Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
3 Июля , 03:40

"Майҙан тотто һыбай уғатарҙар"

Килмәк ауылы янындағы «Тарпан» йылҡысылыҡ комплексында милли йәйәнән һыбай уҡ атыу буйынса республика  турниры уҙҙы.

"Майҙан тотто һыбай уғатарҙар""Майҙан тотто һыбай уғатарҙар"
"Майҙан тотто һыбай уғатарҙар"

Килмәк ауылы янындағы «Тарпан» йылҡысылыҡ комплексында милли йәйәнән һыбай уҡ атыу буйынса республика  турниры уҙҙы. Ойоштороусылар: Амангилде ауыл Советы, “Тарпан” ял итеү базаһы (етәксеһе – Марат Ибраһимов) һәм был инициативаны күтәреп сығыусы “БР һыбай уғатарлыҡ ассоциацияһы”   ағзаһы,  Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан  Фәнил Ишбулдин.

Турнир бөтә Башҡортостандан ғына  мәргән уҡсыларҙы йыйманы, Мәскәү өлкәһенән дә спортсылар  үҙҙәрен һынап ҡараны.

Ярыш өс төр маршрутта ойошторолдо.

 «Корея» маршруты:
1-се урын – Нариман Хәйруллин («Юрға» клубы, Әбйәлил районы);
2-се урын -  Рушан Хәсәнов ( «Аҡбуҙат» ипподромы, Өфө);
3-сө урын  - Ярослава Алтынцева  («Восточный ветер» клубы, Мәскәү өлкәһе).
 «Төньяҡ амурҙары» маршруты:
1-се урын  - Рушан Хәсәнов ( «Аҡбуҙат» ипподромы, Өфө);
2-се урын - Нариман Хәйруллин («Юрға» клубы, Әбйәлил районы);
3-сө урын –Асҡар Ишбирҙин (Ҡырмыҫҡалы районы).  

Маршрут «Башня 90» маршруты:
1-се урын  - Рушан Хәсәнов ( «Аҡбуҙат» ипподромы, Өфө);
2-се урын  - Сергей  Симоненков  («Восточный ветер» клубы, Мәскәү өлкәһе);
3-сө урын – Илназ Үҙәнбаев (ҡатай ырыуы исеменән).

Асҡар Ишбирҙин “Еңеүгә ихтыяр көсө” номинацияһында танылһа, райондашыбыҙ Мортаза Исхаҡов иң йәш һыбайлы уғатар булараҡ билдәләнде, уға ни бары 8 йәш.

Спортсылар һәм ҡунаҡтар бар ойоштороусыларға, шул иҫәптән Амангилде ауыл ултырағы башлығы Айҙар Исламовҡа (ул үҙе лә уғатарлыҡ менән мауыға икән), Фәнил Ишбулдинға, матди ярҙам күрһәткән “Самрау” йәмғиәте директоры Рафаэь Аллаяровҡа рәхмәтле.  Яҡшы аттар, майҙансыҡ менән тәьмин иткән  “Тарпан” базаһы хужаһы Марат Ибраһимовтың  сараның юғары кимәлдә үтеүенә индергән өлшө ныҡ тос.

Һый ойоштороусыларға – Лидия Ибраһимоваға, Рита Насироваға, Гөлназ Хакимоваға, Сәсәк Рәхмәтуллиналарға айырым рәхмәт. Турнирҙың музыкаль биҙәлешен Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәҙнәиәт йорото мөдире Гөлнара Исламова хәстәрләй.

-Көндөң матур тороуы,  ғәжәп гүзәл тәбиғәтебеҙ, турнир һыҙатына тиҙ өйрәнгән  яҡшы аттар, уйлап әҙерләнгән  ярыш маршруттары илдең төрлө төбәктәренән йыйылған һыбай уҡсыларының күңелдәренә хуш килде.  Хужаларҙың, ойоштороусыларҙың әҙерләгән тәмле аштары, тамашасылар әүҙемлеге, башҡорт моңдары уҡсыларға дәрт өҫтәне, еңеүҙәргә әйҙәне, -тип ҡәнәғәтлек менән билдәләй ауыл хакимиәттең йәштәр менән эш буйынса белгесе Лиана Лутова.

Бер һүҙ менән, барыһына ла афарин!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас