Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
21 Май , 05:10

Ҡоро үлән янған

Яҙ етеп, ҡар иреп бөтөп тә өлгәрмәй, республикала урман һәм ландшафт янғындарының тиҫтәләрсә осраҡтары теркәлә. Был, нигеҙҙә, ут менән һаҡһыҙ эш итеү һәм балалар шаярыуҙары арҡаһында килеп сыға. Ҡағиҙә булараҡ, ҡоро үләндең яныуы ҙур тиҙлек менән ҙур майҙандарға тарала. Шунлыҡтан торлаҡ биналарға һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтары ҡоролмаларына ғына түгел, ә кеше ғүмеренә лә ҡурҡыныс янай.

 

Быйыл яҙ иртә килде, һауа температураһы кинәт күтәрелде. Учалы районында ошо арала ғына ике тапҡыр ҡоро үлән янып китте. Тәүгеһе 27 мартта, ҡала эргәһендәге тауҙа. Ут бер гектар майҙанды биләй. Янғын һүндереүселәр ярҙамы менән тиҙә арала һүндерелә.

Беренсе апрель кис Бөйҙө ауылынан 15 километр алыҫлыҡта  5 гектар майҙанда ҡоро үлән һәм ҡыуаҡлыҡ яна. Янғын һүндереүгә 24-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы, Бөйҙө, Ахун ауылдарының ирекле янғын һүндереү дружинаһы һәм командаһы йәлеп ителә. Ут менән көрәштә 19 кеше ҡатнаша. Ике МТЗ-82 тракторы йәлеп ителә.  

Ураҙ ауылының ирекле янғын һүндереү командаһының оператив ғәмәлдәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә янғынды һүндереүгә булышлыҡ итә! Янғын 29 март кискеһен Ураҙ ауылының Мышағыр урамындағы шәхси хужалыҡтарҙың береһендә мунса яна. Ураҙ ауылының ирекле янғын һүндереү командаһының оператив эш итеүе арҡаһында ут ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндерелә, артабан таралмай.

24-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Юлай Айытов мәғлүмәте буйынса, 2 марттан 1 апрелгә тиклем Учалы районы биләмәһендә 15 янғын сыҡҡан. Янғындарҙың төп сәбәбе булып мейестәр һәм электр приборҙары ҡоролмаһы һәм эксплуатацияһы боҙолоуы, ут менән һаҡһыҙ эш итеү тора.

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ. Боронғолар был афәт тураһында юҡҡа ҡына шулай тимәгән – уны туҡтатып, ауыҙлыҡлап алыуы үтә ҡыйын эш. 

2026 йылдың 18 апреленән Башҡортостан биләмәһендә яҙғы-йәйге янғын хәүефе миҙгеле ғәмәлгә инәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын хәүефе миҙгелендә граждандарға урманда усаҡ яғыу, шырпы йәки тәмәке төпсөгөн һүндермәйенсә ташлау, шешәләр йәки быяла ярсыҡтары ҡалдырыу, ағастар аҫтында, урман аҡландарында, шулай уҡ баҫыуҙарҙа үлән яндырыу тыйыла.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штрафтар ҡаралған, ә билдәле бер ғәмәлдәр енәйәт яуаплылығына килтереүе ихтимал.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 112 номерына шылтыратығыҙ.

 

Йәйәүле һәләк булды

31 март Учалы ҡалаһының Энергетиктар урамында 18 йәшлек егет автомобиль тәгәрмәстәре аҫтында ҡалып һәләк булды. ЮХХДИ-ның урындағы идаралығы хәбәр итеүенсә, ВАЗ-2115 автомобиле водителе ҡараңғыла юлда китеп барған йәйәүлене күрмәй, бәрҙерә. Уның кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған. Зыян күреүсе алынған йәрәхәттәрҙән аңына килмәйенсә вафат була. Билдәле булыуынса, бары бер нисә ай элек вафат булған егеткә 18 йәш тулған. Хөрмәтле йәйәүлеләр! Әгәр һеҙ юлда йөрөрөгөҙҙө йәки уны ҡараңғы ваҡытта хәүефле урындарҙа үтергә тура киләсәген алдан белһәгеҙ, сағыу йәки "янып" торған элементтары булған кейем кейегеҙ. Улар транспорт водителдәре өсөн яҡшы ориентир буласаҡ. Төндә юл хәрәкәте шул тиклем көсөргәнешле булмаһа ла, юлдан мөмкин тиклем алыҫ тороғоҙ.

Ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырға теләһәгеҙ, төнгө юлда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.

Әлиә ФӘРРӘХОВА.

 

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас