Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
4 Июнь , 03:18

"Миндәк"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Миндәк""Миндәк"
"Миндәк"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Мөнир Иҡсановтың  ошо шиғыры көйгә һалынды.

"МИНДӘК"
Алтын ғына мәғдән ҡалҡып сыға,
Ҡуйындарын асһа Миндәгем.
Илкәйемә ниғмәт бирһә икән
Йөрәгемдән сыҡҡан мәғдәнем.

Миндәгемә килеп һөйөнәмен,
Һыуҡайҙары тулы яр булһа.
Миндәгем дә миңә йәмле булмаҫ,
Милләтемдең көсө тар булһа.

Миндәк сөмгөлдәре тәрән түгел,
Йырып сығыр булһам үҙәнен.
Миндәк ағымына бошонмайым,
Илем өсөн көйә үҙәгем.

Миндәк тулҡындары ҡайҙа аға?!
Ҡоя киң яйралы Яйыҡҡа!
Хаҡ юл ярған халҡыма ҡот өҫтәп,
Ташып торсо, рухым, һайыҡма!..

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас