Яйыҡ
+16 °С
Облачно
Новости
1 Июня , 03:25

"Мулдаҡай"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Мулдаҡай""Мулдаҡай"
"Мулдаҡай"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Мулдаҡай"

Сығып киттем бәхет эҙләргә,
Оҙатып ҡалды йәмле Мулдаҡай.
Күҙ йәштәрен һөрттө әсәйем, -
""Имен генә йөрө, балаҡай".

Минең сәфәр никтер уңманы:
Аҙаштым мин алыҫ юлдарҙа.
Бәхет түгел, сынйыр- бығауҙар
Ялт - йолт итә бөгөн ҡулдарҙа.

Һөйгән йәрем ҡалды ауылда,
Буйға һомғол, йөҙгә ҡараҡай.
Моңһоу хаттар яҙа әсәйем:
""Яңлыштың һуң ниңә, балаҡай?!"

Тәүбәләргә килдем төрмәлә, -
Кисерә күр, Аллам, Аллаҡай!
Тирә - яҡта Себер һыуығы,
Хыялымда - йылы Мулдаҡай!

Тере ҡалып, яҙһа ҡайтырға, -
Берәй заман һиңә, Мулдаҡай.
...Кисермәслек оло гонаһты
Кисерә күр, Аллам, Аллаҡай!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас