Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
21 Мая , 06:10

Күңелем ҡылдары яңғырай

Өфөлә «Мөмкинлектәре сикләнгән һәм ҡатмарлы тормош хәлендәге балалар һәм үҫмерҙәр, аталары, ағалары МХО-ла булған балалар өсөн «Күңелем ҡылдары яңғырай» IX әҙәби-нәфис фестиваль-конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Күңелем ҡылдары яңғырайКүңелем ҡылдары яңғырай
Күңелем ҡылдары яңғырай

15 майҙа Рәсәйҙә халыҡ — ара ғаилә көнө. Ғаилә проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү, йәмғиәттә ғаиләнең ролен нығытыу һәм ғаилә ҡиммәттәре, ғаилә ағзаларының хоҡуҡтары, ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшереүгә арналған был көндә Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзы идаралығы бинаһинда республикабыҙҙан, сит региондарҙан яҡшы һүрәт төшәргән һәм һүҙ сәнғәтендә ҡәләмдәрен тибрәткән балалар йыйылды. Сараны «Хазина» башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы, Дүртөйлө ҡала китапханаһы, БР һәм Рәсәй яҙыусылар Союзы һәм Башҡортостан Республикаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы менәнберлектә ойошторолдо.Тарихҡа бай Яҙыусылар йортонда балалар үҙҙәрен бик иркен тотто. Уларға ойоштороусылар һынлы сәнғәт һәм нәфис һүҙ буйынса мастер класстар булдырҙы.
Ауыр тормош хәлендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн был сара йылдан-йыл ойошторола килә икән. Конкурс республика башлығы Радий Хәбировтың, шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» Партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең ярҙамында республикала 9 йыл үткәрелә. Йәш авторҙар ярышы популярлыҡ яулай! Быйыл ижади конкурста 400-ҙән ашыу йәш автор ҡатнашҡан. Эштәр Башҡортостандың 19 районынан, Татарстандан, ДНР-ҙан һәм Запорожье өлкәһенән 7-17 йәшлек авторҙар тарафынан ебәрерлгән. Бәйгелә рус, башҡорт һәм татар телдәрендә ижади эштәр тәҡдим ителгән.

Учалы «Ғаилә» үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Рианна Яҡшығолова «Художестволы ижад» йүнәлешендә еңеүсе булды.
2026 йылда Конкурс Рәсәйҙә иғлан ителгән Берҙәмлек йылына, шулай уҡ республикала иғлан ителгән «Ҙур һәм дуҫ ғаилә йылы»на арнала.
Ижади эштәр бер нисә темала ҡабул ителгән һәм « Беҙ Рәсәйҙә йәшәйбеҙ » « Илемдең, ғаиләмдең Йолалары һәм ғөрөф – ғәҙәттәре» «Тыуған ерҙең көсө» «дуҫлыҡта-көс» « Туған һүҙгә һөйөү менән Тирә-яғыңа Ҡара» номинацияларында еңүселәр билдәләнде. Финалға 56 ҡатнашыусы заявка бирә. Шуларҙың 40-ы-әҙәби ижад йүнәлеше буйынса һәм 16-һы художестволы ижад йүнәлеше буйынса һайлап алыу турында еңеүсе. Конкурс еңеүселәрен Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Комитеты Рәйесе Харасов Салауат Фәттәх улы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Әхмәҙинуров Рөстәм Марат улы, Башҡортостан республикаһының Халыҡ яҙыусыһы, БР яҙыусылар Союзы Һәм журналистар Союзы идараһы ағзаһы, РФ һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәлимов Марсель Шәйнур улы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Республикаһы китапханаһы етәксеһе Әмирова Айгөл Рафаил ҡыҙы, шағирә, драматург һәм журналист, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы, Атҡаҙанған ветеран, Салауат Юлаев исемендәге орден кавалеры, «Һуғыш Балалары» хәрәкәте лидеры Вәлиев Нурислам Нурлыхази улы тәбрикләнеләр. Арҙаҡлы ҡунаҡтар балаларға һүрәт төшөрөү һәм әҙәби ижадтың йәшәйешкә яҡшы йоғонтоһо, тормошто һәм ысынбарлыҡты ҡабул итеү төшөнсәләре хаҡында һөйләнеләр. Киләсәк быуындың киләсәге традицияларҙың һаҡланып ҡалыуында һәм артабан үҫтерелеүендә икәнен аңлаттылар. Ижади уңыштар теләп дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙылар. 
Шундай балаларҙың ижадына ғына түгел, тотош тормошона йоғонто яһарлыҡ саралар күберәк булған һайын,уларҙың йәмғиәттә үҙҙәрен табыуға юл һалынасаҡ.

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас