Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
21 Май , 05:00

Йәмәғәт палатаһы халыҡ менән бергә

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина Ахун һәм Ҡунаҡбай ауылдарында йәшәүселәр менән осрашты. Ынйы Ревиль ҡыҙы палата эшмәкәрлеге, уның граждандар йәмғиәтен үҫтереүҙәге роле менән таныштырҙы, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе, хәл итеүҙе талап иткән проблемаларҙы контролгә алды.

Йәмәғәт палатаһы халыҡ менән бергәЙәмәғәт палатаһы халыҡ менән бергә
Йәмәғәт палатаһы халыҡ менән бергә

 

Осрашыуҙар мәҙәниәт йортонда үтте. Ахун ауылында һөйләшеүгә район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина, ултыраҡ башлығы Ынйы Әҙелгәрәева, БР Дәүләт – Йыйлышы Ҡоролтайҙың Йәштәр палатаһы ағзаһы Инсаф Әғзәмов, Учалы районының Йәмәғәт палатаһы рәйесе, “Мәрхәмәтлек бүләк ит” коммерция булмаған ойошмаһы етәксеһе Регина Абзалова, дин әһелдәре һәм урындағы активистар йыйылды.

-Учалы ере беҙҙе йылы һәм ҡунаҡсыл ҡаршы алды. Һәр мәсьәләне хәл итеү һөйләшеүҙән башлана. Беҙгә, йәмәғәтселәргә, халыҡ менән аралашыу, уларҙың борсолоуҙарын, ниндәй мәсьәләләр буйынса ярҙам кәрәклеген белеү мөһим. Урындарҙа аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итәбеҙ. Беҙгә мәрәжәғәт ителгән һәр бишенсе һорау ыңғай хәл ителә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ҡайһы бер мәсьәләләрҙә ыңғай ҡарарҙар бар. Ҡайһы берәүҙәре өсөн әле ваҡыт кәрәк. Кәрәк булған ерҙә ярҙам күрһәтәбеҙ, оҙатабыҙ, көсәйтәбеҙ, – тип билдәләне Ынйы Реваль ҡыҙы.

Һығымта яһап әйткәндә, БР Йәмәғәт палатаһында 2025 йылда граждандарҙың төрлө тармаҡтар һәм өлкәләр – мәғариф, кадрҙар дефициты, инвалидлыҡ һәм түләүҙәр алыу, һаулыҡ һаҡлау һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре һ.б. буйынса шәхси мөрәжәғәттәре системалы рәүештә эшкәртелгән. 1500 төрлө сара уҙғарылған, шулай уҡ Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында 114 күсмә сара үткәрелгән. Йәмәғәт контроленә ярашлы, палата әүҙемселәре республиканың  төрлө төбәктәрендәге 4 меңдән ашыу объектта булған. Шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына, илдең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә ярҙам итеү өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән хәйриә эшмәкәрлеген координациялау буйынса ҙур һәм әһәмиәтле эштәр башҡарылған.

Әйткәндәй Ынйы Ревил ҡыҙы Әхмәҙуллина “Беренсе тирмә” төбәк проектының ирекмәне сифатында Луганск госпиталендә эшләп ҡайтҡан.

Осрашыуҙа яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҙур өлөш индергән имам-хатиб Вәзир Камаловҡа Йәмәғәт палатаһының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Ынйы Әхмәҙуллина Ахун ауылы ирекмәндәр менән танышты. Урындағы халыҡ 4 йыл буйына яугирҙарға өҙлөкһөҙ ярҙам итеүҙәрен дауам итә. Илдус Кәримов кеүек ирекмәндәрҙ гуманитар йөктө туранан-тура «таҫма артына» тиклем уҡ алып барып тапшыра.

Палата рәйесе шулай уҡ ир-егеттәрҙе «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.

Учалы районы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Регина Абзалова эш һөҙөмтәләрен барланы.

Осрашыу барышында Ахун халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Тыҡрыҡтарҙағы юлдарҙың торошо, һыу колонкалары, медицина хеҙмәтләндереүе кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе.

Ынйы Ревил ҡыҙы автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырып грант алыу мөмкинлеге барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Был йәһәттән Учалы районында «Мәрхәмәтлек бүләк ит» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм ирекле янғын һүндереү командаһының гражданлыҡ әүҙемлеге һәм грант ярҙамында социаль мәсьәләләрҙе хәл итә алыуҙары сағыу миҫал булып тора.

“Мәрхәмәтлек бүләк ит” ойошмаһы инвалид балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү, балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең ялын ойоштороу, реабилитациялау менән шөғөлләнә. Президент гранттары фонды ярҙамында бишенсе тапҡыр проекттарын тормошҡа ашыра.

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән үҙ-ара эш итеү ҙә һөҙөмтәһен бирәмй ҡалмай. Өлкән коллегаларының тәжрибәһен һәм йәш йәмәғәтселәрҙең энергияһын берләштереү проблемаларға яңы күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирә.

Палата ағзаһы Инсаф Әғзәмов Учалы һәм Әбйәлил райондары йәштәре кураторы итеп тәғәйенләнгән.

-Йәштәрҙе бөгөнгө көндә нимә борсой, ниндәй проблемалары бар – шуларҙы асыҡлау беҙҙең бурыс. Бәлки спорт секциялары, инвентарҙар кәрәктер. Беҙ уларға ярҙам итергә тейешбеҙ.

Артабан ҡунаҡтар Ахун урта мәктәбендә, балалар майҙансығында булды. Белем усағында туҡланыу сифаты тикшерелде.

Ҡунаҡбай мәҙәниәт йортонда уҙған осрашыу ҙа һөҙөмтәле булды. Ҡунаҡбайҙар Йәмәғәт палатаһы рәйесенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе.   Ҡунаҡбайҙар почта бүлексәһенең булмауына зарланды. Ошо арҡала гәзит-журналдарға яҙҙырылыу мөмкинлеге юҡлығын әйттеләр, коммуналь түләүҙәр түләргә лә ҡалаға йөрөргә мәжбүрҙәр. Аптека булмау арҡаһында дарыуҙар алыу ҡыйынлыҡ тыуҙырыуын билдәләнеләр, фельдшер-акушерлыҡ пункты аша дарыуҙар биреү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итттеләр. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре менән берлектә һорауҙы хәл итеү юлын ҡарарға вәғәҙә бирҙе.

Ирекле көтөүҙә булған һәм юлдарҙа авария хәле тыуҙырған аттарҙың проблемаһына иғтибар ителде. Ҡунаҡбай ауылында балалар майҙансығы булмауына ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр.

Программа сиктәрендә “Белем” йәмғәите лекторы Рузалия Әминева ата-әсәләр өсөн интернет киңлегендә үҙен һәм ғаиләһен нисек яҡлау тураһында һөйләшеү үткәрҙе. Лекция барышында Энже Әхмәҙуллина деструктив контентлы йырҙарҙың балаларға нисек йоғонто яһауы һәм палатаның был контентты таратыуға ҡаршы эш алып барыуы тураһында һөйләне. 

Бөтә мәсьәләләрҙе йәмәғәтселәр үҙ контроленә алды. Райондарҙа осрашыуҙарҙы Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы артабан да дауам итәсәк.

Әлиә ДАУЫТОВА.

  

Автор:Алия Даутова
Читайте нас