн генә эшкә ала алмайым. Хуш булығыҙ!”-тине. Шул саҡ ишек асылып китте лә бәләкәй генә ҡыҙсыҡ “Атай!” тип йүгереп килеп Рәилде ҡосаҡлап алды. Уның артынан ингән сибәр генә йәш ҡатын: “Ғәфү ит, һөйөклөм, мин уны тота алманым”,-тине.

Модалы кейенгән, йөҙө бәхеттән янып торған ҡатында Сәлиә Гөлмираны танып иҫе китте. Ул ипләп кенә баҫып сығып китте. Бәхетле ғаиләнең көлөшә-көлөшә ҡиммәтле машинаға ултырып китеүен иҫе китеп ҡарап тороп ҡалды Сәлиә. Ул урам буйлап китте. Үҙе бер туҡтауһыҙ “Кем генә белгән, кем генә белгән Рәилдең шундай үрҙәргә етәсәген...” тип ҡабатлай ине...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

https://hakmar.ru/articles/rukhi-t/2025-08-27/u-la-an-kenes-4364573

Автор:Алия Даутова
Читайте нас