Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
21 Май , 05:15

Яугирҙар беҙҙең ярҙамға мохтаж

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторолған «Беренсе тирмә» проектында учалылар әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел яҡташыбыҙ, өс бала әсәһе Ирина Байегетова ла үҙ теләге, йөрәге ҡушыуы буйынса ике аҙна дауамында Луганскиҙа булып, госпиталдәге яугирҙәргә ярҙам күрһәтеп ҡайтты.

Ирина Владимировнаның тормош иптәше, «Чили» позывнойлы яугир, әле алғы һыҙыҡта, улы иһә МХО ветераны. Үҙе “Берҙәмлектә көс” төркөмө волонтеры, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға гуманитар йөк йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Проект тураһында ишеткәс тә, ситтә ҡала алмай. Был хаҡта әңгәмәбеҙҙе һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

-Ирина Владимировна, проект тураһында ҡайҙан белеп ҡалдығыҙ?

-Дөрөҫөн әйткәндә, “Беренсе тирмә” тураһында 2024 йылдан уҡ белә инем. Районыбыҙҙан волонтер ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәрби госпиталгә барыуҙарын күрҙем һәм шундуҡ заявка бирҙем. Бының өсөн маахсус анкета-ғариза тултырырға кәрәк, уны теләгендә булған һәр кем яҙып ебәрә ала. Бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ, иң мөһиме унда барыу өсөн физик һәм рухи яҡтан әҙер булырға тейешһең.  Йыл ярым көтөргә тура килде, былтыр шылтыратып мәғлүәмәттремде алдылар һәм быйыл февраль аҙағында 3 март юлға сығасағыбыҙҙы әйттеләр. Ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәре отряды составында хәрби госпиталдәргә барып, хәлемдән килгәнсә ярҙам күрһәтеүемде гражданлыҡ бурысым тип һананым һәм уны бойомға ашыра алыуыма ҡыуанам. Үҙемде ниндәйҙер геройға тиңләмәйем, маҡтау һүҙҙәрен дә көтмәйем һәм кәрәкмәй ҙә. Илдәге хәлдәр тураһында барыбыҙ ҙа хәбәрҙарбыҙ, яралылар күп, уларға ярҙам кәрәк. Таныштарыбыҙ араһында һәләк булыусылар, ҡаты яраланыусылар бар.. 

-Ирегеҙ менән улығыҙ ҙа МХО яугирҙары, улар тураһында һөйләһәгеҙ?

-Тормош иптәшем дүртенсе йыл һуғышта. Улым Курскийҙа хеҙмәт итте, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашты. Ҡайтҡас хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алды, әлеге ваҡытта Ҡаҙанда нефть университетында уҡый. Контракт төҙөп кире барырға ла уйлаған ине, саҡ күндерҙек. Унда ваҡытта ике ай хәбәрһеҙ юғалып бәйләнешкә сыҡманы. Ул ваҡыттағы кисерештәремде бер Хоҙай ғына белә. Иремдең часы улар эргәһендә ине, командирҙары аша эҙләп таба алды. Атаһы менән улына Белгород сигендә иҫән-һау осрашырға насип булды. Ошо шатлыҡлы мәлдә төшкән фото ла бар, миңә төшөрөп ебәргәйнеләр. Октябрҙә яндарына үҙем юлландым, батальон командиры беҙгә осрашырға рөхсәт бирҙе. Бер юлы иремде лә күрҙем. Ирем отпускаға һирәк ҡайта, былтыр үҙем эргәһенә дүрт тапҡыр барып ҡайттым. Тәүҙә Өфөнән Мәскәүгә осам, артабан поезда Белгородҡа тиклем барам. Өйҙән килтергән күстәнәстәрҙе бигерәк көтә яугирҙар, бигерәк тә ҡаҙы, сәк-сәк яраталар. 

- Ирегеҙ ни өсөн махсус хәрби операцияға барырға булды?

 - Ул хаҡлы ялдағы полиция хеҙмәткәре. Хәрби хәрәкәттәр ветераны, Абхазияла ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт итә. Махсус хәрби операция башланғас та йән тыныслығы тапманы. Йыш ҡына ошо хаҡта һүҙ күтәрә башланы, бер көн иһә ҡайтты ла, мин документтарымды военкоматта ҡалдырҙым, тине. “Ватанды һаҡларға тейешбеҙ” тигән изге уй-ниәт менән МХО-ға юлланды ла инде. Туғаны Тимур Хәйруллин һәләк булғайны, бигерәк тә үҙенә урын тапманы. Йәштәр ҡырыла, ә беҙ бында ятабыҙ, тип үрһәләнде.  Ҡустыһының үлеме лә ошо аҙымға барырға этәргес булғандыр тип уйлайым. Салауат Юлаев батальоны составында китте. Һуғыштағы хәлдәр тураһында һөйләмәй, шылтыратҡан һайын, “Минең барыһы ла һәйбәт”, тип яуаплай.

Әсене бик ярата, шуға ла “Чили” тип позывной алды үҙенә. Хәрби батырлыҡтары өсөн Шайморатов, Жуков миҙалдары менән бүләкләнгән, уның менән сикһеҙ ғорурланам.

-Проектта ҡатнашыуығыҙға ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ нисек ҡараны?

- Ирем менән улым тәүҙә ҡәтғи ҡаршы булдылар, ҡыҙҙарым Динана менән София ниәтемде хупланылар.  Һуңынан ирем шылтыратып: “ Һин бәләкәй түгелһең, үҙең ҡара, һин булдырасаҡһың, бар”, - тине. 8 Март уңайынан 1 канал госпиталгә килеп репортаж эшләне беҙҙең турала. Ирем блиндажда ултырғанда телевизорҙан күреп ҡалған. Минең менән ғорурланыуын, егеттәргә ярҙамдың ысынлап та бик кәрәк булыуын әйтте.

-Луганскиға ниндәй уйҙар менән барҙығыҙ? Ҡурҡыу тойғоһо булдымы?

-Беҙҙең тирмәбеҙҙә республиканың төрлө ҡала-райондарынан ете кеше ине Учалынан беҙ өсәү – Алһыу Хәсәнова, Аида Хәмитова һәм мин. Алһыу менән Аида икенсегә барҙылар. Транспортты «Беренсе тирмә» проекты бирҙе, автобус менән алып барҙылар һәм алып ҡайттылар. Юлда барған арала бер-беребеҙ менән яҡындан дуҫлашып өлгөрҙөк. МХО күптәребеҙҙең тормошона туранан-тура йоғонто яһаған: яҡындары, атайҙары алғы һыҙыҡта ҡатнаша, хәбәрһеҙ юғалғандар... Был сәфәрҙәр уларҙың туғандары өсөн ҙур борсолоу һәм яугирҙарға иғтибар, ярҙам күрһәтеү менән бәйле. Бишбүләктән барған ҡатындың кейәүенән 5,5 ай бер ниндәй ҙә хәбәр булмаған, үлгән инде, тип уйлай башлағандар. Юлда китеп барғанда шылтыратып кейәүенең бәйләнешкә сығыуын әйттеләр.  Барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы хәбәр булды. Бер ҡыҙҙың атаһы февралдә хәбәрһеҙ юғалған, бәлки берәй мәғлүмәт алып булыр, тип китеп барыуы. Етәксебеҙ Зөһрә Салауат ҡыҙы Исмәғилова барыһы тураһында һөйләп аңлатты, интсруктаж бирҙе. Луганск ҡалаһында ҡуртымға алынған, уңайлыҡтары булған фатирҙа йәшәнек. Дауаханаға 15 минутлыҡ юл, такси менән йөрөнөк, ҡиммәт түгел, бер кешенән 150 һум.  Иртән иртүк сығып китеп, кисен генә ҡайтып керә инек. Госпиталдә эшләп ҡайтҡандан һуң хәл йыйырға урын булыуы бик мөһим. Ике аҙналыҡ смена бер тына ла үтеп китте. Ҡыҙҙар менән апалы-һеңлеләргә әйләнеп бөттөк, әле лә аралашып торабыҙ.     

-Ирекмәнлек тормошо нисек үтте?

-Килгән көндө үк беҙҙе госпиталгә алып барҙылар. Дауахана ябыҡ биләмәлә тора, унда береһен дә индермәйҙәр, бөтә ерҙә камералар тора, һаҡ ҡуйылған. Кергән, сыҡҡан кешеләрҙе ентекле тикшерәләр. Был саралар барыһы ла яралыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн эшләнә. Госпиталдә төрлө бүлектәр бар, мин хирургияға эләктем. Яугирҙәрҙе госпиталгә алғы һыҙыҡтан килтерәләр, ҡайһы берәүҙәр дүрәтр ай буйы эсер һыу күрмәгәндәр, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, танырлыҡ та түгелдәр. Бында уларға тәүге кисекмәҫ ярҙам күрһәтелә, артабан Ростовҡа бүлеү үҙәгенә ебәрәләр. Көнөнә йөҙөшәр яралы ҡабул иткән ваҡыттар була.  

-Һеҙ ниндәй ярҙам күрһәттегеҙ?

-Беҙ табиптарға ярҙам иттек, яралыларҙы операцияға әҙерләүҙә ҡатнаштыҡ, палаталарҙа дежурлыҡ иттек, яралыларҙы процедураларға йөрөттөк. Быға тиклем үлеп ҡандан ҡурҡа инем, балалрҙың бармағы сыйылһа ла, истерикаға бирелә торғайным. Был ҡурҡыуымды ла еңдем ошонда килеп.

Госпиталдә ятыусыларҙың физик һыҙланыуҙарын еңеләйтергә ынтылыу менән бер рәттән, уларҙың яралы күңелдәрен дә һауыҡтырырға, йөрәк һыҙлауҙарын бер аҙға булһа ла баҫырға тырыштыҡ. Күптәренең аяҡ-ҡулдары юҡ, операциянан һуң шок хәлен кисерәләр. Ундайҙарҙы нисек тә тынысландырырға, йыуатырға ынтылаһың. Ҡул ярҙамы ла, тел ярҙамы ла кәрәк һәр кешегә, ә яугирҙарға бигерәк тә. Медперсоналдың улар менән оҙаҡ һөйләшеп торорға ваҡыттары юҡ. Ә беҙ, волонтерҙар, йәнәшәләренә ултырып тыңлар, һөйләшер өсөн. Шундай осраҡтар ҙа бар, ҡайһы берәүҙәр телефондары юҡлығы сәбәпле, яртышар йыл яҡындарына шылтырата алмаған. Бында килгәс кенә хәбәр иткәндәр. Егеттәр тыйнаҡ, сабырҙар, асылып бармайҙар. Беҙгә аралашырға тура килгән яугирҙар араһында йәп-йәш, 18-20 йәшлек егеттәр ҙә бар ине. Уларға ҡарайһың да, минең дә улым шул йәштә бит, тип уйлайһың.... Яугирҙар тәм-том яраталар. Беҙ волонтер ҡыҙҙар менән һиҙҙермәй генә үҙ аҡсабыҙға шоколода, кәнфит һатып алып һыйлай торғайныҡ.

Төрлө яҙмышлы ир-егеттәр күп. Бер осраҡ иҫтә ҡалды, 26 йәшлек кенә етем яҡут егете менән аралашырға турак килде. Атаһы башҡорт булған, ата-әсәһен бер ҡасан да күрмәгән. Сәйәхәт итергә ярата, йәйәүләп тотош Рәсәйҙе урап сыҡҡан. Отпускала нимә эшләйәсәкһең, тип һорағас, Мәскәүгә барам, тип яуапланы. Унда нимә бар тигәс, ҡала буйлап йөрөргә ти. Үҙен йәлләп ҡуйҙым. Телефондар менән алыштыҡ, Башҡортостанға юл төшһә, мотлаҡ беҙгә кил, тип саҡырҙым. Сит ил кешеләре – франзуздар, итальяндар бик күп. Араларында бер итальян Рәсәйгә экскурсия менән килгән дә, МХО тураһында ишетеп, ҡыҙыҡһыныуына барып контрактҡа ҡул ҡуйған. Рәсәйҙе яраталар, киләсәктә гражданлыҡ алып йәшәргә ҡалырға уйлайҙар. Тырышып рус телен өйрәнәләр. Телефондарына махсус программа ҡуйып алғандар ҙа, ятлайҙар. 2014 йылдан һуғышта йөрөгән ДХР, ЛХР кешеләре лә бар. Ватанды, яҡындарыңды дошмандан һаҡлау уларҙың ҡанында, холҡонда. Луганскийҙан йәш ҡыҙҙар медик булып МХО башланғандан бирле эшләй. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән табиптар, шәфҡәт туташтары контракт менән килгәндәр, студент, волонтер медиктар бик күп. Һәр ҡайҙа ла беҙгә ярҙамыбыҙ өсөн рәхмәт әйтәләр. Уның мөһимлеген билдәләйҙәр. 

-Ҡайтҡандан һуң тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрҙеме?

- Мин тормошҡа МХО башланыу менән икенсе төрлө ҡарай башлағайным. Һуңынан ирем, улымдан һуң бигерәк тә. Ҡайһы ваҡыт, беҙ ысындан да төрлө донъяларҙа йәшәйбеҙ кеүек тойола. Мин иһә башҡаса булдыра алманым, ысындан да яугирҙарыбыҙға файҙалы булаһым килде. Унда барырға йыйынған һәр кем әхлаҡи яҡтан да, физик яҡтан да бик ауыр буласағын белергә тейеш, ләкин беҙҙең ярҙамыбыҙ ир-егеттәребеҙгә бик кәрәк. Унда булып ҡайтҡандан үуң, кире госпиталгә барыу, медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү һәм яралыларҙы ҡарау теләге уяна. Июль айында тағы ла барырға ниәтләйем. Был миссия үҙенә тарта, бындағы көндәлек проблемалар сүп кенә булып күренә башлай, ваҡ-төйәккә иғтибар итеүҙән туҡтайһың. Һәр кем яҡындарын һаҡлап, тыныс тормоштоң, ғүмерҙәренең, яҡындарының ҡәҙерен белеп йәшәһен ине.

Әлиә ДАУЫТОВА.

 


 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас