

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Ғәҙелша"
Йылға һыуы таҙа һәм саф,
Тәбиғәтең хозур ҡалай!
Гүзәл ерҙәр күргәнем юҡ,
Тыуған яғым, Ғәҙелшалай!
Шунда тыуып, уйнап үҫтек,
Һин - һылыу ҡыҙ, мин - сос малай.
Беҙҙең өсөн ҡәҙерлерәк
Ауыл юҡ ул, Ғәҙелшалай!
Бына тағы күңелемде
Моңло, шиғри хистәр ялмай.
Күркәмерәк ер табалмам, -
Тыуған яғым, Ғәҙелшалай!
Халҡың һинең дәртле, тырыш,
Иманлы һәм ипле, ябай.
...Шуның өсөн күңелемдә, -
Йырҙар тыуа, хистәр ҡайнай!