Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Июнь , 03:24

"Оҙонгүл"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ

"Оҙонгүл""Оҙонгүл"
"Оҙонгүл"

 

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Ишмөхәммәт ағай Рамаҙановтың  ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Оҙонгүл"

Нәфис телдәр донъяла күп,
Әсә теленә етмәй.
Матур урындар бихисап,
Тыуған төйәккә етмәй.

Осҡан ҡоштарҙай ҡанатым
Булһа ла осмаҫ инем,
Тыуған ауылым, күлемде
Ятҡа ҡалдырмаҫ инем.

Шөкөр итәм – ташламаным
Оҙонгүлкәй буйҙарын,
Ғүмерем буйы һемерҙем
Йәнтөйәгем һыуҙарын.

Ситкә китһәм моңһоуланам
Тыуған төйәгемде һағынып,
Эзбиз түбәләре саҡыра бит,
Аҡ яулыҡҡайҙарын ябынып.

Оҙонғор тауҙары тәпәш,
Йүгереп менеп була,
Ҡырҙарында ҡыҙыл сейә,
Итәге тулы – йыуа.

Урман - дала сиге булғас,
Юҡ нәмә юҡ үҙендә.
Бай һәм матур төйәккәйем
Мәңге йөрәк түрендә.

Пар аҡҡоштар ғорур йөҙә
Оҙонгүл һыуҙарында -
Күҙ алдарымдан китмәне
Ғүмерем буйҙарына.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас