Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
3 Июня , 03:14

"Учалы -2"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Учалы -2""Учалы -2"
"Учалы -2"
 

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Учалы"
Беҙҙең яҡтар күлдәргә бай,
Аҙым һайын шишмәлек.
Тыуған ергә аяҡ баҫһам,
Йөрөйөм гел хисләнеп.
Йәмле генә күл буйҙары -
Һандуғаслы сауҡалыҡ.
Шаян елгә аҡ ҡайындар
Бейешәләр сайҡалып.
Күккә олғашҡан Ирәмәл,
Күл өҫтәре зәп -зәңгәр.
Тыуған яғым, һиңә ҡайтһам,
Шәбәйеп китә хәлдәр!

*****
Учалы - ул матур ҡала,
Һандуғастар ҡалаһы.
Эргәһендә - Ирәндеге,
Сикһеҙ урман -далаһы.
Зәңгәр күлдәргә тоташа
Уның һәр бер тарафы.
Бында йәшәгән халыҡтың
Шундай нурлы ҡарашы
Учалы - ул матур ҡала,
Ул - таусылар ҡалаһы.
Шул тарафта донъя көтә
Моңло башҡорт балаһы!
Кешеләрҙең күрҙем һәр саҡ
Яҡшыһын, изгеләрен.
Шундайҙарға килде минең
Тик шатлыҡ биргеләрем!
Уларҙы мин хөрмәт иттем,
Хөрмәт итәм мәңгелек.
...Яҡташтарҙан күскән миңә:
Илһам, ҡот һәм сәмлелек!
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас