Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
21 Май , 05:05

Ауылы өсөн янып йәшәй

Ауыл старостаһы халыҡтың тотҡаһы, урындағы хакимиәттең беренсе ярҙамсылары, ауыл проблемаларының уртаһында ҡайнаусылар. Ниндәй яңылыҡ, атҡараһы эштәр бар, иң беренсе, әлбиттә, улар хәбәрҙар була. Наурыҙ ауылында йәшәүсе Илгизәр Ураҙбахтинды абруйлы, ойоштороу һәләтле, кешеләр менән уртаҡ тел таба белгәне өсөн дә ауылдаштары староста итеп һайлап ҡуялар. 1999 йылдан бирле ошо вазифаны атҡара ир-уҙаман.

 

–Староста итеп һайлап ҡуйылғанһың икән, тимәк, ауыл халҡы һиңә ышана, һин уларҙың һәр береһе өсөн яуап бирәһең. Үҙ өлгөңдә халыҡты ҡуҙғатырға кәрәк, ниндәй эшкә тотонһаң да, иң башта үҙең өлгө күрһәтергә тйешһең, – ти ул.

Ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуып-үҫеп, мәктәптән һуң Бәләбәй техникумына механикка уҡырға инә. Уҡыуын тамамлап өлгөрмәй, армияға алына. Ватан алдындағы изге бурысын үтәп Наурыҙға ҡайта. Бер йыл тракторист булып эшләй. 1984 йылда уңған, тыныс, сибәр Кәкүк ауылы ҡыҙы Рәүлә Салауат ҡыҙына өйләнеп, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Бер аҙҙан йәш ғаилә Мейәскә күсенә. Ғаилә башлығы заводта арматуралаусы булып эшләй. 1988 йылда БАМ-ға эшкә китәләр, төҙөлөштә алты йыл эшләп ҡабаттан тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнәләр.

-Яҙмыш еле ҡайҙа ғына ташлаһа ла, юлдарымды ҡайҙа ғына илтһә лә, тыуған ауылымды һағынып йәшәнем. Наурыҙға ҡайтып төпләнеү тураһында хыялландым, - ти Илгизәр Рәис улы.

Ҡайтыу менән ең һыҙғанып Уральск лесничествоһында лесник булып эшләй башлай. Тырыш ғаилә ҙур, яҡшы итеп өй һалып керә. Ураҙбахтиндар өс балаға ғүмер бирәләр. Балаларын уҡытып, оло тормош юлына оҙаталар. Бөгөнгө көндә өсөһө лә башлы-күҙле, ата-әсәләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур итеп донъя көтәләр. Әлеге ваҡытта 7 ейән-ейәнсәргә ҡартатай, өләсәй улар.

Лесник булып 31 йыл эшләй Илгизәр ағай. Йөрәгенә инфаркттан һуң, эшен ҡалдырырға мәжбүр була. Әммә тынғыһыҙ йән тик тора алмай шул. Сәләмәтлеген нығытып алғас, бер йыл элек Учалы психоневрология интернатына эшкә урынлаша. Наурыҙҙан йөрөп эшләй.

Эшләргә лә, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнарға ла өлгөрә ул. Халыҡ менән кәңәшләшеп, берҙәм эш итәләр. Урамдарҙы, йорт тирәләрен, зыяратты тәртипкә килтереү буйынса даими өмәләр уҙғаралар.

-Наурыҙ халҡы элек-электән тырыш, уңған, әйткәнде лә көтмәй, үҙҙәре белеп эшләйҙәр. Кешеләрҙе туплап, ойоштороп ебәреү генә кәрәк, аҡсаһы ла йыйыла, эше лә башҡарыла, – тип һүҙен дауам итте староста.

Әлеге мәлдә “Ауыл көтә улдарын!” сараһына әҙерләнәләр.  Һәр ауылға ла үрнәк булырлыҡ был сара йыл һайын 1 майҙа уҙғарылып, күркәм традицияға әйләнгән. Был көндә ситтә йәшәгән наурыҙҙар, тыуған тө­йәктәренә ҡайтып, ауылды тө­ҙөкләндереү, йәшелләндереү, сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәлә ҡатнаша, бала саҡ уйындарын уйнап, үҙ һәләттәрен күрһәтеп, ихлас күңел аса. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Наурыҙҙа эсеп, йәмһеҙ булып йөрөгән кеше юҡ, барыһы ла тырышып донъя көтә.

Балаларҙың, йәштәрҙең киләсәге өсөн дә борсола староста. Ауылда йәштәрҙең ҡалмауы, мәктәптең ябылыу ихтималлығы ла уны уйландыра. Бигерәк тә клуб булмауы йөрәген өтә. Мәҙәниәт усағы янғас, халыҡҡа клуб кәрәк, тип ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәйҙәр, әлегә проблема хәл ителмәгән. Киләсәктә берәй әмәлен табырҙар, тип өмөтләнә.

Ауыл старостаһы һәр кем өсөн үрнәк булырға тейеш. Илгизәр Ураҙбахтин да тап шундайҙарҙан. Тыуған ауылының матурланыуы, халҡының татыулығы – уның өсөн иң ҙур бүләк.

Әлиә ДАУЫТОВА.

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас