

24 июндә, төндә, Учалы - Мейәс автомобиль юлында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде: ике Учалы кешеһенең ғүмере өҙөлдө. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, BMW маркалы еңел машина водителе, юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре эҙәрлекләүенән ҡасып, транспорт менән идара итеүҙә контролде юғалта. Машина юл ситенә төшә һәм ауҙарыла. Һөҙөмтәлә 2005 һәм 2011 йылғы - 21 һәм 15 йәшлек ике йәш кеше кеше һәләк була. Тағы өс кеше ашығыс рәүештә Учалы үҙәк район дауаханаһының травматология бүлегенә оҙатыла. Ваҡиға урынына шунда уҡ бөтә ашығыс хеҙмәттәр: медицина бригадаһы, ЮХХДИ инспекторҙары һәм 24-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часынан ҡотҡарыусылар килә. Әлеге ваҡытта авария урынында булған фажиғәнең бөтә нескәлектәрен һәм сәбәптәрен асыҡлаусы тәфтиш органдары эшләй.
Ашыҡмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.