

Башҡортостанда “Кадрҙар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Кадры”) сығарылыш белгестәренә һәм уларҙың остаздарына ярҙам программаһы эшләп килә. Унда ҡатнашыусы йәш белгестәр һаны хәҙер 17 мең тирәһе, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
2026 йылда республиканың финанс ярҙамы менән эш биреүселәр стажировкаға 130-ҙан ашыу юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы йәлеп итә ала. Был маҡсатта Башҡортостан бюджетынан 10,9 миллион һум аҡса бүленгән. Был унан алдығы йыл менән сағыштырғанда 22 процентҡа күберәк.
- 2026 йылда компания һәр стажерға 243,6 мең һумға тиклем күләмендә ярҙамға иҫәп тота ала. Йәғни ярты йыл эсендә, был стажировка программаһының максималь ваҡыты, эш биреүсе йәш белгескә хеҙмәт хаҡын түләүгә ошо күләмдә аҡса бүлә ала, - ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-06-04/y-sh-belgest-r-e-h-st-rl-y-r-4710061