Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
21 Май , 05:25

Күп балалы булыу оло бәхет

Бөгөнгө көндә һәр йәш ғаиләгә, бигерәк тә уларҙа балалар үҫһә, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Алик Сәләхетдинов ҡала-районыбыҙҙа йәшәүсе өс ғаиләгә торлаҡ таныҡлығы тапшырҙы. Был ярҙам уларға “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү” маҡсатлы программаһына ярашлы бирелде. Сертификат ғаиләгә торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләү алырға хоҡуҡ бирә.

Күп балалы булыу оло бәхетКүп балалы булыу оло бәхет
Күп балалы булыу оло бәхет

-Тормошоғоҙҙағы иң мөһиме булған торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирәсәк сертификаттарҙы тапшырыуы бик тә һөйөнөслө. Үҙ йортоғоҙ йәки фатирығыҙға эйә булыу хыялын тиҙерәк ысынбарлыҡҡа ашырыуығыҙҙы теләйем. Сертификаттың файҙаһын күрегеҙ, буласаҡ яңы йортоғоҙҙа һәр ваҡыт бәхет һәм именлек тантана итһен! – тигән теләген еткерҙе Алик Ғәбделбарый улы.

Таныҡлыҡҡа эйә булыусы ғаиләләр ҙә үҙ сиратында йәш һәм күмәк балалы ғаиләләргә күрһәткән ярҙамы өсөн республика етәкселегенә, район башлығына рәхмәтле булды.

Ғаиләләрҙең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан. Аҡсалата сертификаттар улар өсөн күптән көтөп алынған бүләк. УчалыауылынанДенис менән Аэлита Арыҫлановтарҙыңөсҡыҙыүҫә: 10 йәшлек Лана, 6 йәшлек Арина һәм 3 йәшлек Айза.  Лилиәменән АйнурВәлиевтар ҙа өс бала ата-әсәһе. Өлкән ҡыҙҙары Айлинаға - 14, Линараға - 10, Исламға – 7 йәш.

Туңғатарҙан Руслан һәм Лидиә Ғәббәсовтар алты бала тәрбиәләй: Илнарға - 11 йәш, Русалинаға - 9, Реналгә - 8, Эмилияға - 6, Денизаға - 3, Кемалгә - алты ай. Ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алыу өсөн сиратҡа 2014 йылда, Илнар улдары тыуғас торғандар.

Лидиә Ҡорама ауылы ҡыҙы, тормош иптәше Хәйбулланан. Атаһы мәрхүм булғас, әсәһенең тыуған ауылы Һөйөндөккә ҡайтып төпләнәләр. Йәштәр ғаилә ҡорғас, әсәлек капиталына Туңғатарҙан өй һатып алып шунда күсенәләр. Лидиә декрет ялында йорт хужабикәһе, балалар тәрбиәләү менән мәшғүл булһа, Руслан мәктәп автобусы водителе булып эшләй. Әлеге ваҡытта Мулдаҡай мәктәбендә балаларҙы йөрөтә.

-Күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме икән, һәр ваҡыт, минең дә балаларым күп буласаҡ, тип уйлай торғайным. Беҙ үҙебеҙ алты бала, ике апайым, өс ҡустым бар. Олобоҙ Лилиә Әбйәлил районында, Гүзәлиә апайым Өфөлә йәшәй, Айбулат, Шамил, Учалыла төпләнгән. Тормош иптәшемдең ғаиләһендә биш бала. Әйткәндәй, үҙем күп бала әсәһе булғас ҡына әсәйемдең, ҡәйнәмдең хәлен нығыраҡ аңланым: ауылда, ҡырҡмаһа ҡырҡ эш араһында, ҙур хужалыҡты алып барыуы һәм ишле балаға иғтибар бүлеү еңел булмағандыр элекке заманда. Әле үҙем дә “йәһәтләп кенә эшемде бөтәм дә балалар менән уйнап-һөйләшеп алырмын” тип уйлағансы икенсе мәшәҡәте табыла, унан - башҡаһы. Һәм шулай ваҡыт та үтеп китә. Атай-әсәйемә, ҡәйнәмә ҙур рәхмәтлемен, ауыр ваҡыттарҙа һәр ваҡыт эргәбеҙҙәләр. Алмаш-тилмәш балалар менән шифаханаларға ла йөрөйҙәр. Алтынсы балаға йөклө булғанда тормош иптәшем сырхап китеп дауаханаға эләкте. Шунда инде әсәйем менән Искәндәр ҡустым, ҡәйнәм килеп балаларҙы ҡарашты. Балаларҙан тыш, мал-тыуар ҙа бар, уларҙы ла ашатып-эсерергә кәрәк. Хәҙер барыһы ла артта ҡалды, ҡыйын ваҡыттарҙы ла үткәреп ебәрҙек, - ти Лидиә Ишбулат ҡыҙы.

Гөрләп торған йортта теттереп донъя көтә йәш ғаилә. Алты бала ла ҡараулы, атай-әсәй һөйөүенә сорналып үҫәләр. Һылыу ҡатын донъя мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамҫтан, бәләкәстәренә лә, ололарына ла  иғтибарын бүлергә өлгөрә. Олораҡтары менән ололарса аралашып ала. Һәр ҡайһыһы менән ипле итеп һөләшә, һорағандарын аңлатып ебәрә.

Анауындай хужалыҡты алып барырға ла өлгөрөргә кәрәк. Был йәһәттән Ғәббәсовтарҙың ғаиләһе берҙәм. Балалар бәләкәйҙән ҡул аҫтына ингәндәр. Бөтә эште лә бергәләшеп эшләйҙәр. Йәйен баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр, ҡош-ҡорт алалар. Помидор, борос өсөн яңы ҙур теплица һатып алып ҡуйғандар. Иптәше дауаханала булғанда мал-тыуарҙы бөтөрөргә тура килгән. Киләсәктә яңынан һыйыр алырға ниәтләйҙәр. Ауыл ерендә, ишле ғаиләлә һөт-ҡаймаҡһыҙ булмай тиҙәр. 

-Балаларыбыҙ үҙ-ара дуҫ, татыуҙар, ҡайҙа йөрөһәләр ҙә бер-берҙәрен ҡурсалап ҡына торалар. Беҙҙе бер алманы бишкә бүлегеҙ, тип үҫтерҙеләр, балалар ҙа шулай. Тыуғандан тыныс булдылар, килгән кеше, ҡалай балаларығыҙ тыныс ул, тип аптырай. Үҫә килә миңә ҙур иптәш улар, бер-берҙәрен ҡарашалар. Магазинға сыҡһам, бәләкәсте ҡурмайынса ағай-апайҙарына ҡалдырып китәм. Мин килгәнсә ҡустыларын әүрәтеп, ҡарап торалар. Кемалде бигерәк яраталар, бәләкәстәренең көстәре етмәһә лә, тотоп ҡарайҙар, - ти хужабикә.

Ишле ғаиләне ҡарарға аҡсаһы ла, тегеһе-быныһы ла күп кәрәк. Был йәһәттән тормош иптәшемдән  уңдым, ти Лидиә Ишбулат ҡыҙы. Руслан бик егәрле, оҫта ҡуллы. Ғаиләһе бер нимәлә лә мохтажлыҡ кисермәһен өсөн бар тырышлығын һала.

-Беҙҙең бала саҡ ауыр заманға тура килде, өлкәндәрҙән ҡалған кейем кейеп үҫтек. Шуға ла балаларҙың барыһы ла булһын тип тырышабыҙ, - ти әсәй кеше.

Сертификат аҡсаһына ҙур йорт һалырға ниәтләйҙәр. Киләсәктә өйҙәрен туйлап, бергә-бергә бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.

Һуңғы 3 йылда Учалы районыныда 15 ғаилә дәүләт программаһы буйынса торлаҡ сертификаттарына эйә булған. Торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү буйынса программаларҙа ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса һорауҙарығыҙ булһа, район хакимиәтенең торлаҡ бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Учалы ҡалаһы, Төҙөлөш урамы, 6-сы йорт (күсемһеҙ милек үҙәге бинаһы), 119-сы кабинет. Телефондар: 8(34791) 6-21-90.

Әлиә ДАУЫТОВА.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас