Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Июнь , 03:31

Һаулығым –байлығым

Урындағы һаулыҡ һаҡлау системаһының матди базаһы нығытыла бара.

Һаулығым –байлығымҺаулығым –байлығым
Һаулығым –байлығым

Урындағы һаулыҡ һаҡлау системаһының матди базаһы нығытыла бара. Быйыл ғинуар-февраль айҙарында  Миндәк табип амбулаторияһында ишектәр, иҙән япмаһы яңыртылды. Бина эсендә капиталь ремонт үтә, шул ыңғайға яңы “раковиналар”, һыу йылытыу ҡоролмалары ҡуйыла. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә инеү урыны, санузел ҡорола.

Учалы үҙәк район дауаханаһының офтальмология бүлексәһендә  бина сафҡа ингәндән алып ремонт үткәне юҡ ине. Былтыр тәҙрә-ишек, электр системаһы алмаштырылды. Аҡсаны БР  Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бүлә. Бөтә бина яңыртылды тиерлек, меценаттар ҙа ярҙам ҡулы һуҙа. Дауахана хеҙмәткәрҙәре тарафынан йылылыҡ һәм һыу тәьминәте ҡоролмалары алмаштырыла, “палата сигнализацияһы” системаһы монтажлана.  Бөтә бүлмәләрҙә ремонт үтеп сантехника, иҙән-түшәмдәр ипкә килтерелә.

Ә 2024 йылдың ноябрь айында  Туңғатар табип амбулаторияһында яңы ПВХ-тәҙрәләр ҡуйылғайны. Ошо арала унда юл ыңғайы инеп сыҡтыҡ, пациенттар: “Бина йылынып ҡалды”, - тип шатлана. Был эш “БР-ҙа һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” региональ проекты буйынса ғәмәлгә ашырылды (“Һаулыҡ һаҡлау” Милли проекты сиктәрендә). Аҡса федераль һәм республика бюджеттарынан бүленә.

 Ахун табип амбулаторияһында иһә үткән ҡыш ҡыйыҡ капиталь рәүештә ремонтлана, ике тәҙрә яңыртыла.  Эшләү һәм дауаланыу шарттары һиҙелерлек дәрәжәлә яҡшырған. Был да  “БР-ҙа һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” региональ проекты буйынса атҡарылған.

Беҙҙең хәбәрсе

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас