Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
4 Июнь , 09:13

"Мәскәүҙә ҡурай моңо"

Дим Мөжәүировҡа  Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың рәсми рәхмәте иғлан ителде.

"Мәскәүҙә ҡурай моңо""Мәскәүҙә ҡурай моңо"
"Мәскәүҙә ҡурай моңо"

Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй ауыл хеҙмәтсәндәре форумы үтте.  Ауылдар үҫешһен өсөн аграр тармаҡтың алға барыуы ғына етмәй бит ул, кешегә йәшәр өсөн уңайлы, заманса һәм рух ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән шарттар булдырылыуы шарт. Ошо маҡсатта РФ Федерация Советы был сараны даими үткәрә.  Аграр тармаҡ һәм урындағы власть вәкилдәре менән бер рәттән ауыл уҡытыусылары, медицина һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре саҡырыла, күмәкләп фекер алышыу үтә. Пленар ултырыштар, сессиялар, “түңәрәк өҫтәлдәр”, күргәҙмә-йәрминкәләр ойошторла. Форумда ҡатнашыусыларҙың тәҡдимдәре власть органдарына еткерелә генә түгел, Федерация Советы форумды үҙҙәре үткәргәс, туранан-тура ишетәләр.

Быйыл йыйындың пленар өлөшөндә яҡташыбыҙ Дим Мөжәүировҡа  Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың рәсми рәхмәте иғлан ителде.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилия Ғүмәрова был хаҡта түбәндәгесә фекерен белдерҙе:

- Динара һәм Дим Мөжәүировтар – әлеге ваҡытта ауыл ерлегендә эшләгән Башҡортостандың иң сағыу ижади ғаиләләренең береһе. Көндәлек эшмәкәрлектәре йәш быуынды тәрбиәләүгә, халыҡ кәсеп-оҫталыҡтарын, мәҙәни йолаларҙы һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелгән.

Уральск ҡасабаһындағы “Ирәмәл” ижад үҙәге директоры Динара Рәис ҡыҙы тураһында гәзиттә яҙып торабыҙ – туҡыусылыҡ шөғөлөн тергеҙеү проекты тормошҡа ашырылды, учреждениела тәрбиәләнгән балалар ҙа бик йыш әһәмиәтле уңыштарға өлгәшәләр. Ә Дим Рәфҡәт улы үҙенә күрә бер уникаль кеше инде ул. Тыуған ауылы Уральскта Рәис Низаметдиновтың остазлығында ҡурай серҙәренә төшөнә. Һуңынан ошо йүнәлештә училище, Өфөлә сәнғәт академияһын тамамлай. Әле “Ирәмәл” ижад үҙәгендә һәм музыка мәктәбендә (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол) балаларҙы башҡорттоң төп музыка ҡоралында уйнарға өйрәтә. Ҡурайсы һәм педагог булараҡ ҡына  түгел, ҡурай яһау оҫтаһы булараҡ та киң дан алды. Тәүләп остазлыҡҡа тотонған дәүерҙәрҙә ҡурай табыу проблема була. Дим Рәфҡәт улы юҡлыҡҡа һалышмай, үҙе яһап ҡарарға тәүәкәлләй. Башта пластик төрөпкәләрҙе һынап ҡараһа, һуңынан иң ҡулайы һәм моңлоһо ағастан (шпондан) икәнлегенә инана. Хәҙер бик оҫтарып китте, район, республика, хатта, Мәскәү кимәлендәге ҡул эштәре күргәҙмә-конкурстарында ҡатнашып, гел генә бик юғары баһалана. Русса әйткәндә “три в одном” булғас, ҡурайсылар конкурстарына йыш саҡырыла. Музыкант булараҡ конкурсанттарҙың сығыштарын баһалай һәм оҫта булараҡ еңеүсегә үҙ ҡулы менән яһаған ҡурай бүләк итә. Бына әле яңы ғына ошондай визит менән Силәбе өлкәһендә булып ҡайтты.

Ә Мөжәүровтар ғаиләһе федераль телеканалда Республика көнө айҡанлы “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында балҡыуҙары, башҡорт мәҙәниәтен бар Рәсәйгә данлауҙары тураһында яҙғайныҡ инде.

Мәҡәләнең аҙағында үҙебеҙҙең шәхси бер фекерҙе еткерергә ине: Дим Рәфҡәт улы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ, быны тейешле инстанциялар юллаһын ине! Илебеҙҙең власть вертикаленең иң юғары эшелондарында уның фиҙәҡәр хеҙмәтен һәм һәләтен күрҙеләр, беҙгә урында ла  баһалауҙы ҡайғыртыр кәрәктер!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас