Яйыҡ
+16 °С
Ясно
Новости
20 Мая , 11:00

Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк

Йыл һайын үткәрелгән “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә Учалы районыныда “Сәләмәтлек поезы” - күсмә медицина комплекстары менән күсмә медицина бригадаһы эшләй башланы. Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм “Оҙон ғүмерлелек һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Сәләмәт республика - сәләмәт төбәкСәләмәт республика - сәләмәт төбәк
Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк

 

“Сәләмәтлек поезы” – ул ябай бер сара ғына түгел, ә Башҡортостандың алыҫ ауылдарында йәшәүселәрҙең һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән системалы эш. Һәм иң мөһиме, был эш сара тамамланғандан һуң да дауам итә, пациенттарға ваҡытында һәм квалификациялы дауалау тәьмин итә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Сәләмәтлек поезы” ысынлап та кешеләрҙе ҡотҡара!

12 майҙа Илсеғол-Миндәк маршруты буйынса сыҡҡан медицина комплекстары Илсеғол, Туңғатар, Сәфәр, Учалы, Ахун, Уральск, Миндәк ауылдарында эшләйәсәк.

Илсеғолда ике көн эсендә табиптарға ун ауылдан 425 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 208 - терапевтҡа, 30 – ы – эндокринологҡа, 25 – е - кардиологҡа, 40-ы – акушер-гинекологҡа, 85-е – педиатрға күренгән. Тикшереү барышында 28 кешенең хәүеф факторына ҡарауы асыҡлана.

Комсомольскиҙа ла халыҡ табиптарҙың килеүен айырыуса түҙемһеҙлек менән көтөп алды - бигерәк тә оло йәштәгеләр.

Фельдшер Роза Вәхитова һәр килгән кешене ҡаршы алып, теркәп тора. Туңғатар табип амбулаторияһына ҡараған Поляковка, Вознесенка, Комсомольск, Әбсәләм, Ҡужай, Шәрип, Аҙнаш, Ҡарт Муйнаҡ, Иҫке Балбыҡ, Кәрим, Ҡорама ауылдары халҡы килгән бөгөн табиптарға күренергә.

Алыҫ ауылдарҙа йәшәгәндәр табипҡа күренә һалып та бармай. Мәҫәлән, бөгөнгө пациенттарҙың бик аҙы ғына Учалы район дауаханаһына барып күренгәне булған. Беренсе көндә үк беренсегә асыҡланған сирҙәр теркәлгән

Мобиль комплекста ҡанға биохимик анализ бирҙеләр, ЭКГ, флюорография, спирография,  маммография үттеләр. Шулай уҡ тар белгестәр ҙә - ревматолог, онколог, кардиолог, ЛОР һәм башҡа табиптар ҡабул итеү ойошторҙо.

Спирография үтергә лә сират байтаҡ ине. Үҙәк район дауаханаһының функциональ диагностика шәфҡәт туташы Гүзәл Камалова пациенттарҙы ихлас ҡабул итә.

-Аппарат үпкәләрҙең күләмен, тын алыу тиҙлеген һәм тын юлдарының үткәреү һәләтен тикшерә. Был диагностика үпкә һәм бронха ауырыуҙарын, мәҫәлән астма, йәки ХОБЛ-ды ваҡытында асыҡларға ярҙам итә.  Астматиктарға, шулай уҡ хроник бронхиттан яфаланған, ковид менән ауырыған кешеләргә үпкәләренең күләмен даими тикшертеп торорға кәңәш ителә. Бөгөн үпкә сирҙәре, тәмәке тартҡан кешеләр, астма менән сирләүселәр мөрәжәғәт итте, проблемаларын асыҡ итеп аңлаттылар, - ти ул.

Табиптарға күренеп сыҡҡан халыҡ табиптарҙан бик ҡәнәғәт. “Бик матур итеп ҡарап сығарҙылар. Үҙ йшеңә яҡшы һаҡлағаның, афарин, тип ҡыуандырҙылар. Эштәрендә уңыштар теләйем”, тип рәхмәттәр яуҙырҙы 77 йәшлек Фәниә Әлим ҡыҙы.

Туңғатар ауылынан Илдус Моратшин “Сәләмәтлек поезы”н көтөп алған тиһәң дә булалыр. Сөнки ул тап ошо акция ярҙамында ЛОР-ға күренеп ҡалған.

-Ҡолаҡ менән бәләкәйҙән яфаланам, үҙебеҙҙең участка дауаханаһында эшләгән шәфҡәт туташы, оҙаҡламай “Сәләмәтлек поезы” килә, ҡолаҡ табибы ла була, тип йүнәлтмә бирҙе. Һәр кемдең өй мәшәҡәттәренән арынып сығып китергә форсаты юҡ, Учалы беҙҙең өсөн алыҫ. Шуға ла табиптар үҙҙәре килгәндә, күренеп ҡалдым. Тейешле дауа бирҙеләр, яҙлы-көҙлө дарыуҙар эсергә ҡуштылар. Ҙур рәхмәт, тәғәйен дауалауҙы аласаҡмын”, - ти Илдус ағай.

Һөҙөмтәлә ошо проект яр­ҙамында, беренсенән, бушлай медицина ярҙамы халыҡҡа “яҡыная”, икенсенән, башҡа сирҙәр менән бер рәттән, шәкәр диабеты, гипертония, яман шеш кеүек етди ауырыуҙарҙы алдан асыҡларға, иҫкәртергә мөмкин. Һәр кем сәлә­мәтлеккә һаҡсыл ҡараш кәрәк­леге тураһында онотмаһын ине.

Райондарға киләсәк “Сәлә­мәтлек поездары” тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәтте урындағы медицина ойошмалары, власть органдары һәм башҡа рәсми сығанаҡ­тар аша белергә була.

Әлиә ФӘРРӘХОВА.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас