Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
10 Июнь , 08:50

ҠАҘАН (хикәйә)

Әхмәтйәнде яҙмыш иркәләмәне. Уға өс йәш тулғанда, әсәһе икенсе балаһын донъяға килтерә алмай, вафат булып ҡуйҙы. Бала сағынан үгәй әсәй ҡулына ҡалды малай. Үгәй әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә, тигәндәренең дөрөҫлөгөн үҙ елкәһендә татып аңларға тура килде.

Уларҙың Өҫкәлек буйындағы бер урамлы ауылының көтөүен алыусы булмай башланы. Мал күп булмағас, мәғәнәһе юҡ. Ауыл халҡы малды тәүҙәрәк алмашлап, аҙаҡ туған-ырыу, күрше-күлән үҙ малын ғына айырып көтөүгә күсте. Әхмәтйәнде алты йәштән көтөүгә ҡуйҙылар. Быға тиклем ул быҙау, ҡаҙ ғына ҡарай ине, хәҙер оло малға сират етте. Елкәһенә ныҡ тейҙе малайҙың, әммә ул түҙҙе. Түҙергә тура килде.

Һигеҙенсене тамамлап, әҙерәк быуынға ултырғас та, Әхмәтйән Йылайыр яғына шылды. Механизаторҙар училищеһына барып инде һәм йыл ярым эсендә «киң профилле механизатор» танытмаһын алып ҡайтты. Йәшәү дәрте, эш ҡомары көслө ине уның – донъяны нығытырға, аяҡҡа баҫып алырға, кешенән кәм йәшәмәҫкә! Армияға эләкмәҫ борон уҡ өйләнде, ауылда бер әбейҙең буш торған өйөн йәшәрлек хәлгә килтереп алды. Ни тиһәң дә, үҙ мөйөшө. Кәләшен үгәй әсәй янына алып ҡайтҡыһы килмәне. Йәйен, ҡышын тракторынан төшмәне, һыйыр ҙа алып ебәрҙеләр. Кәләше лә сәмле, донъя көтөргә йәбешеп ята. Үҙенең кәсебе лә шәп – дебеттән йомшаҡ, ҡабарып торған шәл бәйләй.

Тик бына колхоздың һүлпәнәйеүе генә ошо йәмде боҙҙо кеүек. Йәшәү дәрте һүнгәндәй булды. Фермаларҙан күпләп мал осора башланылар, юҡ ҡына эш хаҡын да айлап-айлап һуңлатыу, йә бөтөнләй юҡҡа сығарыу ғәҙәткә инеп китте.

Әхмәтйәндең тормоштоң тиҫкәрегә тәгәрәгәненә йәне әсене. Артабан ҡайһылайтып йәшәмәк кәрәк? Аҡсалы эш эҙләп сығып китерҙәр ине лә, балалары бәләкәй, унан сит ерҙә һине ҡалъя әҙерләп көтөп торалар тиһеңме?

– Әллә бер-ике умарта алып, бал ҡорто үрсетеп ебәрәбеҙме? Ҡайһы бер кеше балдан уңа бит. – Аптырап йөрөгәндән һуң ҡатынына кәңәш итте Әхмәтйән.

– Булмаҫ ул, – тип кире һуҡты Гөлбикә шунда уҡ. – Ата-бабаң һөнәре түгел, ҡапылғара нисек тотонмаҡ кәрәк?

– Өйрәнер инем әле, айыу ҙа бейергә өйрәнә бит.

– Кейемеңә, тәнеңә май, бензин еҫе һеңеп бөткән дә баһа һинең, ә ҡорт таҙаны ярата, ти, ҡуй. Тракторыңды барыбер ташламаҫһың инде. Унан беҙҙең ҡорт баҙы ла юҡ. Ҡышын ҡайҙа тотаһың?

Был уйынан шулай төңөлдө Әхмәтйән. Малды ишәйтеп ебәрер ине, уныһы ла яңғыҙ кеше өсөн үтә мәшәҡәтле күренде, ит бик төшөмлө кәсепкә оҡшамай. Йөрөй торғас, башына бер яңы уй килде.

– Эй, беләһеңме, Гөлбикә? Иҫемә төштө: мин Йылайырҙа уҡығанда Бирҙәш тигән ауылдан сыуаш егете Сергей менән бер бүлмәлә ятҡайным.

– Йә, шунан?

– Ана шул Сергей тире эшкәртергә өйрәтеп маташҡайны. Әллә ни иғтибарға алмағанмын. Бирҙәшкә барып киләйемме әллә?

– Тирене ни борон әсегән ҡатыҡ та тоҙ менән иләйҙәр ине түгелме ни?

– Юҡ шул. Ул яңыса, хәҙергесә иләй. Тирене һыуға батырып ебетә, шуға ниндәйҙер химикат һала. Үҙенән-үҙе ебей, ти. Кәзә тиреһенән күн эшләргә лә өйрәткәйне. Тире бит беҙҙең ауылда завались!

– Шунан нишләтәһең уны? Һатаһыңмы?

– Әтеү!

Ҡатыны һаман икеләнде, шикләнде.

– Һин кәпәс, тун бесергә, тегергә өйрәнеп алырһың. Әйҙә, риза булһаң, ебәрәм район үҙәгенә, промкомбината. Эре энәле теген машинаһы алып бирәм.

– Эй, хыялый! Ул сыуашыңа ышанаһыңмы?

– Давай, шулайтайыҡ, ә?! Күҙ буяу өсөн тракторҙы ла ташламайым, ваҡ-төйәк йомошҡа уныһы ла кәрәк булып тора бит әле.

– Ҡыланып ҡара, улайһа!

Ҡатынының ыңғай һүҙе йәш ирҙе дәртләндереп ебәрҙе. Китте ул Бирҙәштәге Сергей дуҫына. Өс-дүрт көнгә ял алды, шәмбе, йәкшәмбене тура килтерҙе.

Сергей, ысынлап та, тире менән бик елле кәсеп асып ебәргән. Урман яғы һунарсыларынан затлы кейек тиреләре лә мул эләгә икән. Ауыл һунарсылары кейекте тунап, киреп килтереүҙән башҡаны бик белеп етмәй, быға һата. Бисәһе шәшке, төлкө, һеләүһен, хатта бүре тиреһенән кәпәстәр шыпылдатып ҡына тора.

Бар эшмәкәрлеге мунсаһында бара, ҙур ҡаҙан ҡуйып алған. Мейесенән ут өҙөлмәй.

– Бөтә хикмәт, Ахметзян дус, әлеге химикатны күпме һалыуҙа. Уныһы секрет фирмы, – тип мут ҡына йылмайып, күҙ ҡыҫып алды Сергей. – Һиңә генә әйтәм, күберәк һалһаң, тирең артыҡ ебей ҙә, өҙгөләнә. Еткермәһәң, тирең ҡаты, ҡыптыр була. Давай договоримся, тирегә беҙҙең яҡҡа килмә. Бында мин үҙем өлгөрәм. Үҙегеҙҙең яҡтан йый. Тиренең хаҡы юҡ бит.

Ашыҡмай ғына үҙ эшен башлап ебәрҙе Әхмәтйән. Көн дә мунсаһын йылытты, ҡаҙанына үлсәп кенә һыу ҡойҙо, әлеге химикатын һалды. Башта арзаныраҡ тиреләрен, йөнөн йыуып, таҙартып ҡына тыҡты. «Бисмилла» менән эшен башлағайны, уң булырҙай бит! Ике тәүлек тигәндә тиреләр әҙер ине, уларҙы берәм-берәм ҡараға, көрәнгә манып, кирҙе. Шып-шыма ғына булып ейҙе, йөнө лә ҡойолманы. Әхмәтйән мунса эсендә ҡыуанысынан һикереп-һикереп алды.

– Ай, Сергей дуҫ, мең йәшә!

Эшенең бер генә уңайһыҙ яғы бар: әсегән тиренең еҫе яман, мунсаға яҡын бара башлаһаң, танауҙы ярып килә. Күрше-тирәгә барып етһә, нишләргә, тип аптыранды Әхмәтйән. Үҙе лә, ҡатыны ла түҙә лә ул... Ел еҫте гел ситкә алып китеп тормаҫ бит әле.

Һарыҡ тиреләре менән эш уңғас, хужа ауылдағы һунарсыларҙы йөрөп сыҡты. Ҡатып ятҡан иҫке-моҫҡо кейек тиреләрен йыйып алды. Тегеләре лә тиреләрен үткәреп ҡалырға тырыша, йәйгә ҡалһа, боҙола, ҡортлап та ҡуя.

Кейек тиреләре, эшкәрткәс, йылҡылдап китте, яңы ғына алғандан бер ҙә кәм түгел. Тиреләрен эске соландағы ҡараңғы бүлмәгә йәшерҙе.

Гөлбикәһе, һөйләшкән буйынса, район үҙәгендәге промкомбинатҡа уҡырға китте. Әмәлгә ҡалғандай, бер ауылдашы ла шунда эшләй ине. Ике ай тигәндә тирене әрәм-шәрәм итмәй генә бесергә лә, тегергә лә өйрәнеп алды. Ире һүҙендә торҙо, бар аҡсаһына ҡаланан эре энәле теген машинаһы, төрлө төҫтәге ептәр алып ҡайтты.

Тәүге ҡолаҡлы кәпәсте Әхмәтйән үҙе кейеп алды. Һыу йәнлеге тиреһенән ине ул. Шунда уҡ иғтибар итте ауыл ирҙәре:

– Ҡайҙан алдың? Элек бындай кәпәсте түрәләр генә кейҙе.

– Бай яңы кейем кейһә, хәйерле булһын, ярлы кейһә, ҡайҙан алдың? – тип үпкә белдерҙе Әхмәтйән эре генә. – Теккән урынын беләм. Кәрәкһә, әйтегеҙ, бажалыста!

Был ят кәсебен, әллә барып сыға, әллә юҡ тип, береһенә лә белдермәҫкә тырышһалар ҙа, сер һандыҡта ятамы ни? Хәбәр тиҙ арала таралып та өлгөрҙө.

Фыртауай егеттәр бар әле ауылда. Эт тиреһен башҡа ҡаплап йөрөү күптәренә оят була башлағайны инде, уларҙың ҡул арты еңел булып сыҡты, Әхмәтйән менән Гөлбикә гөрләтеп эш башланы. Ҡыш үтер-үтмәҫтән һыңар урамлы ауылдың ир-егеттәре бөтәһе тиерлек иң кәмендә төлкө, бүре, һеләүһен кәпәстәрен кейҙе. Гөлбикә шул ҡыҙыулығы менән мәктәп йәшендәге бер ҡыҙға тун да тегеп кейҙерҙе. Һарыҡ, башмаҡ, хатта ат тиреләре лә хутҡа китте. Йәш ғаилә әҙер тауарҙы, яҙып ҡуйып, бурысҡа ла биреп торҙо, яҙға хужалыҡта эшләшеү шарты менән дә алыусылар табылды. Ауыл кешеһенең хәленә инә белергә лә кәрәк шул.

Яҙға ғаиләнең байтаҡ аҡсаһы тупланды. Әхмәтйән Йылайыр яғынан шығырлап торған ҡарағай бура килтереп, мүкләп йорт күтәртеп тә ҡуйҙы. Дуҫ бар, дошман бар тигәндәй, һәр ерҙә лә күҙҙәге бүрәнәне күрмәһә лә, сүпте күреүселәр табыла.

Барыһы ла йүнле генә барғанда, бер күршеләре уның «йәтимәк быҙау» икәнен иҫенә төшөрҙө. Беҙҙең хәлдән килмәгәнде, ҡайҙан ҡапыл ғына хәлләнде әле тип, быны эсенә һыйҙыра алмай бер булды.

– Ауылды һаҫытып яталар! Тын да алып булмай! – тип ярһыны.

Төрлө ергә ялыуҙар яуа башланы, хәбәр район гәзитенә үк барып етте. Милиция ла оҙаҡ көттөрмәне, эштең ниҙәлеген төшөнөр өсөн килеп тә етте. Тире эшкәртеүгә, кәпәс, тун тегеүгә лицензияһы бармы? Һалым түләмәйенсә байып ятмаймы?

Ошоға тиклем Әхмәтйән менән Гөлбикәнең был турала уйланғаны ла юҡ ине, әйтеүсе кеше лә булманы. Биренеп саҡ ҡотолоп ҡалдылар. Эшҡыуар түләнә-түләнә документтар йыйҙы. Ҡыуанырға иртәрәк булған икән. Бер төндә:

– Ҡарауыл! Янғын! – тип һөрәнләүҙәренә уянып киттеләр.

Әхмәтйән ыштанда килеш кенә тышҡа атылды. Улар рәхәтләнеп йоҡлай, ә унда шарт та шорт килеп уның оҫтаханаһы яна! Бөтөн килеме көлгә әйләнде. Яҡынса кемдең эше икәнен дә һиҙенде ул, әммә үсләшеп-нитеп йөрөмәне. Әхмәтйән бының башланмыш ҡына икәнен аңланы, оҙаҡ уйлап тормай, донъяһын һатты ла, район үҙәгенә күсенеп китте. Дөрөҫ уйланы ул, һуңғы арала, ул осһоҙға теккән тун-бүректәрҙе кейеп йөрөүселәр ҙә, уны күрә алмаусылар ҙа ауылда күбәйеп киткәйне. Кешенән хөртөрәк йәшәһәң йәшә, артыҡ булма – бына уларҙың кешегә булған талабы. Барыһы менән һуғышып бөтөп булмай.

Бында тире менән булашырға бөтөнләй мөмкин булмай сыҡты. Шулай ҙа аптыранып йөрөмәне ул, ҡулы оҫта, машинаның рәтен белә: как-никак «киң профилле механизатор». Еңел машиналар ремонтлау оҫтаханаһына эшкә алдылар. Ҡатыны үҙе уҡыған промкомбината урынлашты. Эш хаҡтары ла насар түгел. Әммә Әхмәтйәндең күңеле үҙ аллы эшләүгә тартылып тик торҙо. Киләсәген дә күҙаллап, машиналарҙың йәмшәйгән кузовын сүкеп төҙәтеү, буяу, бүтән төҙөкләндереү эштәренә ныҡлап өйрәнде.

Әмәле сығып тора икән ул, ике йыл үтеүгә оҫтахана хужаһы Гарик Манунян, аҡса туплап, ҡайҙалыр шылды, һалымсыларҙан эҙен йәшерә, тинеләр. Оҫтаханаһын Әхмәтйәнгә һатып китте. Күп тә үтмәй бухгалтеры ла хужаһы артынан юҡ булды. Әхмәтйән бының өсөн бик бошоноп торманы, Гөлбикәне йәнә техникумға курсҡа оҙата һалды. Уныһы ике ай эсендә бухгалтер танытмаһы алып, компьютерҙа ла эшләргә өйрәнеп ҡайтты.

Әхмәтйәндең күңеле урынына ултырҙы. Оҫтахананың профилен үҙгәртеп, «Жигули»ҙарға ғына яраҡлаштырып алды, шалтыр-шолтор «Москвич», «Запорожец»тар хәҙер жмот пенсионерҙарҙа ғына ҡалды.

Эшен киңерәк йәйелдереп, эшселәр һанын арттырҙы. Бер нисә йылдан «девятка»һын һатып, иномарка алып ебәрҙе.

Эш – эш менән, әммә тыуған яҡ үҙенә тарта икән барыбер. Гөлбикәһе лә әйләнгән һайын иҫенә төшөрөп тора. Балалары ла, һағындыҡ, тип мыжый. Бер көн йыйындылар ҙа ҡайтып килергә булдылар.

Урам уртаһынан үткәндә иғтибар итте, күбеһенең күҙе ялтлап торған иномаркала. Атаһы йортона барып ингәс тә, машинаны ҡапҡа тышына ҡуйҙы: күрһендәр кем килгәнен. Үгәй әсәһе хәҙер алты йәшлек малайҙы ҡара таңдан һыйыр көтөргә ҡыуып ебәргән уҫал ҡатын түгел. Һурығып ҡалған, күҙҙәре уйсан, үҙе лә тыныс. «Минең уңыштарға өлгәшеүемә, эш ҡәҙерен белеп үҫеүемә тап ошо кеше сәбәпсе түгелме икән?» – тигән уй килде Әхмәтйәндең башына. Ошоға тиклем күңелендә үпкә һаҡлап йөрөгән Әхмәтйәндең аҡ сәсле әбейҙе барып яурынынан ҡосаҡлағыһы, хатта рәхмәт әйткеһе килде. Әлбиттә, Әхмәтйәндең үҙенең дә холҡо ныҡ булғандыр, шулай ҙа...

Яҡын туғандар саҡырмайынса ла тулып китте. Күрше-күлән инеп хәл белде. Әхмәтйән күстәнәсте бөтөнөһөнә лә етерлек килтергәйне. Өҫтәлгә йәйеп һалғас, еңгәләрҙең күҙҙәре йылтырашып китте. Әхмәтйән менән Гөлбикәгә һоҡланып, хатта көнләшеп ҡарағандары тойолдо.

– Эй, мыртый, маладис булып сыҡтың бит әле һин. Ниндәйен машина алып ебәргәнһең. Килендән дә уңдың шикелле. Күгәрсен ҡыҙҙарының электән донъя көтөүсән булыуы билдәле ине инде, – тип Сабирйән ағаһы ла һоҡланыуын йәшермәне. – Кемдән-кемдән, әммә һинән көтмәгәйнем.

– Үҙең нишләп киленде шунан алманың һуң? – тип мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы Әхмәтйәндең атаһы.

– Булманы шул... Туҡта әле, минең әйтә торған һүҙем ул түгел ине.

– Йә, йә...

– Мин бына Әхмәтйән ҡустынан ғәфү итеүен һорарға тип килдем әле. Теге ваҡыт мунсаңды мин яндырғайным бит, мыртый. Вәт дүрәк, ә.

– Бәй, бына һиңә кәрәк булһа?!

– Эйе, эйе... Бына һин, бер етем генә малай, байып киттең, ә минең улым эшһеҙ йөрөй. Шуға эс көтөрләне...

– Бәй, мин бит малайыңды ярҙамсы итеп алам тигәйнем.

– Ялсы булып бил бөгөп, һине байытып ятырғамы?

– Тотаһығыҙ ҙа шулай тиһегеҙ. Ниндәй ялсы ти? Элек колхозда эшләгәндә бер ҙә улай ҡарамай инегеҙ ҙә баһа. Аҡсаһын яҡшы түләр инем.

– Колхоз бит – общий. Ә бында – Һин.

– Әле минең оҫтаханала әллә нисә кеше эшләй. Бер ҙә улай ҡарамайҙар. Эш, аҡса булғанға ҡыуана-ҡыуана эшләп йөрөйҙәр.

– Минең малайҙы ал әле, мыртый? Үҙ затың бит...

«Бына һиңә кәрәк булһа, – тип уйлап ҡуйҙы Әхмәтйән. – Бының тәүбәһе шул буламы икән ни?» Атаһына күҙ һирпеп алғайны, тегеһе «һис ризалашма!» тигән кеүек баш сайҡаны.

– Әлегә минең кешеләр артығы менән етә, берәр урын килеп сыҡһа, хәбәр итермен.

Шунан башҡа һүҙ әйтмәй торҙо Әхмәтйән. Тегеһе хушлашып ҡайтып киткәс, атаһы һүҙен ҡыҫтырып ҡуйҙы.

– Ни в коем случае! Беҙгә нәҫел булһалар ҙа, икенсе заттан улар. Һис ышанма! Улын тағып алыр ҙа йәнә өҫтөңдән яҙышырға тотонор. Әрһеҙҙәр. Шуның өсөн килгән ул. Улына эш табыр өсөн түгел, ә һине батырырға, юҡ итергә теләп.

– Да-а! Ауыл бөткән, сәмәйгә сумған икән... – тип һуҙҙы Әхмәтйән. – Ҡарап-ҡарап торам да, колхозһыҙ ауыл бөтөнләй һүнер кеүек.

– Беҙҙең халыҡ ойоштороп эшләтеүгә генә әүәҫ, үҙен генә ҡалдырһаң, ярға сығарып ташлаған балыҡ кеүек тыпырлай башлай. Шул колхоз йәшәһә, мин дә арҡан ишеп, септә һуғып булһа ла аҡса эшләп ултырыр инем, – тип зарланды атаһы. – Һеҙ килен менән үҙ кәсебегеҙҙе таптығыҙ, маладис, улым.

– Көнләшеүҙәрен, ғорурлыҡтарын онотоп торһалар, бөтөнөһө лә гөрләтеп йәшәр ине.

Әхмәтйән һандуғастар һайрап торған Өҫкәлек буйынан ауыр тойғолар менән сығып китте, ҡырыҫ бала сағы ла, донъя етештерергә ярһыған үҫмер мәле лә ошонда тороп ҡалды. Яратҡан, күрә алмаған кешеләре лә ошонда ҡалды. Өйөнә ҡайтыуына уларҙы бик мөһим хат көтә ине.

«Тиҙ арала Өфөгә килеп ет, дарыуҙар һатыу буйынса компания ойошторҙом. Тәьминәтсе кәрәк. һинең тәжрибәң бар, кил. Ҡайнағаң Сәхәү Әхиәров».

Әхмәтйәндең бүреһе олоно, уның өсөн бөтөнләй яңы донъяның ишеге асылырға тора. Ул яңы ҡаҙанда ҡайнарға әҙер ине...

Зиннур УРАҠСИН.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас