

Ҡунаҡбай ауылының “Аҡ теләк” ағинәйҙәр ойошмаһында күп йылдар инде бик матур йола йәшәп килә. Әле мәсет төҙөлмәҫ элек тә клубта үткәрә килдек. Хәҙер ғибәҙәтханала үтә йылына ике тапҡыр. Ҡай саҡ, йыйыла алмаған ваҡытта ла, егеттәрҙең өйҙәренә барып, аманат тапшырып ҡалабыҙ.
Ниндәй йола тиһегеҙме? “Һалдатҡа оҙатыу”! Ағинәйҙәр табын ҡороп, буласаҡ һалдаттың ата-әсәһен дә саҡырып, үтә был мәғәнәле тантана. Матур теләктәр теләп бетеү тағабыҙ әрмегә йыйынған егеткә, әсәһе икмәк тешләтә, ҡалғанын үҙе ҡайтып еткәнсе тип алып ҡуя.
Үткән айҙа ла мәсеткә ошо сараға йыйналдыҡ, имам Урал хәҙәрәт изге доғалар уҡыны Тимур Азат улы Абдуллин һәм Динар Илдар улы Шәһиев иҫән-һау йөрөп ҡайтһындар тиеп. Ағинәйҙәр етәксеһе Хәлимә Нәжип ҡыҙы Нуретдинова- Гатауллина егеттәргә бетеү тапшырҙы, хакимиәттең бүләген дә бирҙе – һабын, теш пастаһы һәм щетка, ҡырыныу кәрәк-ярағы, таҫтамалдан йыйылма. Ағинәйҙәр үҙҙәре лә хәлдән килгәнсә булышлыҡ итте. Артабан йәнле аралашыу сәй табыны артында дауам итте, өгөт-нәсихәттәр әйтелде, кәңәштәр бирелде.
Быға тиклем дә Тимур Азат улы менән күп сараларҙа осрашырға насип булғайны. Гармунсы бит ул Тимур улыбыҙ! Силәбелә үткән “Играй гармонь!” бөтә Рәсәй сараһында уҡытыусыһы Шәүкәт Рәфҡәт улы Йосопов менән ҡатнашып юғары баһаға лайыҡ булды.
Егеттәренбеҙҙең икеһе лә бик шәп! Иҫән-һау хеҙмәт итеүҙәрен бар күңелдән теләп ҡалабыҙ. Әйткәндәй, тыныс саҡтарҙа ағинәйҙәр ҡоро ағзалары йәйгеһен “каникулға” китә инек. Баҡса, картуф, мал көтөүгә сыға, еләк-емеш йыйыр ваҡыт. Быйыл каникулдар ҙа юҡ. Һаҡселтәрҙәр үрергә йыйылабыҙ, етешмәй китһәк, өйҙәргә алып ҡайтып та таҫмаларҙы киҫәбеҙ. Был изге эштә һәр яҡлап булышлыҡ иткән районыбыҙҙағы М.Шайморатов ис. штаб вәкиле Дамир Ғәнтәр улы Солтановҡа бар ағинәйҙәр исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Һуғыштар ғына тиҙерәк тамамланһын инде!
Таңһылыу Йосопова, Ҡунаҡбай ауылы