Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
29 Июня , 11:05

“Эт күлдәге” тураһында беләгеҙме?

Иҫке Байрамғол ауылының мәҙәниәт йортонда “Бишек туйы” тип аталған этнофестиваль үтте.

“Эт күлдәге” тураһында беләгеҙме?“Эт күлдәге” тураһында беләгеҙме?
“Эт күлдәге” тураһында беләгеҙме?

Иҫке Байрамғол ауылының мәҙәниәт йортонда “Бишек туйы” тип аталған этнофестиваль үтте. Һигеҙ коллектив тамашасыларға сағыу байрам бүләк иттеләр. Сара Башҡортостандағы Ғаилә һәм бөтә Рәсәйҙәге – Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналды.

-Был эшкә тотоноуыбыҙ –хәлдән килгәнсә демография мәсьәләһен хәл итеүҙә булышлыҡ итергә тырышыуыбыҙҙан, - ти урындағы клуб мөдире Рита ханым Абдрәхимова.- Борон-борондан ауылдарҙа балалар күп булды, һәр береһенең донъяға килеүе ата-әсәһенең генә шатлығы түгел, милли йолаларға үрелгән  әһәмиәтле ваҡиғаға әйләнгән. Ошо рәүештә  йәмәғәт тарафынан әсәлек  юғары баһа ала килгән, ә был мөнәсәбәт, үҙ сиратында,  кеше ишәйүеүгә этәргес көскә әйләнгән.

Хужаларҙың “Уралым” төркөмө бик тә матур итеп  “Исем туйы” йолаһын сәхнәләштереп күрһәтте. Балаға мулланан исем ҡуштырыу тураһында  барыбыҙ ҙа беләбеҙ, күптәребеҙ был йоланы үтәтергә ынтыла, әммә ҡайһы-бер нескәлектәр тураһында бында тәүләп ишеттек. Мәҫәлән, мулла ысын исемен ҡушҡансы ваҡытлыса “йүргәк исеме” биреп торғандар,  ошо талапты үтәгәнсе бәпесте бишеккә һалырға ла ярамай, ти. Тәүе йүргәкте атаһының күлмәгенән тегеү хәйерле – бала үҙен атаһының ҡосағында итеп хис итәсәк, атаһының еҫен тоясаҡ. Балаға тамам йән ултырғансы ҡырҡ көн үтә, тип һанағандар, шуға ла был осорҙа һаҡлау айырыуса зарур. Яуыз көстәрҙе алдау  өсөн баланы,  йәнәһе лә,  аҡсаға һатып алғандар,  “эт күлдәге” кейҙергәндәр (борон күлдәк ысынында ла тәүҙә көсөккә кейҙерелеп, һуңынан ғына бәпәйгә күскән, ти. Эт күлдәге ете төрлө ҡорамыштан тегелгән булған.  Йәнә бер вариант –уны  балаға кейҙереп алғас аҙак эттәрҙән тешләтеп тә алғандар, эт һымаҡ етеҙ булһын тип  ).  Бишеккә бетеү, суҡ һәм (йәки) ҡыҙыл таҫма, ҡалаҡ эленә, мулла исем ҡушҡанға тиклем бысаҡ һалына  һәм башҡа.

 Инсценировкала һәләк тә килештереп, бөтә шарттарҙы үтәп  мулланы күрһәткән Азат хәҙрәт: “ Ислам дине буйынса бала тыуҙырыу, лайыҡлы тәрбиә бирергә ынтылыу – яҡшы эш кенә түгел, был беҙҙең бурыс! Заманалар ауырлығына һылтанып ошо бурыстан ситләшергә ынтылыу һис тә дөрөҫ түгел, сөнки был донъяға һәр бала үҙ ризығы менән килә!” –тигән фекерҙә. Биш бала атаһының һүҙенә ҡолаҡ һалырлыҡ...

 Бәпестең олатаһын башҡарған Ялсығол ауылынан Ғәли Насиров бер ҙә 67 йәштәмен тип ҡарап торманы, сәхнәләге уйынынан тыш, бик килештереп бейеп тә тамашасылар күңелен яуланы. Юҡҡа ғына һуңынан “Иң яҡшы бейеүсе” номинацияһында еңеүсе тип танылманы ул. Хәләл ефете Венера ханым “Айырым ҡатнашыусылар” номинацияһында билдәләнде. Аңлашыла, был пар байтаҡ ваҡыт ситтә йәшәп килһә лә, улдары ғына түгел, ейәндәре лә башҡортса яҡшы белә, ҡурай тарталар. Эйе, “Үҙем башҡортса һөйләшәм, тип ғорурланма, ейәндәрем башҡортса һөйләшә, тип ғорурлан” әйтеме бигерәк хаҡ бит ул,  йәмәғәт! Тик бының өсөн тырышлыҡ һәм маҡсатҡа ярашлы эш талап ителә. Этнофестивалдә жюри ағзаһы булып ултырған, Ҡорамаһында  ғына түгел, бөтә Башҡортостанда билдәле сәнғәт эшмәкәре Ғаяз Ибраһимовҡа ысынлап тә көнләшерлек: Учалы ауыллынан килгән ейәнсәре Даяна Усманова сәхнәлә балҡый, кескәй ейәнсәре Азалия тамашаны йотлоғоп күҙәтә, ә ҡыҙы Ынйы нәҡ шул көн Архангель районында “Табын-фест – 2026” байрамында сығыш яһай ине. Собханаллаһ, күҙ теймәһен!

Әйткәндәй, “Йүргәк исеме ҡушыу” йолаһын күрһәткән Кәрим ауылы артистары сығышынан белеп ҡалдыҡ, “ауыҙландырыу” тигән ғәмәл дә була икән: тормошо туҡ үтһен тип теләнеп, бәпәйҙең ирендәренә саҡ ҡына бал һәм май һөрткәндәр икән борон. Шул хәтлем бирелеп, хисләнеп уйнанылар, бәпестең апаһы ролендәге ҡыҙыҡайҙың ысын ҡыуаныслы күҙ йәштәре тамашасыларҙың да күңелдәрен йомшартты. Ғәмүмән, балалар күп йәлеп ителеүе бик шәп.  Ихлас ҡатнашалар. Мәҫәлән, үҙен Алиса Алексеевна тип таныштырған ҡыҙсыҡ, ҡайҙа йәшәйһең тигән һорауға ваҡланып тормайынса : “Рәсәйҙә!” –тип  ғорур яуаплауы берсә көлдөрһә, берсә киләһе быуын өсөн  ғорурлыҡ уятты. Ҡала ҡыҙы булһа ла, башҡортса яҡшы белә, хатта шиғыр һөйләй һәм йырлай. Һигеҙ йәшлек Илназ Ҡурмашев та Мейәстән килгән, әммә өләсәһе туған теленә яҡшы әйрәткән, шәп малай. Ә  бит бәғзе ауыл балалары ла башлыса руссаға күскән заманалар хәҙер!

Барыһы ла бик яҡшы сығыш яһаны, әммә  исеме конкурс тиелгәс,  мәрйәҙәр ҙә ҡуйыла барҙы. Вознесенка ауылынан  "Деревенька" фольклор төркөмө 1-се урынға сыҡты.  Улар рустарҙың исем ҡушыу йолаһын күрһәтте, уларҙа ла тәү йүргәкте фәҡәт атаһының күлдәгенән теккәндәр икән. Ошо сара үтмәһә, был хаҡта белмәҫ тә инек.

Балбыҡ ауылының "Йәнбикә" һәм Иҫке Байрамғолдан  "Уралым" фольклор төркөмдәре икенсе урынды  бүлештеләр,  Кирәбенән "Нянюшки" һәм Кәримдән "Әхирәттәр"  - өсөнсө урындалар. Ойоштороусыларға һәм артистарға тамашасылар, ғөүмүмән, милли рухты һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалырға ынтылыусы милләттәштәр исеменән ҙур рәхмәт!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас