Пленар һәм сәләмәләү өлөшө мәҙәниәт йортонда ойошторолдо. Халыҡ байтаҡ күренә, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ағинәйҙәр йыр-көй, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Байрамса биҙәлгән фойела оҫталар күргәҙмә ойошторған. Ялсығол ауылынан Фәниә Ильясова үҙе әҙерләгән буҙа килтергән. Күпереп торған тәмле эсемлекте маҡтай-маҡтай тәмләнеләр. Фәниә апайҙың буҙа яһау маһирлығын ауылдарында ғына түгел, районда ла яҡшы беләләр. Һатыуға ла етештерергә өлөгөрә. Ситтән күпләп килеп алалар икән. Эсемлекте ҡойорға инәһенән өйрәнгән.
-Һәр кем уны үҙенсә эшләй, кемдер бөтөнләй май йәки шәкәр ҡушмай, кемдер, киреһенсә, аҙ ғына татлыландырыу яҡлы. Элек инәйҙәр, өләсәйҙәр буҙаны бойҙайҙы шыттырып эшләһәләр, хәҙер еңел ысул ҡулланалар, һоло ярмаһынан, “Геркулес”тан яһайҙар. Мин үҙем ҙур күләмдә, һоло ярмаһынан, сүпрә ҡушмайынса ғына әсетәм. Күбекләнеп торһон өсөн малдың эс майын һалам, организм өсөн дә файҙалы, ашҡаҙанды эшәкртә, бауырҙы таҙарта. Буҙа эшләргә әсәйемдән өйрәндем, уның әсәһе, өләсәйем дә оҫта булған.
Фәниә Ильясова биш бала әсәһе, хаҡлы ялға сыҡҡансы 14 йыл социаль хеҙмәткәр булып эшләгән. Шәрип, Ҡужай, Аҙнаш ауылдарында ололарҙы ҡараған.
-Аҡсаһыҙлыҡ заманы башланғас, ошо шөғөлгә тотондом. Биш баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк бит ни тиһәң дә. Фәнүр Шаһиевҡа ҙур рәхмәтлемен. 2009 йылдар ине, бәләкәс малайыма 1,2 йәш ине ул ваҡытта. “Әйҙәгеҙ, тик ятмағыҙ. Үҙегеҙ тырышмаһағыҙ, береһе лә килтереп тоттормаясаҡ. Әүлиәгә кеше күп килә, һатыуға сығығыҙ”, - тигәс, бешеренеп, төшөрөнөп, буҙа эшләп алып барҙыҡ. Шулай итеп кәсеп итә башланым, Фәнүр Фәнит улын күргән һайын рәхмәттәр уҡыйым, - ти ул.
Конференцияла барлығы йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Комсомольск урта мәктәбе һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған сарала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы вәкилдәре, фән докторҙары, филология фәндәре кандидаттары, доценттар, студенттар, уҡытыусылар, методистар ҡатнашты. Рәсәйҙең Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан вәкилдәр, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән тел, фән өлкәһендә эшләүсе белгестәр, уҡытыусылар туған телде өйрәнеү, уны үҫтереү буйынса яңы алымдар, проекттар, телде өйрәнеүҙә яһалма интеллект ҡулланыу шарттары тураһында фекер алышты.
Ырымбур өлкәһенең Аллабирҙе ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Ҡуҙбаева конференцияла ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша сәләмләне.
Сания Сәит ҡыҙы 2006 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ була. Сит өлкәлә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙа ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй.
-Мәктәбебеҙҙә 1-се кластан башлап 11-се класҡа тиклем башҡорт теле уҡытыла. Төйлөгән, Новосергиевка, Красногвардейский, Александровка, Октябрьский, Һарыҡташ райондары уҡыусылары әсә телен өйрәнә. Бөтә кластарҙа ла тиерлек аҙнаһына икешәр сәғәт бүленгән. Белем усағыбыҙ бик бай тарихлы: ауылыбыҙҙа 1909 йылда мәктәп асылған һәм шунан алып, йәғни бына инде 115 йыл дауамында, башҡорт теле уҡытыла. Балаларға рухи тамырҙарыбыҙға, милли асылыбыҙға, әсә теленә һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйып, тырышып эшләйбеҙ.
Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан иҫ киткес ҙур ярҙам, иғтибар тоябыҙ. “Башҡортостан булмаһа, нимә эшләр инек?” тип тә уйлап ҡуям ҡайһы берҙә. Элегерәк башҡорт теле әсбаптары йәһәтенән проблема ҡырҡыу тора ине, әле был йәһәттән эштәр шул тиклем матур ойошторолған. Башҡортостан өр-яңы китаптар, дәреслектәр ебәрә, беҙ ҡыуанып уҡытабыҙ, балаларыбыҙ тырышып уҡый.
Ырымбурҙа Хөсәйен Ямашев исемендәге китапханала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров гранты аҡсаһына ойошторолған башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Быйыл февралдән Гай ҡалаһында клуб эшләй башланы, уҡыусыларға шәмбе көндәрендә Башҡортостандың тарихы, мәҙәниәте һәм теле менән яҡындан танышыу мөмкинлеге булдырылды. Башҡа күп кенә белем биреү учреждениеларында факультатив дәрестәр эшләй. Был беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс, - тине Сания Сәйет ҡыҙы.
Милли мәғариф идаралығының бүлек начальнигы Гөлназ Усманова, Силәбе өлкәһе хөкүмәтенең йәмәғәт бәйләнеше идаралығы вәкиле Динә Путилова райондың мәғариф бүлегенә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәһенә, крайҙы өйрәнеүселәргә, этнографтарға асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп тәжрибә уртаҡлашыуҙарына рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт телен үҫтереү алымдарын бәйән итте.
-Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында республикабыҙҙан ситтәге дүрт төбәк уҡыусылары өсөн йәйге лагерь ойошторолдо. 2024 йылда Башҡортостанда 60 бала ял итһә, 2025 йылда - 30, быйыл иһә 50 баланың килеүен көтәбеҙ, – тине Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы.
Пленар ултырыштан һуң мәктәптә түңәрәк өҫтәл артында секциялар буйынса һөйләшеү дауам итте. Конференция һуңында ҡунаҡтар Йәнбикә йылғаһы, Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тыуған ауылына юлланды, Әүлиә шишмәһе һыуынан ауыҙ итеп, Әүеш тауына күтәрелеп доға ҡылдылар, ҡорбан аштар ашанылар.
Әлиә ДАУЫТОВА.