

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Кәрим"
Үҙ-үҙемә әйтәм һәр саҡ,
Йәшәһәң һин, матур йәшә!
Һәр килгән көнгә ҡыуанып
Һәм дәртләнеп, Кәримдәрсә!
Тоям, уларҙың күңеле -
Тик изгелек һәм нур сәсә.
Йәшәй улар һоҡландырып
Һәм һоҡланып, Кәримдәрсә.
Йәш саҡтарҙа аралашҡан
Дуҫтар һаман иҫкә төшә.
Күмәс тауы буйҙарында, -
Һәр йыл уңып сейә бешә!
Абруйлы унда атайҙар
Һәм хөрмәтле һәр бер әсә.
Иманлылар төйәге ул, -
Йәшәүҙәре - Кәримдәрсә!
Һөйләшәләр саф башҡортса,
Ҡыуаныстан күңел үҫә.
Кинәйәләп, майлап-тоҙлап,
Үҙҙәренсә, Кәримдәрсә.
Үҙ-үҙемә әйтәм һәр саҡ,
Йәшәһәң һин, шулай йәшә:
Тормош ҡәҙерҙәрен белеп -
Нурҙар сәсеп, Кәримдәрсә!