

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Мәүлит Ямалетдиновтың шиғыры көйгә һалынды.
Ҡанъяғалаш ҡубыр булһа бер илдә,
Фетнә тыуа иң беренсе күңелдә.
Тик фетнәсе түгел, тапһыҙ әҙәмдәр
Ҡан-йәш түгә һуғыш барған миҙгелдә.
Тик фетнәсе түгел, тапһыҙ әҙәмдәр
Ҡан-йәш түгә һуғыш барған миҙгелдә.
Был донъяның ҡыҙыҡтары бөткәндәй,
Үҙемдең дә рәт ниңәлер киткәндәй.
Ерҙә һуғыш, ерҙә һуйыш, ерҙә ҡан,
Кәйефтәрем – ахырызаман көткәндәй.
Ерҙә һуғыш, ерҙә һуйыш, ерҙә ҡан,
Кәйефтәрем – ахырызаман көткәндәй.
Был ни заман: ер йөҙөндә кеше яман,
Ә бит халыҡ һис кәмемәй, арта һаман.
Төбәп кенә һорашырлыҡ һис бер зат юҡ,
Хаттин ашып ашҡынабыҙ нигә табан?
Төбәп кенә һорашырлыҡ һис бер зат юҡ,
Хаттин ашып ашҡынабыҙ нигә табан?
Һинең нәфсең үҫә тиеп Ер киңәймәҫ, биғәйбә,
Аҫтындағы мәғдәндәре һис күбәймәҫ, биғәйбә,
Ниғмәт өсөн ҡанъяулашып, бер-береңден ғүмерен
Өҙөү менән яҡты донъя иркенәймәҫ, биғәйбә.
Ниғмәт өсөн ҡанъяулашып, бер-береңден ғүмерен
Өҙөү менән яҡты донъя иркенәймәҫ, биғәйбә.