

«Бер олоно, бер кесене тыңла” тигәндәй, 14 кенә йәшлек ҡыҙыҡай менән һөйләшкәндә бер хәҡиҡәткә тамам инандым: ялҡау ғына гел ваҡыт юҡлыҡҡа бәлә һала, теләге булған – ҡайҙа ла өлгөрә.
Самира Диярова – 1-се Башҡорт лицейы уҡыусыһы һәм төбәгебеҙҙең иң өмөтлө йәш спортсыларының береһе. Өсөнсө кластан алып саңғысылыҡ менән ихлас шөғөлләнә. Башҡортостан, төбәк-ара ярыштарҙа ҡат-ҡат еңеүсе һәм призер булып өлгөрҙө, район кимәле тураһында әйтергә лә кәрәкмәҫ. Бер генә миҫал килтерәйек – быйыл февраль айында 5 километр араны 17 минут 3 секундта үтеп, Өфө чемпионатында беренсе булды. Былтыр Үрге Пышма ҡалаһында үткән уҡыусылар спартакиадаһында “многоборье” буйынса бронза миҙал яуланы. Үҙе иң әһәмиәт биргән ярыш - Ижевск ҡалаһында “Пионерская правда” гәзите призына Бөтә Рәсәй турнирында классик йөрөштә - топ-40, коньки йөрөшөндә – топ-24 исемлегенә эләгеү. Турнирҙа 48 региондан меңгә яҡын Рәсәйҙең иң көслө спортсылары ҡатнашыуын иҫәпкә алғанда, бик тә лайыҡлы күрһәткес. Иң мөһиме – артабан да тренерҙарҙың күрһәтмәләрен теүәл үтәп ныҡлап шөғөлләнгәндә, тәүге урындарға ла дәғүә итә аласағына тамам инана. Йәш бит әле, барыһы ла алда! Әйткәндәй, бала ғына булһа ла, байтаҡ ололарға етеңкерәмәгән аҡыл менән бүлеште: “ Бер кем дә гел еңеүсе була алмай. Шуға ла ярыштарҙа төп маҡсатым – нимә хәлемдән килә, шуны йөҙ процентҡа асырға ынылам. Һәм һуңынан “бушаҡ урындар” тураһында уйлап, уларҙы бөтөрөргә ынтылам”.
Саңғысылар ҡар булмағанда ял итә тип яңылышмағыҙ. Самира менән һөйләшкән көндә ул сәғәт ярым дауамында стадион буйлап лыжероллерҙа 25 саҡрым (!) үтеп өлгөргәйне, ә төштән һуң – былай ғына йүгереү һәм көс күнекмәләре көтә. Ә бынан алдағы көн “ял” булған икән – футбол уйнау менән сикләнгәндәр. Каникул ваҡытында ла урамда ел ҡыуып йөрөгә форсат юҡ – спорт лагерына барасаҡтар. Аңлашыла, көнө-төнө компьютер артында көмөрәйеп ултырырға ваҡыты ла, теләге лә юҡ. Спортсы булыуынан тыш, мәктәп уҡыуында ла яҡшы өлгәшә бит. Сөнки үҙенә аныҡ маҡсат ҡуйған – юғары белемле хәрби медик булырға. Бирһен Хоҙай, тип теләргә генә ҡала – иҫ китекс сыҙамлы һәм көслө табип хәрбиҙәр өсөн айырыуса кәрәк икәнлекте аңлатып торорға ла кәрәкмәй. Киләсәктә биатлон менән шөғөлләнеү мөмкинлеген дә инҡар итмәй (Учалыла бының өсөн шарттар юҡ). Йәнә бер хыялы – Рәсәй гимны аҫтында Олимпида ярыштарының беренсе баҫҡысына күтәрелеү.
Тик бына Самира тик уҡыу һәм күнекмәләргә генә йомолған кеше тигән тәьҫир ҡалмаһын. Бик тә алсаҡ, хәбәргә ихлас, йәтеш ҡыҙыҡай. Һәм ҡәҙерҙе белгән кеше. Үҙе тураһында һөйләүҙән дә алда тренерҙарын маҡтай. Башта Эльмира Бехтерева булһа, әле – Рәмил Йәзәриев, ә мәктәптә физкультуранан Булат Шәйхисламов уҡыта. Һәр береһе өсөн дә йылы һүҙҙәре байтаҡ табылды.
Нимә генә тимә, спорт ғаиләнән башлана инде ул. Мирдар һәм Юлия Дияровтар балаларының спорт менән мауығыуҙарын хуплау менән сикләнмәй, һәр яҡлап булышлыҡ итәләр, тейешле шарттар булдыралар. Өлкән улдары Радмир яҡшы спортсы була, әле Калининград хәрби институтында уҡый. 5-се кластағы Дамиан иһә бокс менән шөғөлләнә. Хәстәрлекле апай һәм тәжрибәле спортсы булараҡ, Самира ла ҡустыһын күҙәтеүенән ысҡындырмаҫҡа ынтыла.
“Тиңдәштәреңә нимә теләр инең?”- тип һорағас, йәш әңгәмәсебеҙ бик тә аҡыллы кәңәш бирҙе: “ Маҡсат ҡуйырға ла, шуға ынтылыр кәрәк. Урамда тегеләй-былай йөрөп, смартфонда саманан тыш оҙаҡ ултырып бер кем дә ваҡытын әрәм итмәһен ине. Һирәкләп кенә чипсы-фәлән, кока-колалар менән һыйланып алам, ләкин сама белергә, сәләмәт рацион буйынса туҡланыр кәрәк. Әлбиттә, тәмәке, хәмер тураһында һүҙ ҙә юҡ! Кемгә спорт оҡшамай, бары күберәк хәрәкәт итергә кәрәктер, сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!”