Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
2 Июля , 04:53

А.Г. Серебрянников иҫтәлегенә турнир үтте

I урында- Зәйнәкәй, II урында- Ураҙ, III урында-Уральск командалары.

А.Г. Серебрянников иҫтәлегенә турнир үттеА.Г. Серебрянников иҫтәлегенә турнир үтте
А.Г. Серебрянников иҫтәлегенә турнир үтте

Амангилде ауыл хакимиәте Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылының спорт майҙансығында Советтар Союзы Геройы Александр Георгиевич Серебрянников кубогына мини-футбол буйынса VI асыҡ турнир ойошторҙо. Ярышта  Зәйнәкәй, Ураҙ, Уральск, Озёрный ауылдарынан  17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе туплаған 4 команда көс һынашты.
Турнир  А.Г. Серебрянников стелаһы, «Ҡаһармандар даны мәңгелек» хәтер галереяһы алдында митинг үткәреүҙән  башланды.
-Һәр заман кешеһе тарих төпкөлөнән алып бөгөнгө көнгәсә батырҙарын, ҡаһарман шәхестәрен белергә, хөрмәт итергә тейеш. Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен өсөн был талап айырыуса йәштәргә  мөһим: беҙ манҡорттар түгел, беҙ башҡорттар! Ошо геройҙар араһында ауылдашыбыҙ Александр Серебрянников та бар, беҙ уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.  Митингта беҙҙең заман геройы - МХО яугире Илдар Талип улы Мирсәйетов та ҡатнашты. Ул йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнергә, сәләмәт тормош алып барырға  өндәне, турнирҙа ҡатнашыусыларға уңышлы сығыш теләне, -тип аңлатма бирҙе беҙгә  урындағы хакимиәттең йәштәр менән эш буйынса белгесе Лиана Лутова.
 Амангилде ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Мөхтәр улы Исламов ярышсыларға йәнле һәм ғәҙел уйын, ил-йортобоҙға тыныслыҡ, махсус хәрби операцияла ил һаҡлаған ир-егеттәребеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ,  еңеү теләп телмәр тота.

  Ә турнир бик ҡыҙыу барҙы, егеттәр етеҙ һәм сәмле, ныҡ әҙерлекле, шуға ла һәр гол өсөн матчтарҙың һуңғы секундына тиклем ҡыҙыу алыш бара.

I урында- Зәйнәкәй, II урында- Ураҙ, III урында-Уральск командалары.
Айырым номинацияларҙа ла еңеүселәр билдәләнә:”Иң яҡшы һаҡсы” - Илһам Алтынбаев;”Иң шәп ҡапҡасы” -Арсен Хәйруллин;”Иң шәп уйынсы” - Арсен Сөләймәнов;”Иң шәп бомбардир” – Ислам Мөхәмәткилдин;”Иң шәп һөжүмсе” - Эмиль Нәғимйәнов.
Командаларҙы турнирға әҙерләүсе тренерҙарға рәхмәт белдерелә, чемпион булған  Зәйнәкәй командаһының остазы Рөстәм Рәшит улы Мөхәмәтшин турнирҙың «Иң шәп тренеры» тип танылды.  Ал-ял белмәй үҫмерҙәргә уйын  серҙәрен өйрәткән Рөстәм Зиннур улы Йәһүҙинға ла  Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Төп уйын тамамланып, урындар билдәләнгәс майҙанға буласаҡ чемпиондар сыҡты:  Зәйнәкәй һәм Уральскийҙан 12 йәшкә тиклемге малайҙар “дуҫлыҡ матчы” үткәрҙе.  Көсөргәнешле ярышта  Уральск командаһы еңеүгә иреште.
    Һәр йылдағыса, ауылдаштарҙың күмәк көсө менән командаларға ял урыны, бай табын әҙерләнде.
Әһәмиәтле сараны атҡарырға ярҙам иткән, көйәрмәнлек ҡылған һәр кешегә ойоштороусылар һәм спортсылар рәхмәт белдерә.   Турнирҙың спонсорҙары: Амангилде ауыл Советы, «Хәкимйән» мәсете (имамы Юнир хәҙрәт), «Самрау» йәмғиәте (етәксеһе Рафаэль Аллаяров). Уйлап ҡараһаң, башҡорт ауылдарында һәм  мәсеттең ҡатнашлығында рус милләтендәге ҡаһарман яҡташыбыҙҙың яҡты хәтеренә ошолай ихтирам күрһәтеү – быйылғы Халыҡтар берҙәмлеге йылына айырыуса тура килгән бик тә мәғәнәле һәм күркәм сара.  Иманыбыҙ камил - берҙәмлектә көс!

Белешмә (Википедиянан):

Серебрянников (Серебренников) Александр Георгиевич (1 июнь 1904 йыл — 8 июль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (27.08.1943, үлгәндән һуң).

Урыҫ. Башланғыс белем ала. Верхнеурал ҡалаһында быйма баҫыусы була, Белорет ҡалаһында аяҡ кейемдәре артелендә эшләй. 1942 йылда Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан армияға саҡырыла.

1942 йылдың майынан хәрәкәт итеүсе армияла. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

25-се гвардия уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы (6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 13-сө армия, Үҙәк фронт), гвардия өлкән сержанты Серебрянников1943 йылдың 7 июлендә Орел-Курск йүнәлешендәге һуғыштарҙа дошмандың ҙур һөжүмен кире ҡаҡҡҡанда ғәҙәттән тыш батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Взвод командиры ҡаты яралана, киҫкен хәл килеп тыуа. Серебрянников үҙ инициативаһы менән взвод менән командалыҡты ҡабул итә һәм дошмандың аяуһыҙ һөжүмен кире ҡағыу буйынса етәкселек итә. Был алышта шәхсән 50-нән ашыу автоматсыны юҡ итә, үҙенең взводы менән дошмандың 8 атакаһын кире ҡаға . Автоматсылар төркөмө 8-се уҡсылар ротаһының траншеяларына үтеп инеүгә өлгәшә, гвардия өлкән сержанты Серебрянников взводты контратакаға күтәрә, дошманды юҡ итә. Ике тапҡыр яралана, һуғыш яланынан китмәй һәм ғүмеренең һуңғы минутына тиклем взвод менән етәкселек итә. Һуңғы һөжүмде кире ҡаҡҡанда һәләк була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 27 авгусындағы указы менән Серебрянников Александр Георгиевичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас