Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
21 Май , 04:35

Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай

“Урал аръяғы МТС-ы” йәмғиәте элек-электән ауыл хужалығы буйынса районда алдынғылар рәтендә. Бөгөн дә улар был йәһәттән өлгө булып тора. Предприятиеға эш сәфәребеҙ мәлендә был күренешкә йәнә инандыҡ.

Баҫыуҙарҙа эш ҡайнайБаҫыуҙарҙа эш ҡайнай
Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай

Ҡыҙыу сәсеү мәлендә хужалыҡ еткселеген кабинетта тотормон тимә. Директор Ғәлимйән Хилажевҡа шылтыратҡас: “Баҫыуҙабыҙ, килегеҙ”, - тип яуапланы. Бөйҙө ауылынан йыраҡ түгел, Абдулла бай яланында эшләйҙәр икән. Баш агроном Радик Вәхитов юлға сығып уҡ ҡаршы алды. Беҙ килеп еткәндә, барлыҡ техника баҫыуҙа ине. Ситтән күҙәтһәң, һабантуй барамы ни! Сәскестәр таҡҡан ҙур тракторҙар саң борҡотоп бураҙналар яра, киләһе уңышҡа нигеҙ һала. Орлоҡ тейәгән КАМАЗ машиналары бер ситтә көтөп ултыра, икенсе урында ашлама тейәйҙәр... Бындай күренеште күреп күңел тулды. Ошондай ҡеүәтле хужалыҡтар, тырыш, уңған битараф булмаған кешеләр барҙа, ауыл хужалығы йәшәйәсәк. Баҫыуҙар буш ятмаясаҡ, иген гөрләп үҫәсәк.

Ер эшсәндәренең эшләгәнен ҡарап торған арала, Ғәлимйән Хилажев хеҙмәткәрҙәренең эргәһенә барып, күрһәтмәләр бирергә лә өлгөрҙө. Тиҙ арала коллективын туплап, фотоға ла төшөрттө. “Ялан батырҙарын халыҡ белергә, улар менән ғорурланырға тейеш. Улар беҙҙе икмәк менән туйҙырыусылар”, - ти ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдан “Урал аръяғы МТС-ы”н яңы инвестор - Һарытау өлкәһенән “Агродинамика” компанияһы үҙ ҡарамағына алды. Ошо биш йыл эсендә йәмғиәткә бик күп аҡса һалынған. Күреүебеҙсә, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бар.

- Хәҙер сәсеү кампанияһын, урып-йыйыуҙы нисек үткәрергә, яғыулыҡ-майлау материалдарына, запас частәргә, эш хаҡына ҡайҙан аҡса алырға, тип баш ауыртмай. Хужалар тарафынан тиҙ арала, оператив рәүештә алдан уҡ хәл ителә. Беҙгә иһә ошо мөмкинлектәрҙе файҙаланып, сәсеү эштәрен ойошҡан, тиҙ арала атҡарып сығыу бурысы ғына тора. Яҙғы кампанияны агротехник талаптарҙы үтәп, юғары кимәлдә үткәрәсәкбеҙ. Техниканы ваҡытында әҙерләнек. Ауыл хужалығы комплекстары яландарға сығыр алдынан уҡ тулыһынса төҙөкләндерелде. Шунһыҙ булмай, сөнки заманса ҡорамалдар элекке һуҡа-культиваторҙар түгел, ҡарауҙы ныҡ талап итә. Алда әйтеүемсә, иң мөһиме – запас частәр бар, кәйефтәр яҡшы. Бөтә сәсеү майҙандарын алдан сифатлы һөрөргә тырышабыҙ, ерҙе өҫкө яҡтан эшкәртеү менән генә сикләнмәйбеҙ. Дым ҡаплатып өлгөрҙөк. Шыйыҡ минераль ашламалар (калий, азот, селитра ҡатнашмаһы) ҡулланабыҙ, сәсеүлектәрҙә химик утау үткәрәбеҙ. Проблемалар юҡ. Бик ҡеүәтле «Томан» һиптергес агрегаты бар.

Игенсегә ямғыр ҙа, ҡар ҙа кәртә түгел. Һауа торошо ниндәй генә булмаһын, сәсергә кәрәк. Иң мөһиме, яҙ ҡоро килмәһен. Уның нисек килеүе, йылдың нисек булыуын фаразларға ярҙам итә. Шөкөр, быйыл яҙ яҡшы килә, - ти Ғәлимйән Ғабдуллажан улы.

Әле баҫыуҙарҙа өс заманса, бик юғары етештереүсәнлеккә эйә булған комплекстар йөрөй. John Deer-ҙарға тағылған агрегаттар барлыҡ технологияларҙы теүәл үтәп сәсергә мөмкинлек бирә. Етештереүсәнлеккә килгәндә, сменаһына 70-80 гектар сәселә. Был бер комплекста, ә улар - өсәү!

Радик Вәхитов менән әңгәмәләшәбеҙ. Предприятиела 2019 йылдан бирле эшләй икән, 2023 йылда агроном вазифаһын йөкмәткәндәр. Йөгө еңелдән түгел. Мул уңыш алыу өсөн заманса талаптар, мөмкинлектәр ҡулланыу, хеҙмәткәрҙәргә ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш, кәңәш бирә белеү мөһим. Тупраҡҡа ашлама индереүҙә, орлоҡ сәсеүҙә, сорттар яңыртыуҙа, ер эшкәртеү технологияларында - һәр нәмәнең үҙенсәлеге бар. Баҫыуҙарҙан мул уңыш үҫтереп алына икән, эшкә дәрт арта, күңел күтәрелә. Миҫал артынан алыҫ китәһе түгел. Үткән йылда хужалыҡ бойҙайҙың гектарынан 28 центнерҙан ашыу иген һуғып алған, урыны менән 35 центнер ҙа булған - бик матур күрһәткес. Был хужалыҡтың берҙәм оло хеҙмәте.

- Баҫыуҙарҙы тырматып бөтөп, сәсеүгә 6 май көнө төштөк. Көндәр яҡшы торһа, кампанияны ваҡытында атҡарып сығырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Һауа торошорна ышаныс юҡ, етмәһә беҙҙең климатҡа. Быйыл да яҙ үҙенсәлекле килә. Март, апрель айы йылы торһа, май башы һыуытып ебәрҙе. Сәсеү өсөн әлегә барыһы ла ыңғай тора, иң мөһиме ерҙә дым бар. Былтыр беҙҙең өсөн йыл уңышлы килде, игендең бер бөртөгөн дә ерҙә ҡалдырмай, йыйып алдыҡ. Быйыл да яҡшы булыр, тип көтәбеҙ, - ти ул.

- Егеттәр шәп, береһенә лә һүҙ тейҙерерлек түгел, - тип һүҙгә ҡушыла Ғәлимйән Хилажев.

Бөгөн хужалыҡтың 7 мең гектар һөрөнтө ере бар, быйыл уның алты меңгә яҡыны сәселәсәк. Бойҙай, ҡарабойҙайҙан тыш, арпа ла сәсәсәктәр. Һуңғы ике-өс йылда инвесторҙарҙың  талабы менән был культураны сәсмәй торғандар.

Орлоҡтарҙың сифаты яҡшы, былтыр бойҙайҙың элита репродукцияһын сәсһәләр, быйыл “Нерда” һәм “Кинельская юбилейная” сорттарының беренсе репродукцияһын сәсәләр. Юғары уңышлы, ҡоролоҡҡа сыҙамлы сорттар. Улар Башҡортостан һәм күрше төбәктәрҙең климат шарттарына яҡшы яраҡлашҡан. Арпаның да быйыл юғары сифатлы сортын һынап ҡараясаҡтар.

- Етендән баш тартырға тура килде, сөнки был төр культура көйһөҙ, беҙҙең климатҡа ауыр яраҡлаша. Уны Баймаҡ, Әбйәлил филиалдары сәсә.

Хәҙер игенгә хаҡ күтәрелде. Бойҙайға, арпа, ҡарабойҙай ҙур һорау менән файҙалана. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килеп алалар. Элек ҡарабойҙайҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәй инек, хәҙер уны ла һатып алырға теләүселәр күп. Сөнки һуңғы йылдарҙа хужалыҡтар был культураны әҙ сәсә башланы. Беҙҙең ҡарабойҙайҙы былтыр “Увелка” компанияһы күпләп һатып алды. Шуға ла, әгәр магазин кәштәләрендә “Увелка” етештергән ҡарабойҙайҙы һатып алырға тура килһә, беҙҙә үҫтерелгән, тип ашағыҙ, - тип һүҙен дауам итә етәксе.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, инвесторҙар сәсеү структураһы өҫтөндә эшләй. Йыл һайын төрлө культураларҙы һынап ҡарайҙар. Быйыл да үҙгәрештәр көтөлөүен әйттек, арпа сәсәсәктәр.

Яңы инвестор килгәндән һуң, МТС сәсеү майҙандарын да йылдан-йыл арттыра. Сағыштырыу өсөн: 2023 йылда 3,5 мең гектар булһа, бөгөнгө көндә 7 меңгә еткән. Былтыр ғына мең гектар “Юлдаш” йәмғиәте, Иманғол биләмәһе, Ахун янындағы “Марал” фермаһы ерҙәрен алып эшкәрткәндәр.

Уңышты ҡайҙа һаҡларға, тигән проблемалары ла юҡ. Хужалыҡтың Бөйҙө ауылында иген келәте урынлашҡан, Байрамғол зонаһында ла келәттәре бар.

Механизаторҙар ике сменала эшләй. Эшсе ҡулдар етешә, сәсеүҙә лә, урып-йыйыуҙа ла бер үк кешеләр эшләй тиерлек. Ғәлимйән Хилажев әйтеүенсә, бында коллектив күптән формалашҡан, берҙәм. Яҡындарын, ҡустыларын, улдарын килтерәләр. Эш өсөн барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булдырылған, эш хаҡы ваҡытында, тотҡарлыҡһыҙ түләнә. Быйыл етәкселәр өҫтәмә “премия” фонды ла булдырған. Нисек эшләүеңә ҡарап, 50 процентҡа тиклем премия түләйәсәктәр. Дүрт тапҡыр туҡландыралар.

Коллективтың төп көсөн төшкил иткән механизаторҙар Рафиҡ Ҡасимовты, аталы-уллы Рим һәм Айвар Дәминдәровтарҙы, Фәнис Заһиҙуллинды, Әлим Хөснуллинды, водитель Хәлил Бузыҡаевты, агроном Радик Вәхитовты, тәжрибәле белгес, инженер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәшит Ғәфүровты  маҡтап телгә алды хужалыҡ етәксеһе. Күптән түгел эшкә килгәндәрҙе лә йылы һүҙ менән телгә алдылар.

Коллектив та йәштәр ҙә байтаҡ. Ошо арала Учалы тау сәнәғәте колледжынан алты слесарь-механизатор егет практикаға килгән. 

- Теория яҡшы, әммә практика ла кәрәк. Өс көн генә эшләйбеҙ, әммә күп нәмәгә өйрәндек. Кем белә, бәлки киләсәктә бында эшкә урынлашырбыҙ, - ти йәш кешеләр.

Водитель булып йөрөгән ололар ҙа бар. Сәлимйән Сәғитов менән Амур Мәхмүтовҡа 72 йәш. Ғүмер буйы водитель булып эшләгәндәр, өйҙә ятҡансы, ҡырҙа саф һауа һулап, эш менән булайыҡ, тип килгәндәр.

Йүнсел етәксенең ҡулы булһа ғына, хужалыҡ алға бара. Өҫтән күрһәтмә биреп ултырыу ғына рәхәт, бындағы эште үҙ күҙең менән күреп, идара итә белеүең мөһим. Хеҙмәткәрҙәр Ғәлимйән Ғабдуллажан улын етәксе булараҡ маҡтап телгә алдылар. “Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй, кешеләрҙе дәртләндереп эшләтә белә. Үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп үтәй, беҙҙән дә шуны талап итә”, - тиҙәр.

Урыҫтар әйтмешләй, Ғәлимйән Хилажев ауыл хужалығы эшендә “собаку съел”. 1982 йылда ауыл хужалығы институтын тамамлап, ул ваҡытта “Байрамғол” совхозында эшләй башлай, баш инженер вазифаһына тиклем үрләй. 2004 йылда МТС менән етәкселек итергә тәҡдим яһайҙар. Шул йылдан бөгөнгәсә предприятиеның алыштырғыһыҙ етәксеһе ул.

- Минең йәйем һәр ваҡыт яландарҙа - диңгеҙ кеүек тулҡынланып ултырған баҫыуҙарҙа үтә. Иртүк сығып китеп, төнгә саҡлы эштә йөрөгән саҡтар аҙ түгел. Эш минең өсөн һәр ваҡыт беренсе урында, ҡайһы ваҡыт ошо арҡала күп нәмәнән тороп ҡалғанмын һымаҡ. Тормош иптәшем эшемдең ауырлығын гел аңлап ҡабул итте, терәген, ярҙамын тойҙом, - ти ул.

Хеҙмәтеңде күрә, баһалай белеүҙәре йәнә бер бәхет. Ғәлимйән Хилажев төрлө кимәлдәге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Ҡайҙалыр сит тарафтарға юлланғанда ла, хужалыҡ етәксеһенең күҙҙәре юлда түгел, ә эргәлә йәйрәп ятҡан баҫыуҙарында. Үҫентеләр яҡшы сыҡҡанмы? Уларҙың торошо нисек?

Үҙенең тамырҙары менән ергә бәйләнгән ысын ер кешеһе бит ул Ғәлимйән Хилажев!

Әлиә ДАУЫТОВА.

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас