Башҡортостандың Шишмә районы предприятиеһы Ҡытай Халыҡ Республикаһына экспорт өсөн аҙыҡ-түлек борсағы партияһын әҙерләне. Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙаталар, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
1,2 мең тоннаға яҡын ҡуҙаҡлы культураны “Россельхознадзор” идаралығы белгестәре тикшергән. Һайлап алынған продукция өлгөләре лабораторияла һынау үткән, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса продукция Ҡытай аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге һәм фитосанитар талаптарына тулыһынса тап килә, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Партияға 46 фитосанитар сертификат бирелгән.
Ҡытай Рәсәйҙән борсаҡты төп импортлаусы булып тора. Рәсәй экспортерҙары 2025 йылдың июленән 2026 йылдың март уртаһына тиклем Ҡытайға 1,1 млн тонна борсаҡ оҙата, был бер йыл элеккегә ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк.
Борсаҡ Башҡортостан өсөн традицион ҡуҙаҡлы культура булып тора, уның тулайым йыйымы 2025 йылда 100 мең тоннанан ашыу тәшкил иткән. Ағымдағы йылда 40 мең гектарҙан ашыу майҙанда борсаҡ сәсеү планлаштырыла.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2025 йылдағы указдары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.