

Учреждениеның мәктәпкәсә ҡыҙ-малайҙар уҡыған беренсе корпусы капиталь ремонттан һуң былтыр асылды. 2026 йылдың февралендә “Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау” дәүләт программаһы ярҙамында 1-се корпусты ремонтлау башлана. Ремонт эштәренән һуң бинаны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙа күҙаллана. Смета буйынса төҙөүселәр түшәмдәрҙе, иҙәндәрҙе, тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе, инеү төркөмдәрен, баҫҡыстарҙы алмаштыра, эске штукатурлау, тышлау һәм буяу эштәрен, ҡыйыҡты, йылытыу системаларын, эҫе һәм һалҡын һыу менән тәьмин итеүҙе, канализацияны, электр монтажлау эштәрен, аҙ токлы селтәрҙәрҙе ремонтларға бурыслы. Эштәрҙе тамамлау 2026 йылдың 1 авгусына планлаштырылған.
Төҙөлөш эштәрен «СтройКомфорт» ойошмаһының субподрядсыһы Рәмил Сәфиуллин шәхси предприятиеһы башҡара. Рәмил Хәҙис улы Учалы егете, әлегә тиклем бригадалары менән ҡайҙа эшләһәләр ҙә һынатмағандар, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты ваҡытында үтәп сыҡҡандар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бинаны реконструкциялау буйынса байтаҡ эштәр эшләнгән, яҡынса 30 проценттан ашыуы үтәлгән.
-Эштәр график буйынса бара, мәктәпте яңыртыуҙы заказсы билдәләгән ваҡытҡа өлгөртәсәкбеҙ. Әлеге мәлдә стеналарҙы һылауға тотонғанбыҙ, иҙәнгә плиткалар һалына, түшәмдәр яңыртыла. Бинаның түбәһенең яртыһы алмаштырылған. Уны яуым-төшөмдәр башланғансы өлгөртөп ҡалырға кәрәк. Төҙөлөш материалдары етә, уларҙы килтереүҙә тотҡарлыҡтар юҡ, - тине ул.
Эльвира Ринат ҡыҙы шулай уҡ ишек уйымдары һәм иҙәндәр коляскала йөрөүсе балаларға яраҡлаштырып эшәлнергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Мәктәп директоры Фәнүзә Зәйнуллина ҡунаҡтар өсөн экскурсия үткәрҙе, ремонт барышын ҡаранылар. Төҙөүселәр менән аралаштылар.
Фәнүзә Заһир ҡыҙы әйтеүенсә, бина иҫке, 1967 йылда төҙөлгән булған. Йыл һайын косметик ремонт эшләнеп торһа ла, капиталь төҙөкләндереү мотлаҡ кәрәк булған. Һуңғы йылдарҙа түбәһенән һыу ағып йонсотҡан. Учреждениеның биләмәһен ҙурайтыу тураһында һорау торған. Линейкалар, саралар уҙағарғанда балаларға урындың тығыҙ булыуын әйттеләр. Бинаны ремонтлап бөткәндән һуң, биләмәне яңыртыуға тотонасаҡтар. Учреждениела бөтәһе 200 бала уҡый, тәғәйен корпуста 67 уҡыусы иҫәпләнә. Балалар ваҡытлыса яңыртылған корпуста белем алалар. Директор билдәләүенсә, ҡыҙ-малайҙар яңы урынға тиҙ өйрәнгән, балалар уҡытыусылар, балалар менән төрлө сараларҙа даими аралашып торғастары, адаптация үтеү ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған. Балалар һәм ата-әсәләр яңыртылған мәктәпте түҙемһеҙлек менән көтә. Биләдәләп үтергә кәрәк, мәктәптә балалар һөнәр ала ала, шул иҫәптән «баҡсасы» йүнәлеше буйынса ла. Учреждение Учалы урман хужалығы менән хеҙмәттәшлек итә, ә сығарылыш уҡыусыларына эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирелә. Мәктәптәпте тамамлаған егет-ҡыҙҙар араһында “Дорзеленстрой” йәмғиәтендә, поликлиникала уңышлы эшләп йөрөүселәр ҙә бар, фермерлыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Алған күнекмәләре шәхси хужалыҡтарын алып барырға ла ярҙам итә, тиҙәр. Уҡытыусылар уҡыусыларының артабанғы яҙмышы менән дә ҡыҙыҡһынып торалар, бәйләнеште өҙмәйҙәр.
-Беҙҙең бурыс – тәрбиәләнеүселәребеҙҙе тормошҡа яраҡлаштырыу. Ябай мәктәптә йәки башҡа уҡыу йортонда уларға белем алыуы ауыр буласағы аңлашыла, ә бында улар беренсе хеҙмәт күнекмәләре алалар, - тине Фәнүзә Зәйнуллина.
Был көндө “Аҡбуҙат" ижад һарайында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау тантанаһы һәм Учалы районы хакимиәте башлығы призына "Таланттар фейерверкы" район ҡала күп жанрлы фестиваль-конкурсының икенсе һайлап алыу туры уҙҙы. Биш номинацияла биш йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша, был иһә төбәгебеҙҙең таланттарға ни тиклем бай булыуын раҫлай.
Күркәм сарала Эльвира Айытҡолова ла ҡатнашты, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
-«Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән күп аралашырға тура килә һәм һәр берегеҙҙең Учалы районы мәҙәниәтенә сикһеҙ өлөш индергәнегеҙҙе беләм. Мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа аралашыу һәм ижад итеү шатлығын бүләк итә, быуындарҙы берләштергән сағыу байрамдар һәм фестивалдәр ойоштора. Музей хеҙмәткәрҙәре үткәндәр тураһында хәтерҙе һаҡлай, төбәгебеҙҙең бай тарихын аса һәм халыҡҡа еткерә. Китапханасылар белем донъяһына әйҙәй, китап уҡыуға һөйөү тәрбиәләй һәм иң мөһим һорауҙарға яуап табырға ярҙам итә. Беҙҙең сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары йәш таланттар тәрбиәләй, сәнғәт зауығына нигеҙ һала һәм балаларға үҙ һәләттәрен асырға ярҙам итә. Тармаҡ ветерандарына аҡылдары, тәжрибәләре һәм һөнәрҙәренә тоғролоҡтары өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Йәш белгестәргә үҙ идеяларын ҡыйыу тормошҡа ашырыуҙарын, данлы традицияларыбыҙҙы дауам итеүҙәрен теләйем. Барығыҙға ла яңы ижади уңыштар, илһам, сағыу проекттар һәм рәхмәтле тамашасылар теләйем! Һеҙҙең эшегеҙ артабан да Учалы төбәген таланттары менән данлаһын, - тине ул сығышында.
Сара барышында сикһеҙ ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төбәк һәм муниципаль кимәлдәге почетлы наградалар менән билдәләнде. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутатының рәхмәт хаты менән Юлдаш ауылы мәҙәниәт йорто режиссеры Нәғим Аллаяров, Ҡолош ауылы мәҙәниәт Йорто мөдире Рима Минһажева, үҙәк район китапханаһы директоры Лариса Һөләймәнова, 1-се Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Людмила Звонарева, Уральск ауылы Балалар сәнғәт мәктәбе мөдире Илгиз Йомағужин бүләкләнде. Башҡортостан республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһына 1-се Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Ольга Фишер, Республика Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына Иҫтамғол ауылы клубы мөдире Гөлсирә Ғәлиәхмәтова лайыҡ булды.
Учалы тау сәнәғәте колледжы тау-байыҡтырыу комбинатының стратегик партнеры булып иҫәпләнә. Тап ошо уҡыу йортонда предприятие өсөн кадрҙар әҙерләнә. Башҡортостанда һәм унан ситтә урынлашҡан бөтә эре тау-байыҡтырыу предприятиелары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырылған. Ошондай хеҙмәттәшлек ярҙамында һуңғы йылдарҙа колледжда заманса уҡыу комплексы һәм интерактив уҡытыу өсөн уникаль аудиториялар төҙөлгән. Уҡыу йорто үҫешә, әммә дөйөм ятаҡ булмау сәбәпле республиканың башҡа райондарынан студенттарҙы йәлеп итеү мөмкинлеге юҡ ине. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың ғинуарында Радий Хәбиров Учалыға эш сәфәре барышында колледжға республика Мәғариф һәм фән Министрлығы менән берлектә күптән файҙаланылмаған элекке уҡыу корпусы бинаһын дөйөм ятаҡ итеп реконструкциялау өсөн кәрәкле проект-смета документацияһын әҙерләргә ҡушҡайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тейешле документтар хәстәрләп, ремонт эштәрен башлап та ебәрҙеләр. Төҙөлөш тау-байыҡтырыу комбинаты һәм республика ярҙамы менән атҡарыла.
Эльвира Айытҡолова ятаҡ итеп үҙгәртелгән корпуста төҙөлөш барышы менән танышты.
Колледж директоры Дмитрий Абдрахманов әйтеүенсә, дүрт ҡатлы ятаҡ 128 кешегә иҫәпләнгән һәм 1 сентябрҙән студенттарҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ.
Йәштәр өсөн кәрәк-яраҡ менән йыһазландырыласаҡ, иркен аш-һыу бүлмәләренә плитәләр, һыуытҡыстар ҡуйыласаҡ. Заманса йыуыныу бүлмәләре, кейем йыуыу, киптереү, үтекләү урындары булдырыласаҡ. Дәрес әҙерләү, ял бүлмәләре лә эшләйәсәктәр. Ҡыҙ-уладыр өсөн ата-әсәләргә борсолорға урын юҡ, бина даими күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Хатта йәш ғаиләрәгә лә мөйөш табыласаҡ, тинеләр. Иң мөһиме, уҡыу корпусына алыҫ түгел, йәйәү ни бары ун минутлыҡ юл.
Комсомольск ауылында Эльвира Ринат ҡыҙы «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Комсомольск мәҙәниәт йорто проекттың 20 еңеүсеһе иҫәбенә инде һәм матди базаларын яңыртыуға 4,5 миллион һумлыҡ грант отто. Был аҡсаға яңы оргтехника, музыка ҡоралдары һәм сәхнә костюмдары һатып алынған. Еңеүселәргә артабан да ең һыҙғанып ижад итеүҙәрен теләйбеҙ!
Әлиә ФӘРРӘХОВА.