

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Ялсығол"
Тағы тауҙарға артылам, -
Саҡыра алыҫ юлдар.
Һеҙҙең ауылдан ҡуҙғалам,
Мең рәхмәт, Ялсығолдар!
Бары тауҙарға саҡырһын
Беҙҙе барасаҡ юлдар.
Иман, ҡот, шатлыҡ теләйем,
Һеҙгә мин, Ялсығолдар!
Нәрәлегә юлға сығам,
Күңелдә - шатлыҡ, нурҙар.
Аҫта, алтын төҫтәрендә, -
Ялтлай игенле ҡырҙар!
Нәрәлегә артыламын,
Саҡыра матур юлдар.
...Күңелемде биләп алған, -
Иһ, сихри таныш моңдар!