Яйыҡ
+16 °С
Облачно
Новости
2 Июня , 03:26

"Учалы"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Учалы""Учалы"
"Учалы"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Учалы"
Беләм, мине һаман юҡһыналыр,
Аҡбаш ҡына, шаян тулҡындар.
Зәңгәр күлем, һине иҫкә алһам, -
Йөрәккәйем илап, һулҡылдар.

Һай, Учалы, Учалы, -
Һин бит минең дуҫ әле.
Һандуғастар моңон әйҙә,
Йырҙарыма ҡуш әле!

Күл буйҙарын һаман йәмләй микән,
Хуш еҫ бөрккән суҡлы муйылдар?
Атайсалым, һиңә бер саҡ ҡайтып,
Нигеҙ ҡорам тигән уйым бар!

Һай, Учалы, Учалы, -
Яҙға саҡлы хуш әле.
Һандуғастай һайрашырбыҙ, -
Беҙ бит моңдаш, дуҫ әле!

Күңелемә, әйҙә, тыуған ерҙең
Йылыһын бир, наҙлы Учалым.
Халҡым өсөн яҡты нурҙар сәсһен,
Мәңге һүнмәҫ ижад усағым!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас