

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Йәмилә Фәррәхованың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Килмәк"
Ғәзиз ауылым – Килмәгем.
Шунда минең йөрәгем!
Күркәм унда тәбиғәт,
Ҡоштары һайрашалар ҙа
Аттары йөрөй кешнәп!
Боронғо атамаһы
Ҡалған беҙгә – Алтаяҡ!
Алтаяҡ тигән ерем –
Йәш быуынға аманат!
Бабабыҙ – Килмәк Рәсүл!
Булған, тиҙәр, есаул!
Бабабыҙҙың исеме
Телебеҙҙән төшмәһә,
Юғалмаҫ минең ауыл!