

Һаулыҡты тикшереү поликлиникаларҙа тиҙләтелгән рәүештә үткәрелә. Уның төп маҡсаты, яу ҡырында булып ҡайтҡан ир-егеттәребеҙҙең хроник ауырыуҙарын иртә асыҡлау һәм реабилитациялау. Район дауаханаһы баш табибы Илгиз Йосопов әйтеүенсә, диспансеризация ҡыҫҡа ваҡыт эсендә организмдағы тайпылышты асыҡларға мөмкинлек бирә. Медицина страховкаһы полисы буйынса үткәрелә, шунлыҡтан процедура түләүһеҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә лә республика яугирҙәренең махсус хәрби операцияға юлланыр алдынан мотлаҡ диспансеризация үтергә тейешлеген билдәләне. «Бер хәрби ҙә беҙҙә диспансеризация үтмәй тороп, унда китергә тейеш түгел. Улар араһында олораҡтар күп кенә, шуға күрә был бик дөрөҫ», - тине ул.
Баш табип менән поликлиника мөдире Жанна Бәләсова, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлинаға һәм махсус хәрби операция ветерандары «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторы Артур Ғайназаров һәм «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусы, муниципалитет башлығы кәңәшсеһе Ринат Хөснийәров менән берлектә алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарҙы диспансеризациялау процесы нисек ойошторолоуын күрһәтте.
Процедура тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте регистратура белгестәренә шылтыратып та алырға мөмкин. Беҙ быны урында уҡ тикшереп ҡарарға булдыҡ. 8(34791) 3-65-01 номерына шылтыраттыҡ, ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итеүебеҙҙе әйттек. МХО-нан ҡайтҡан ағайыма диспансеризация үтергә кәрәк, тип хәйләләштек. Телефонды алыусы шәфҡәт туташы һорауҙарыбыҙға ихлас яуап бирҙе. Ҡабул итеүгә килеүсенең мотлаҡ паспорты, ветеран таныҡлығы, хәрби билеты, СНИЛС булыуы мөһимлеген, шулай уҡ төрлө анализ тапшырыу өсөн иртән ашамаҫҡа кәрәклеге тураһында әйтте.
Поликлиникаға килгән яугир иһә тәүҙә регистратураға мөрәжәғәт итергә тейеш. Табипҡа яҙылғанда өҫтә әйтелгән документтарығыҙҙы, шул иҫәптән таныҡлығығыҙҙы күрһәтеп, үҙегеҙҙең хәрби ветеран булыуығыҙҙы дәлилләү мөһим. Регистратура эргәһендәге стендта МХО-ла ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеүгә бәйле мәғлүмәт яҙып эленгән.
Регистратурала теркәлгәндән һуң дүртенсе ҡатҡа, 407-се бүлмәлә урынлашҡан профилактика кабинетына күтәрелергә кәрәк. Бында шәфҡәт туташтары кәрәкле документтарҙы тултыра һәм тар белгестәргә, анализдар тапшырырға йүнәлтмәләр бирә. Беҙ килгәндә сират бөтөнләй юҡ ине тиерлек. Ирек Ғайназаров менән Ринат Хөснийәров шәфҡәт туташтарынан ҡағыҙҙарҙы тултыртҡандан һуң артабан терапевт бүлмәһенә йүнәлдек. Яугирҙәрҙе ҡабул итеүгә айырым терапевт бирелгән. Екатерина Шарапова 417а кабинетында дүшәмбе, шаршамбы көндәрендә 15.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем, шишәмбе, кесаҙна, йома көндәрендә 8 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34791) 3-65-01. Тар белгестәргә лә күренеү тотҡарлыҡ тыуҙырмай. Терапевт үҙенең кабинетында уҡ Артур Ғайназаровты компьютер аша хирургҡа яҙҙы. Хирург бүлмәһе янында оҙаҡ көтөргә тура килмәне, беҙҙән алда ингән пациент сығыу менән шәфҡәт туташы яугирҙе саҡырып индерҙе. Жанна Александровна әйтеүенсә, яугир регистратурала теркәлеү менән табиптар уның турала хәбәрҙар буласаҡ. Шуға ла кеше күп булыуға ҡарамҫтан, улар оҙайлы сираттарҙа тормаясаҡ, беренселәрҙән булып саҡырыласаҡтар.
Киләсәктә ошондай пациенттарға ҡаттар буйлап мәшәҡәтләнеп йөрөмәҫ өсөн айырым бүлмәләр булдырыу күҙаллана. Улар беренсе ҡатта, элекке балалар поликлиникаһында урынлашасаҡ. Әлеге ваҡытта унда ремонт бара.
-Яугирҙәр сифатлы һәм комплекслы медицина ярҙамын сиратһыҙ алһын, тулы реабилитация үтһен һәм тиҙ арала ғәҙәти йәшәү тормошона ҡайтһындар өсөн хәлебеҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Иң мөһиме, улар беҙгә ваҡытында мөрәжәғәт итһен. Демобилизацияланған егеттәрҙең исемлеге бар, уларҙың һәр береһенә шылтыратып ҡабул итеүгә саҡырабыҙ, – тине Илгиз Ирек улы.
Бына шулай, хәрбиҙәргә дауаханала бер нисә сәғәт эсендә диспансеризация үтеү мөмкинлеге булдырылған. Әгәр әҙ яҡындарығыҙ МХО-нан ҡайтҡан икән, ҡолаҡтарына төшөрөгөҙ. Сөнки тап ошонда тапшырған анализдар төрлө сирҙәрҙе башынан уҡ асыҡларға ярҙам итә. Диспансеризация тап ошоно күҙ уңында тота ла инде.
Әйткәндәй, 2026 йылда диспансеризация 2008, 2005, 2002, 1999, 1996, 1993, 1990, 1987 йылдарҙа тыуғандар өсөн мотлаҡ. Шулай уҡ 1986 йылға тиклем тыуғандарҙың барыһы өсөн дә.
Бөтә тикшереүҙәрҙе беркетелгән поликлиникағыҙҙа үтергә мөмкин. 75 йәштән өлкәндәр йәки инвалидтар өсөн кәрәкле анализдарҙы табип өйгә килеп ала.
Диспансеризация «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты маҡсаттарына тап килә. Йәш буйынса диспансеризацияға эләкмәһәгеҙ, Һаулыҡ үҙәктәрендә профилактик тикшереү үтергә мөмкин. Шулай уҡ мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса бушлай үткәрелә.
Әлиә ФӘРРӘХОВА.