Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
22 Май , 03:18

"Әүеш"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Әүеш""Әүеш"
"Әүеш"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Әүеш"

Һиңә тағы ҡайтып киләм,
Тыуған яғым, Әүешкүлем.
Һиндә минең йәшәйешем,
Мөхәббәтем, һөйөү гөлөм.

Тәбиғәт гүзәл булғанға -
Йәшәй бында матур халыҡ.
Дәрт-моңдары ташып тора,
Һоҡланамын хайран ҡалып.

Аға Әүлиә шишмәһе, —
Һәр яҙ һайын илһамланып.
Һай, Әүешем! Һиңә ҡайтһам,
Йөрөйөм тик ҡанатланып!

Аҡбаш тулҡындарҙы ҡағып,
Тирбәләһең, Әүешкүлем.
Яр буйҙарың һандуғаслы,
Аҡсарлаҡлы зәңгәр күгең.

Сит яҡтарҙа йөрөгәндә,
Эй, Хоҙайым! Бирсе түҙем.
...Минең йөрәк түрҙәремдә
Мәңге йәшә, Әүешкүлем!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас