Яйыҡ
+17 °С
Облачно
Новости
9 Июля , 04:44

Бергә-бергә, оҙаҡ йылдар!

Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнөнә,  Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған күркәм сара

Бергә-бергә, оҙаҡ йылдар!Бергә-бергә, оҙаҡ йылдар!
Бергә-бергә, оҙаҡ йылдар!

Учалы филармонияһында Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнөнә,  Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған күркәм сара үтте.

Бар йыйылған халыҡты Учалы ҡала ултырағы хакимиәте башлығы Вадим Садиҡов ҡотланы, яҡшы теләктәрен еткерҙе.

Ғаилә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә тоғролоҡ өлгөһө - Фәнил Баҡый улы һәм Резида Әхәт ҡыҙы Шәрәфетдиновтарҙың ғаиләһе “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

“Әсәлек даны” миҙалы күп балалы әсәләргә - Әлфиә Хужинаға, Фәниә Ғөбәйҙуллинаға, Гүзәл Ҡасимоваға тапшырыла.

Ҡала хаҡимиәтене башлығының Рәхмәт хаттары менән “гәүһәр” һәм “алтын” туйҙарын  туйлаған парҙар билдәләнде: Вәкил Закир улы һәм Гөлдәр Төхвәт ҡыҙы Фәсхетдиновтар (60 йыл бергә тормош),   Сабит Салауат улы һәм Рәвзилә Ғүмәр ҡыҙы Ягудиндар, Вәзир Мөхәмәт улы һәм Светлана Хәмзә ҡыҙы Хәйретдиновтар (50 йыл).

Тулыраҡ күләмдә гәзитебеҙҙең киләһе һанында яҙырбыҙ, ә әлегә бар бүләкләнеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да бергә-бергә, ҡыуанып һәм ҡалғандарҙы  ҡыуандырып оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас