Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
30 Июня , 03:55

"Ахун"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Ахун""Ахун"
"Ахун"

 

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Шәүлиә Зөлҡарнаеваның ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Ахун"

Ауылымдың һөйгән бер ҡыҙымын,
Яратыуын уның беләмен.
Һағынғанда барса эшем ташлап,
Ахуныма ҡайтып киләмен.

Сәләм бирә миңә пеләш “Лашбай",
“Зирекле”гә төшөп ҡул йыуам.
Баш осомда турғай сутылданы –
Күңелемдә моңло йыр тыуа.

Баҫыу яҡта йәйрәй мул башаҡтар,
Туғайҙарҙа сәскә еҫтәре
Ҡыр сәсәген үреп таҡыялар
Кейеп ала инек элгәре.

Һаҙлыҡ кисеп, шырлыҡтарҙы үтеп,
“Шүрәле”гә барыу ни түгел.
“Ҡыйҙыш-һыу”ҙа баҫып торҙым бер аҙ –
Саф агымды тойыу – бер ғүмер!

Ауылымдың һөйгән бер ҡыҙымын,
Яратыуын уның беләмен.
Һағынғанда барса эшем ташлап,
Ахуныма ҡайтып киләмен.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас