Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
5 Июня , 04:50

51 ауылға юғары тиҙлекле интернет үткәрелә

Ауылдар исемлеге 2025 йылда «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм почта аша үткәрелгән тауыш биреү йомғаҡтары буйынса төҙөлгән.     

Быйыл Башҡортостандың 51 ауылында «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү» милли проекты (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») ярҙамында тотороҡло бәйләнеш һәм юғары тиҙлекле интернет барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында хәбәр иттеләр.

Ауылдар исемлеге 2025 йылда «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм почта аша үткәрелгән тауыш биреү йомғаҡтары буйынса төҙөлгән. Был ауылдар Башҡортостандың 25 муниципаль районында урынлашҡан.

– Ауыл ерендә мобиль элемтәне үҫтереү проекты һанлы сәйәсәттең төп өҫтөнлөктәренең береһе булып ҡала. Башҡортостан Республикаһы ғәҙәттәгесә халыҡтың күпләп йәлеп ителеүен күрһәтә: былтыр 65 меңдән ашыу кеше үҙ төйәген интернетҡа тоташтырыу өсөн тауыш бирҙе. Халыҡтың  әүҙемлеге арҡаһында беҙ бөтә республика буйынса һанлы япма биләмәһен киңәйтеүҙе дауам итәбеҙ, — тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Республика биләмәһендә 4G (LTE) стандарттары буйынса тотороҡло бәйләнеште һәм интернетҡа инеүҙе тәьмин итеүсе заманса база станциялары урынлаштырыласаҡ. Эштәр Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән, Мишкә һәм башҡа райондарҙа уҙғарыла.

«Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау» милли проекты иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарын һанлаштырыуға, шулай уҡ технологик суверенитетҡа һәм лидерлыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Яңы һанлы сервистар Рәсәй халҡының тормошон еңелерәк һәм уңайлыраҡ, ә киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәште һөҙөмтәлерәк итә. ИТ-белгестәр әүҙем әҙерләнә, квант технологиялары һәм яһалма зиһен үҫешә.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Розалия Хисаева фотоһы (fotobank02.ru).

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-06-04/51-auyl-a-yu-ary-ti-lekle-internet-tk-rel-4710057
Автор:Алия Даутова
Читайте нас