

12 июнь Рәсәй көнө билдәләнде. Миндәк стадионында “Рәсәй – минең Ватаным” тип исемләнгән ҙур байрам уҙғарыла.
Ауыл хакимиәте башлығы Барис Хужиәхмәтов ҡотлау телмәре тота, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Ишбаева МХО яугирҙәренә ярҙам ойоштороуҙа айырыуса тос өлөш индергән урындағы кешеләргә Рәхмәт хаттары тапшыра.
Дәртләндергес сағыу концерт ҡарауҙан тыш ( клуб мөдире Фәриҙә Фәтҡуллинаға бының өсөн айырым рәхмәт), ҡунаҡтар спорт ярыштарында ҡатнаша йә тамаша ҡыла алдылар. Милли көрәштә Венер Хамзин еңеүсе булып, тәкә менән бүләкләнә. Уғатарҙар ярышына бер кем дә битараф ҡалмағандыр, башҡаһынан тыш, сағыу милли кейемдәре менән сараға йәм бирә бит улар.
1-се урында – Юнир Исламов, Нилә Исламова, 2-се урында – Азамат Юнысов, Рәмзиә Ибәтуллина, “бронза миҙал” алыусылар – Марат Музағафаров, Сәрүәр Махова.
Ә икенсе көнөнө үрҙә яҙған ярыштың чемпиондары һәм ойоштороусылары күрше Белорет районында “Инйәр мәргәне кубгы” турнирында ла ҡатнаштылар. Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы районы һәм Өфө, Күмертау, Нефтекама,Татарстандың Алабуға ҡалаһынан 60-ҡа яҡын уҡсылар йыйыла . Ярыш 13-17 йәшлек балалар араһында,18-55 һәм +55-тәр араһында бара. 6 этапта үтә: “Атака”,”Тиҙатыш”,”Аждаһа”, “Түмәр”,”Тереһыу”, “Һыбайлы”.
Нилә Исламова һәм Динә Вәлиева үҙ номинацияларында чемпион булдылар, шулай уҡ Учалыларҙың “Баҡшай” командаһы 9 команда араһында икенсе урынға сыға. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
-Ярышты ойоштороусы Антон һәм Әлиә Куровтарга, Миннехан хәҙрәткә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, -ти Нилә Жәүҙәт ҡыҙы. –Инйәрҙә милли йәйәнән уҡ атыу буйынса спорт йәйелдерә башлауға ни бары йыл ғына, ә шундай сағыу байрам үткәрә алдылар. Тимәк, был ҡасабала ла мәргәндәр һаны арта барасаҡ, был күренешкә ныҡ һөйөнәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо хәрби сәнғәте артабан да һаҡланырға тейеш, милли уғатарлыҡ – спорт, тарих һәм мәҙәниәтте берләштергән феномен!