Яйыҡ
+24 °С
Облачно
Новости
20 Мая , 03:17

"Амангилде"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ

"Амангилде""Амангилде"
"Амангилде"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Амангилде"
Һағындым мин тыуған яҡты,
Һиңә тағы ҡайтҡым килде.
Күңелемдең ҡояшы һин, —
Тыуған яғым, Амангилде!

Егеттәрең һинең ҡыйыу,
Ҡыҙҙар һиндә - шундай елле!
Минең күңел түрҙәрендә
Йәшәйһең һин, Амангилде!

Һинең яугир, моңло халҡың
Күңелемә иман бирҙе.
Сал тарихтың бер сатҡыһы,
Күк ҡурайлы, Амангилде!

Ситтә йөрөп, һағынғанда -
Сафтарҙан - саф туған телде.
Һиңә тартыла күңелем —
Башҡорт иле, Амангилде!

Күңелкәйем тулышты ла,
Тағы һиңә ҡайтҡым килде.
...Был донъяның ожмахтары
Һин дә икән, Амангилде!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас