

Быйыл 44-се тапҡырға МХО зонаһына гуманитар йөк илтелде, тип хәбәр итә Учалы районындағы М.М.Шайморатов исемендәге штаб (https://vk.com/club228828595).
Әлиә Рәмил ҡыҙы Мәсәлимова “Газель” автомобиле руле артына үҙе ултырып күстәнәстәр еткерә, һуғыш зонаһына хәҙер инде тиҫтәнән ашыу тапҡыр барыуы Ҡоҙаш ауылынан ҡаһарман ҡатындың! Ете бала әсәһе, спортсы һәм йәмәғәтсе (ауыл Советы депутаты, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы) фронттағы хәләл ефетен, туғандарын һәм класташтарын ошолай хәстәрләргә ынтыла. Барған һайын бишбармаҡ менән дә һыйлай, ти.
-Бик шатландылар, ундай ҙур күләмдә гуманитар ярҙам бер юлы килгәне булмаған икән әлегә, - ти Әлиә Рәмил ҡыҙы. – Фронтта бер ни артыҡ түгелдер, әммә бөтә йүнәлештәрҙә лә маскировка селтәрҙәре ныҡ һәм күп кәрәк әлеге көндә. Уларҙы үргән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡулдары арыу-талыу белмәһен, күҙ нурҙары һүрелмәһен инде артабан да! Изге эш башҡарағыҙ барығыҙ ҙа, һалдаттарыбыҙҙы әжәлдән ҡурсалайһығыҙ... Хәлдәр фронтта ҡырҡыу инде, дрондар гуманитар йөк автомобилдәрен шартлатыу осраҡтары йышайҙы, тип тә иҫкәрттеләр.
Йөк автомобиле йүнәлеү форсатын ысҡындырмай, байтаҡ йөк тейәлә: төҙөлөш материалдары, электродтар, монтаж күбеге, бензин бысҡылары, маскировка селтәрҙәре, медикаменттар, тәм-том, башҡа кәрәк-яраҡ.
Халыҡ яугирҙарыбыҙға нисек тә булышлыҡ итергә тырыша бит. Штабтың интернеттағы сәхифәһендә бәйән ителгәндән һуңғы бер-ике аҙнала ғына башҡарылған эпизодтарға туҡталып китәйек:
-«Труженик тыла» ирекмәндәр төркөмө – икешәр тиҫтә тирәһе дрондан ышыҡлаған юрған һәм пончолар, 20 һаҡселтәрҙәр, «Своих не бросаем» төркөмө “эвакуация комплекттары”, карематтар (ергә ятыу япмалары), йылы әйберҙәр тапшыра;
-Ҡолош, Һөләймән, Ильинка, Иҫке Байрамғол ауылдарынан һаҡселтәрҙәр килтерелә;
-Ильяс Вәлишин һәм Ольга Әхмәтханова газ баллондары тапшыра;
-Артур Ғиниәтуллин ремонт батальоны оҫталары өсөн махсус халаттар, бирсәткәләр һәм ойоҡбаштар хәстәрләй;
-Йәштәр бүлеге коллективы аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар менән бүлешә;
-«Дирол» позывнойы менән билдәле МХО ветераны һәм уның тормош иптәше Альбина Мөхәмәтйәнова фронттағыларға шәрбәт тәм-том, кофе, кейем-һалым һәм гигиена саралары ебәрә;
-10-сы урта мәктәптең 10 "А" класы уҡыусылары медикаменттар, тәм-том, салфеткалар йыя, ә 3-сө лицей уҡыусылары йөктәрҙе төрөүҙә ҙур булышлыҡ күрһәткән. Ә.Ғ.Хөсөнтдинов ис. мәктәп уҡыусылары ла аҙыҡ-түлек, гигиена саралары йыя.
P.S. Гуманитар ярҙам түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 6 Б, (“Ветеран” клубы бинаһы), бәйләнеш өсөн телефон номеры - 89610478357