

Кураторҙар етәкселегендәге студент-амбассадорҙар командаһы балаларға әҙерлек йүнәлештәре, эшкә урынлашыу мөмкинлектәре һәм студенттарға ярҙам саралары тураһында һөйләнеләр.
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа урта һөнәри белем биреүгә иғтибар артты. Был тәү сиратта илдә һөнәрсе ҡулдарға ихтыяж артыуы менән аңлатыла.
Учалы тау-металлургия техникумы 1967 йылда ойошторолған. 2014 йылда техникум Учалы тау сәнәғәте колледжы тип үҙгәртелде. Колледж эшләй башлағандан алып туғыҙ меңгә яҡын белгес әҙерләнгән.
«Профессионалитет» федераль программаһына эләгеүе белем биреү ойошмаһының матди-техник базаһын яңыртырға булышлыҡ итте. Корпустар һәм оҫтаханалар тулыһынса модернизацияланды. Хәҙер колледждың корпустарында производстволағы һымаҡ реаль шарттар булдырылған. Быраулау ҡоролмаһы уҡыу аудиторияһында урынлаштырылған. Уны ысынбарлыҡтан тик бөтә эштәрҙең виртуаль алып барылыуы ғына айыра. Студенттар тау забойҙарын сиратлап эшләй ала. Машинист кабинала ултырған арала, уның бөтә хәрәкәттәрен башҡалар монитор экраны аша күҙәтә һәм хаталарҙан өйрәнә. Ысынбарлыҡтан һис айырылмай, ер аҫтында шахтерҙарыбыҙҙың нисек эшләгәндәрен яҡынса төҫмөрләргә була. Уҡыусылар ҡоролманың нисек эшләгәнен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәттеләр, ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына үҙҙәрен студент итеп хис иттеләр.
Колледждың стратегик партнеры – Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты. Шулай уҡ Башҡортостанда һәм унан ситтә урынлашҡан барлыҡ ҙур тау сеймалын табыу предприятиелары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырылған. Ошондай партнерлыҡ һөҙөмтәһендә колледжда тау сеймалын табыу сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса заманса база булдырылған да инде.
2018 йылда колледжда “Аш-һыу, кондитер эше” йүнәлеше буйынса заманса оҫтаханалар булдырылған. Оҫтаханалар халыҡ-ара стандарттар буйынса йыһазландырылған һәм донъя талаптарына яуап биргән белгестәр әҙерләргә мөмкинлек бирә.
2020 йылда “Ер аҫты электр слесары” компетенцияһы буйынса заманса оҫтахана төҙөлгән, оҫтаханала, ысын производствола ҡулланылған кеүек, заманса етештереү ҡорамалы монтажланған.
Йыл һайын колледж стенаһынан хеҙмәт баҙарына 200-ләгән кеше сыға. Колледжда өлкәндәрҙе “ҡыҫҡа” программалар буйынса әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын һөнәри һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары буйынса колледжда 600-ҙән ашыу кеше уҡый.
Колледждың ятағы булмауы арҡаһында, быға тиклем республиканың башҡа райондарынан һәм сит төбәктәрҙән абитуриенттарҙы йәлеп итеү мөмкинлеге юҡ ине. Әлеге ваҡытта уҡыу корпустарының береһен ятаҡ итеп үҙгәртәләр. Ятаҡ файҙаланыуға тапшырылһа, уҡыу йортонда белем алырға теләүселәр һаны ҡырҡа артасаҡ.
Әйткәндәй, уҡыу йортона конкурс ҙур ғына. Аттестаттарында тик “5” билдәләре генә булғандар ҙа бихисап.
Земфира Гордиенконың улы Роман туғыҙынсы класты тамамлай. Уҡыу йортона бөгөн беренсегә килгәндәр.
-Улымдың Суворов училищеһына уҡырға инергә теләге бар ине, бөгөн иһә колледж менән яҡындан танышҡас, үҙебеҙҙә лә яҡшы һөнәр алырға мөмкинлек барлығын аңланыҡ. Уҡыу йорто бик оҡшаны, заманса итеп эшләнгән, йыһазландырылған. Улым киләсәген тау эше менән бәйләргә хәл итте, мин, әлбиттә, шатмын. Үҙебеҙҙә уҡырға ҡалыуы яҡшы беҙҙең өсөн, - ти әсә кеше.
Илсе мәктәбенең 9-сы класс уҡыусылары класс етәкселәре Айгөл Әхмәҙиева менән килгән.
-Уҡыусыларымдың ҡайһы берәүҙәре бында һөнәр алырға теләк белдерҙе лә инде. Сараны матур ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт! Студенттарҙы тыңлау ҡыҙыҡлы, уларҙың төплө белемле белгестәр икәненә һәм үҙ өлкәһен бик яҡшы белеүҙәренә инандыҡ, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.
Учалы ауылынан Рәмил Нәбиуллин киләһе йылда туғыҙға бара. Электән ошонда уҡырға килергә теләгем бар. Сөнки бында алған һөнәрҙәрҙең ни тиклем перспективалы һәм килемле икәнлеген аңлайым. Күп дуҫтарым уҡып бөтөп, эшләп йөрөйҙәр ҙә инде, - ти ул.
Ата-әсәләр йыйылышында колледж директоры Дмитрий Абрахманов “Профессионалитет” федераль проекты тураһында һөйләне. Проекттың буласаҡ студенттар өсөн яңы мөмкинлектәр асыуын билдәләне. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты менән колледж араһындағы хеҙмәттәшлек быға асыҡ миҫал әлеге ваҡытта. Уҡыу йортонда асылған кластерҙарҙың үҙенсәлеге шунда – унда белем алыусы студенттар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә белем үҙләштерә һәм шул уҡ ваҡытта буласаҡ һөнәре буйынса предприятиела тәжрибә туплай.
Мәҫәлән, Межгорье ҡалаһынан Никита Копошкоға 23 йәш. Егет 2020 йылда колледжға уҡырға инә. Башҡортостан башлығы стипендианты. Өсөнсө курста тау-байыҡтырыу комбинатында производство практикаһын үтә, дүртенсе курста предприятиеға тау эшсеһе булып эшкә урынлаша. Йәғни бер юлы уҡып та эшләп тә йөрөй. 2024 йылда колледжы бишле билдәләренә тамамлай. Әлеге ваҡытта тау мастеры булып эшләй, бер юлы университетта юғары белем ала.
Эмиль Фазлетдиновҡа 18 йәш, 2023 йылда уҡырға кергән. 2025 йылда комбинатта производство практикаһын үтә. Уҡыуҙан һуң кисен өҫтәмә рәүештә ер аҫты машиналары машинисы һөнәрен үҙләштерә (колледжда өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлеге лә бар). Әлеге ваҡытта тау эшсеһе булып эшләй, колледжды декабрҙә тамамлаясаҡ.
Колледж уҡыусыларҙы үҙҙәрендә көтөп ҡала. Комбинатта таусы һөнәрҙәренә һәр ваҡыт ихтыяж көслө. Карьера буйынса үҫергә лә мөмкинлек бар. Бөгөнгө сара быны яҡшы иҫбатланы.
Әлиә ФӘРРӘХОВА.