

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
Шәрип"
Бөтә булған изге ғәмәл
Һеҙҙән сыға Шәриптәр.
Күңелегеҙ намаҙ көйләй,
Ишетелә хәҙистәр!
Һеҙгә барһам, рәхәтлектән
Күңел-хистәрем таша.
Зәйнулла ишан һулышын
Тоям быуаттар аша!
Ғәрифә ҡыҙың ни тора,
Иһ, дәртле шул ҡыҙҙарың
Бейей, думбырала уйнай,
Йә, сиртә ҡумыҙҙарын!
"Хазина"ны ойоштороп,
Күп илдәрҙе ураны.
Башҡорт көйөн ишеттереп,
Сәхнәләрҙе нурланы!
Күңелемдә - йыр ярала,
Тел осонда - хәҙистәр.
...Һеҙгә Хоҙай рәхмәттәре
Мәңге яуһын, Шәриптәр!