

8 июнь бәтә Башҡортостанда ,,Урал батыр” эпосы көнө тантаналы билдәләнде. Рухи тамырҙарыбыҙға нигеҙ һалыусы мәңге тере ҡомартҡыбыҙҙы хөрмәтләү тантанаһы БР Башлығы Р.Ф.Хәбировтың инициативаһы буйнса хәҙер инде икенсе тапҡыр үтте.
Һис тә фәстертмәйенсә раҫлай алабыҙ – учалылар ҡалғандар алдында өҫтөнлөккә эйә: былтыр “Комфорт ҡала мөхите формалаштырыу” федераль программаһы буйынса район үҙәгендә арыҫлан атланған Урал батыр һәйкәле ҡоролдо бит. Был тантана ла нәҡ төбәгебеҙҙең яңы рухи үҙәге янында үтте. Уңайы менән файҙаланып, тағын да берҙе шәхси фекеребеҙҙе әйтеп китәйек - скульптор Фәнил Мөслимов кәмендә Учалы районының почетлы гражданы итеп танылырға тейештер. Быуындар алмашыныр, дәүерҙәр үҙгәрер, ә “Урал батыр” эпосы, исмаһам бер ысын башҡорт тере булған саҡта һис онотолмаҫ, һәйкәл дә быуаттар буйына ғорур торор.
Тантанаға балалар күп килеүе, күҙҙәре баҙлап тамашаны күҙәтеүҙәре күңелгә өмөт һәм шатлыҡ бирҙе, артабан яҙмыштары ҡайҙа ғына алып китмәһен, ҡолаҡтарында гел генә“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ” юлдары яңғырап торасаҡ.... (МХО яугирҙәре менән аралашҡанда йыш ишетәбеҙ “Ниндәй генә шартар булмаһын, иң мөһиме – кеше булып ҡалыу”).
Иң башта, милли йыйындар өсөн хәҙер йолаға әйләнгән ғәҙәт буйынса ҡурайсылар “Урал” моңон башҡарҙы. Ҡала ултырағы хакимиәте башлығы Вадим Садиҡов ҡыҫҡаса телмәр тотто, ҡотланы һәм эпостың рухи ҡиммәттәре заман тормошонда ла көнүҙәк икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Автор башҡарыунда Фәнүзә Зөлҡарнаеваның һәйкәл асылыуға бағышланған шиғыры ла алҡыштарға күмелде. Хаҡлы рәүештә Яйыҡбикә псевдонмы алған яҡташыбыҙҙың шиғыры көйгә лә бик матур ятты. Беҙҙең “Яйыҡ” гәзите төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/wall-165174096_50723
Ныҡ йәш булһалар ҙа, танылып өлгөргән сәсәнбикәләребеҙ Наҙгөл Юнысова (етәксеһе Гөлназ Хужина) һәм Амелия Ғафурова (етәксеһе Әлфиә Юнысова ) бик тә килештереп эпостан өҙөктәрҙе яттан һөйләп ишеттерҙеләр. “Һөйләү” генә түгел инде, шундай ҙа образға инеп, бирелеп сығыш яһауҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы, күҙ генә теймәһен балаҡайҙарға!
Ә Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары эпосты һүрәтләгән костюмдарҙа (уҡытыусы-оҫтабикә Гүзәл Узуҡбаеваның тырышлығы) хәҙер бар донъяла популяр “Ай Йола” төркөмө йыры аҫтында бейеүҙәре тамам күңелдәрҙе елпендерҙе.
Байрам артабан филармонияла дауам итте. Йәнһүрәт һәм эпос буйынса сәхнәләштерелгән тамаша күрһәтелде. “Уралтау”, “Ҡойон”, “Хазина” артистары сәхнәлә балҡынылар.
Марсель Нажметдинов (сэсэн), Наҙгөл Юнысова (ейәнсәр), Арслан Шаимов (Урал батыр), Айгиз Ғайсин (Шүлгән), Вилиә Усманова (Һомай), Ринат Халимов (Аҡбузат) сағыу һәм мәғәнәле образдар булдыра алдылар.
.... Ни әйтәң инде – афарин, афарин һәм тағын да бер тапҡыр афарин ойоштороусыларға һәм артистарға!
Тамашаны ҡуйыусы мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы, “Урал батыр” эпосын пропагандалауға нисәмә йылдар көсөн дә, ваҡытын да, һәләтен дә йәлләмәгән Гөлназ Ғайсарованан бер кәлимә комментарий алдыҡ:
-Урал батыр хәтере барыбыҙға ла асыҡ дәлил – бер кеше лә мәңгелек түгел, ә бына ҡылған изге эштәре – мәңгелек. Батырыбыҙ минең өсөн эпос, әкиәт персонажы ғына түгел. Төптән ҡарағанда, башҡорттарға яҡшыны ямандан айырып күрһәткән, артабанғы рухи үҫешебеҙҙе бер ҡалыпҡа һалған бөйөк шәхес бит ул. Эйе, был инаныуымды дәлилләп тә, кире ҡағып та булмай, әммә иманым камил – башҡорттарға ебәрелгән тәүге пәйғәмбәр бит ул! Ҡөрьәндә әйтелә бит – Мөхәммәт пәйғәмбәргә (с.ғ.с) тиклем дә һәр халыҡҡа айырым пәйғәмбәрҙәрҙе Аллаһы Тәғәлә ебәргән була. Ҡалған халыҡтарҙың күбеһе был хаҡта онотһа йә үҙҙәре лә тарих төпкөлөндә ғәйеп булһа, беҙ хәтерләйбеҙ, рухи маяҡ итеп тотабыҙ, был үҙе генә лә оло ғорурлыҡ!
Гөлназ Рәис ҡыҙының һүҙҙәре менән тулыһынса килешәбеҙ. Ислам дине Урал батыр тарафынан һалынған нигеҙгә һуңынан ныҡлы урынлашты. Шуға л хаҡ мосолманлыҡ ҡанундары менән борондан килгән башҡорт менталитеты һис ҡаршы килмәйҙәр. Әйткәндәй, быйыл июль айында был юҫыҡта ҙур мәҙәни ваҡиға көтә – “Урал батыр эҙҙәре буйлап” фестивале үткәреләсәк, тере-һыу һирпелгәндәй, төбәгебеҙгә ҡот һәм йәм өҫтәлер.
Ә мәҡәләне Фәнүзә Зөлҡарнаеваның шиғыры менән тамамлайыҡ:
“Урал батыр, хуш килдең!”
Күпме быуаттар үткәс,
Күпме быуындар киткәс,
Арыҫланға атланып,
Талпынып-ҡанатланып,
Һәйкәл булып Хәтергә,
Ҡоба һүҙен әйтергә
Ҡайта тәү батырыбыҙ,
Ҡайта дәү батырыбыҙ!
Ай, батырыбыҙ Урал,
Ҡулында булыр ҡорал,
Яуыз көстәрҙе еңгән,
Һүҙҙәре ҡанға һеңгән:
“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!”
...Урал батыр, мең йәшә!
Ул бит беҙгә өндәшә:
“Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!”
Оло улы Яйыҡҡа,
Ай, Урал батыр ҡайта,
Һибергә Тере һыуын,
Йәмләргә ерен-һыуын.
Сарсаған күңелдәргә,
Ҡорғаҡһыған йәндәргә
Тере һыуҙың тамсыһы
Шифа булып тамһасы!
Урал батыр, хуш килдең!
Терәге булып илдең,
Хәтерләтеп тарихты,
Тура юлды яҡтыртып
Йәшә булып Тере һүҙ,
Йөрәктәргә һалып ҡуҙ!
Эйе, яҡташтар, яманға юл ҡуймайыҡ, яҡшынан баш тартмайыҡ, батыр әрсегән ерҙәрҙә
кешегә байман табайыҡ, кешегә ил ҡорайыҡ!