Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
26 Май , 03:14

"Балбыҡ"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Балбыҡ""Балбыҡ"
"Балбыҡ"

 

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Балбыҡ"

Һағындым мин һине
Балбығым!
Һандуғаслы һинең
Таллығың.
Гөрләп аға гүзәл
Уй йылғам.
Ярҙарында үҫә
Аҡ ҡылған.
Тыуған яғым, гүзәл
Балбығым.
Һин бит минең рухи
Байлығым!
Бөркөттауҙың айлы
Кистәре.
Аңҡый бында еләк
Еҫтәре.
Һиндә үтте йәшлек -
Ҡартлығым.
...Йөҙөк ҡашым, гүзәл
Балбығым!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас