Яйыҡ
+17 °С
Облачно
Новости
25 Июня , 05:43

Учалы уҡсылары һынатмаҫ

“Тура-хан кубогы” турнирында командабыҙ икенсе урында.  

Учалы уҡсылары һынатмаҫУчалы уҡсылары һынатмаҫ
Учалы уҡсылары һынатмаҫ

20-21 июндә Шишмә районы Тура-хан мавзолейы янында,  күсмә халыҡтарҙың Евразия музейы майҙансығында

милли йәйәнән уҡ атыу буйынса республика турниры үтте .  Улай ғына ла түгел -   Бөтә донья күсмә халыҡтар уйындарына һайлап алыу туры ла  ошо уңайҙан үткәрелә: Яҡутстандан,Бүрәтстандан, Дағстандан, Ҡалмыҡстандан, Татарстандан, Байкал аръяғы крайынан, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән (кереш тарта белгән бөтә региондарҙарн!) йөҙҙән ашыу Рәсәйҙең иң мәргән уҡсылары йыйыла – республикабыҙ өсөн был факт үҙе генә лә бик әһәмиәтле ваҡиға! Рәсәйҙең йыйылма командаһына Баймаҡ районы егете Ғәфүр Рахманғолов үтте. Ошо һайлап алыу турынан һуң  “Тура-хан кубогына” турнир башлана ла инде.  Уныһын ойоштороусыларҙың береһе – яҡташыбыҙ Рәис Низаметдинов.

-Беҙҙең "Баҡшай" командаһы 12 команда араһында 2-се урын яуланы!   Состав - Руслан Әхмәҙиев, Лиана Ихсанова ,Юнир Исламов һәм мин үҙем, – тип һөйөнсөләне Наурыҙ мәргәнбикәһе Нилә Исламова. -  Ә тәүҙә шәхси беренселектәрҙә лә көс һынаштыҡ.  “Хан һунары” тип аталған “ЗД”, йәғни йәнлек һәм ҡоштар һындарына атышта мин һәм ҡустым Рәис Жәүҙәт улы беренсе булдыҡ, Лилиә килен дә өсөнсө урынға сығып һөйөндөрҙө. Шулай уҡ “Тиҙатыш”та (30 секунд үткәнсе сәпкә күберәк уҡ атып өлгөрөү) һәм 55 йәштән олораҡ уғатарҙар араһында “көмөш миҙал”дар яулай алдым. Рәис Низаметдинов та үҙ йәштәгеләр араһында чемпион булды. “3Д” атышта үҙ төркөмдәрендә  Руслан Әхмәҙиев -1-се, Лиана Ихсанова -  2-се урындар яулап алдылар. Ойоштороусыларға рәхмәт! Атаҡлы чемпиондарҙы күреп, улар менән көс тә һынашып, рухташтар менән аралашып бик ҡәнәғәт ҡайттыҡ. Сағыу милли кейемдәр, милли көй-йырҙар, илебеҙҙең төрлө тарафтарынан килгән уҡсылар – оло байрам булып үтте Тура-хан кубогына турнир. Һәм ошондай йыйында “Учалы” атамаһын йыш яңғырата алыуыбыҙ менән ғорурмын!

   Уҡсыларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, оҙаҡ-оҙаҡ йылдар күҙҙәрегеҙ ыласындыҡылай үткер, беләк-яурындарығыҙ ныҡлы, ә рухығығыҙ ошолай күтәренке һәм сәмле булып ҡалһын!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас