

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Һөйөндөктәр"
Беҙҙең халыҡҡа хастыр ул,
Ябайлыҡ, бөйөклөктәр!
Һеҙҙе күрһәм, күңел йырлай,
Яҡташтар, һөйөндөктәр!
Иманлы һеҙ, изге йәнле,
Нәҡ фәрештә кеүектәр.
Учалымдың бер ынйыһы, -
Һеҙ бит ул, һөйөндөктәр!
Күңелемдә илһам бөтһә,
Кемдәр икән ҡот өҫтәр?!
Йырға - моңға дәртле халыҡ,
Әлбиттә,һөйөндөктәр!
Ҡоторһа ла ҡышҡы буран,
Һалып китһә лә көрттәр.
Һеҙгә барып етер юлды,
Табырмын, һөйөндөктәр!
Һеҙгә һәр саҡ насип булһын
Еңеүҙәр, бейеклектәр.
...Мәңге ҡыуанып йәшәгеҙ, -
Дуҫтарым, һөйөндөктәр!