

Тәбиғәт ҡосағына һыйынып ҡына ултырған Малай Муйнаҡ ауылында ошо көндәрҙә бик тә йөкмәткеле һәм дә мәғәнәле сара үтте. Беҙҙең гәзит хеҙмәткәрҙәренә лә унда ҡатнашырға форсат эләкте.
Ҡасандыр гөрләп торған, бөгөн иһә 28 йортло ғына Малай Муйнаҡ ауылы халҡы бына инде ун биш йыл бик тә матур һәм изге йоланы тормошҡа ашырып килә. Йылдар йылдам рәүештә бер-береһен алыштыра, һыуҙар аға, заманалар ҙа, билдәле булыуынса, башҡасараҡ булып китте. Ләкин бер нимәгә ҡарамай малай муйнаҡтар үҙҙәре нигеҙләгән йолаларына тоғро ҡала килә. Ниндәй йола һуң ул тиерһегеҙ? Ул да булһа атайсалға, ата-бабалар аманатына тоғролоҡ, тамырҙар ныҡлығын күҙәтеү, зат-ырыуға йыл һайын осрашып аралашыуға, кәңәш ҡороуға мөмкинлек булдырыу. Һәр йыл һайын малай муйнаҡтар июль айының тәүге шәмбеһендә бергә йыйылып шәһит булған яҡындарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерә. Ауыл зыяратын ҡый-һыпырҙан таҙарта, үләнен саба. Элекке йылдарҙа зыяраттың ағас кәртәһен рәтләп, буяп тотһалар, хәҙер ул "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы сиктәрендә заманса итеп ҡоршалған.
Һәр башланғыстың инешендә, билдәле булыуынса, кем дә булһа тора, әйҙәй, ойоштора. Малай Муйнаҡ ауылының был гүзәл башланғысы артында ла иҫ киткес көслө рухлы, баҫҡан урынында осҡон сәсрәтеп, барыһын да әйҙүкләп йөрөүсе ханым Гөлфиә Абдрахман ҡыҙы Әйүпова тора.
- Элек, хаҡлы ялға сыҡҡансы, мин ауыл клубында мөдир вазифаһын башҡара торғайным. Мәҙәниәт усағында төрлө саралар йыш уҙғарылып торҙо, бер байрамды ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай торғайныҡ. Уйлана башланым, иҫәндәрҙең күңелен күрәбеҙ, осрашабыҙ, аралашабыҙ. Ә баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштар нисек һуң? Улар ҙа бит ваҡытында гөрләтеп донъя көткән, емертеп эшләгән, балалар үҫтергән. Оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Шулай уйланып йөрөнөм дә 2011 йылда зыяратты таҙартайыҡ, шәһит булған ауылдаштар рухына аяттар бағышлайыҡ, тигән тәҡдим яһаным. Шикләнеберәк ҡараусылар ҙа булды тәүҙәрәк, шулай ҙа беҙҙең ауыл халҡы ифрат әүҙем, бер төптән эш итергә ярата бит ул - риза булдылар, сыҡтылар өмәгә. Тәүге йылда 60-лап кеше ҡатнаштыҡ. Артабан инде күбәйгәндән-күбәйә барҙыҡ, сит тарафтарҙа йәшәүсе, тамырҙары менән Малай Муйнаҡтан булғандар ҙа ҡушылды. Бының өсөн ауылдаштарыма, ғөмүмән, барыһына ла бик тә рәхмәтлемен, - тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Гөлфиә Абдрахман ҡыҙы.
Ойоштороусылар ярҙамсыһыҙ булмай. Был йәһәттән дә малай муйнаҡтарға тел тейҙерерлек түгел. Өй буйынса йөрөп сара уҙғарыу өсөн аҡса йыймай улар. Ярҙам ҡулы һуҙыусы даими бағыусылары ла бар. Рим Мораҙымов, Силәбе өлкәһенең Ҡыйҙыш ауылында йәшәй, фермерлыҡ эше менән шөғөлләнә, эре мөгөҙлө мал үрсетә. Өләсәһе, әсәһе сығыштары менән Малай Муйнаҡтан. Матур йолаға нигеҙ һалынғандан бирле йыл һайын ҡайтып өмәләрҙә ҡатнаша, буяу менән дә ярҙам иткән булған. 2011 йылда уҡ Рим Ризуан улы ҡорбан салдырып, ауылдаштарын һыйлай. Элекке йылдарҙа аш-һыу яланда яраштырылып, халыҡ та эҫе ҡояш аҫтында яланда ултырған. Быйыл иһә Рим Мораҙымовтың ярҙамы менән аят ашы уҙғарыла торған ялан бите күркәмленеп ҡалған. Атайсалына ҡайтҡан ағай-эне, зат-зәүер, ауылдаштар өсөн уңайлы булһын тип уҙаман бында япма (навес), өҫтәлдәр һәм эскәмйләр эшләткән. Төҙөлөш өсөн таҡта, бағанлыҡтар, башҡа төҙөлөш материалдары һатып алған, профнастилды Мейәскә барып шәхсән үҙе алып килгән. Киләһе йылда уҙасаҡ сараға иһә аш-һыу әҙерләгән урынға ла япма төҙөтөргә ниәтләй. Аш-һыу әҙерләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы ул ямғырҙан да, эҫе ҡояш нурҙарынан да һаҡлап торор, тигән уй-фекерҙәрен еткерҙе Рим Мораҙымов. Төҙөлөш эштәрендә актив ҡатнашыусы Малай Муйнаҡ уҙамандары ла маҡтауға лайыҡ. Бына улар - Зәки Әхмәтшин, Әхмәҙулла Нәҙершин, Илгиз Лоҡманов, Дамир Шәрәфетдинов, Азат Әһлиуллин, Илгиз Садиҡов, Ришат Ҡунаҡбаев, Фәрит Усманов, Алик Танатов, Шамил Рәхимов. Афариндан башҡа ни әйтәһең ошодай ир азаматтарына! Маладистар!
Был йоланың төп өлөштәренең береһе - шәһит булған ауылдаштар рухына, ил-көндәрҙең имен булыуын теләп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙ иҫәнлегенә бағышлап ҡорбандар салыу. Әйтергә кәрәк, малай муйнаҡтар был йәһәттән дә һоҡланыу уята. Сөнки ҡорбан салырға теләүселәр шул тиклем күп, хатта алдағы бер-ике йылға сиратҡа уҡ яҙылып ҡуялар икән. Быйыл ҡорбандар салып, ауылдаштарына хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеге Әйүповтарға, Әхмәтшиндарға һәм Рәхимовтарға бирелгән. Һәр береһе хаҡында бәйнә-бәйнә яҙып үтәйек.
Рәхимовтар ғаиләһе исеменән ҡорбанды быйыл Илдус Рәхимов, Шамил Рәхимов, Камил Рәхимов, Салауат Рәхимов, Илүзә Мөхәмәтшина (Рәхимова), уның ҡыҙы Әлмира менән улы Әлмир, Илдар Рәхимовтың ҡыҙы Әлиә салған.
Ошо ҡыҙ-улдарҙың аталары Ишмөхәмәт Муса улы Рәхимов 1926 йылғы була. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Яу яланынан иҫән-аман ҡайта һәм ғүмер буйы колхозда шорник булып эшләй. Ваҡытында билдәле яҙыусы-публицист Рәүеф Насиров уның тураһында байтаҡ мәҡәләләр яҙған булған, ти ҡыҙы Илүзә Мөхәмәтшина. Әсәләре Мәғүзә Ғәлимулла ҡыҙы (уның атаһы Ғәлимырҙа Исмәғил улы Әйүпов Малай Муйнаҡта тәүге колхоз рәйесе була) менән улар 13 балаға ғүмер бирә. 50 йылға яҡын бергә татыу ғүмер итә Мәғүзә һәм Ишмөхәмәт Рәхимовтар.
Ҡорбан салыусы икенсе ғаилә - Әхмәтшиндар. Әҡлимә Мөхәмәтшәриф ҡыҙы һәм Нәғим Нәҙерша улы Әхмәтшиндар дүрт ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирә - Гөлнур, Таңһылыу, Әминә, Лилиә һәм Салауат. Нәғим Әхмәтшин ғүмер буйы колхозда малсылыҡ тармағында эшләй, Әҡлимә Мөхәмәтшәриф ҡыҙы фермала һауынсы, быҙау ҡараусы була. Балалары бөгөн һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан, матур итеп донъя көтәләр. Гөлнур ҡыҙҙары - Ҡырмыҫҡалы районында, Таңһылыу Шишмә районынының Суҡраҡлы ауылында йәшәй, ул алты бала әсәһе. Лилиә Нәғим ҡыҙы Учалы ауылында төпләнгән. Әлеге ваҡытта Салауат ҡустылары һәм Лилиә Нәғим ҡыҙының ире "Башка" позывнойлы яугир махсус хәрби операцияла икән. Атай-әсәйҙәре күптән мәрхүм булһалар ҙа, бер туғандар кендек ҡаны тамған тыуған төйәктәренә ҡайтып йөрөйҙәр, зат-зәүерҙәре байтаҡ икән ауылда. Әхмәтшиндәр ата-әсәләре рухына, МХО-лағы яҡындарының именлегенә бағышлап ҡобан салдылар.
Әйүповтар был йыйында шулай уҡ ҡорбан салыусы ғаиләләрҙең береһе. Рәфиә Фәйзуллина, Рифҡәт Әйүпов, Гөлфиә Әйүпова, Зөлфиә Нәҙершина, Минзилә Әйүпова, Дилбәр Әйүпова бер төптән булып баҡыйлыҡҡа күскән яҡындары рухына изге ҡорбандар бағышлаттылар.
Сәлимә Ғаҡифа ҡыҙы һәм Абдрахман Шамил улы Әйүповтар ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғаилә башлығы Рысай ауылында колхоз рәйесе булып эшләй, бик абруйлы, ихтирамлы уҙаман була. Үҙе йырҙар ижад итеп, шуларҙы гел көйләп йөрөр була. Атайға оҡшап, балалары ла ижади кешеләр. Рифҡәт Абдрахман улы, мәҫәлән, ваҡытында Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу училищеһында уҡый, гармунда оҫта уйнай, конферансье ла булып эшләп ала. Гөлфиә Абдрахман ҡыҙы тыуған ауылында байтаҡ йылдар клуб мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Шуға иғтибар иттек, сараның башынан аҙағына тиклем бер оло бабай эргәһенән кеше өҙөлмәй. Ауыл халҡы, ситтән килгәндәр, олоһо-кесеһе лә бер аҡһаҡал эргәһенә барып һаулыҡ һорашып, үҙҙәрен танытып китә. Ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙан, беҙ ҙә уның эргәһенә ашыҡтыҡ. Закир Шакир улы Лоҡманов тип таныштырҙы үҙен 92 йәшлек аҡһаҡал. Уҙаман 1935 йылда Малай Муйнаҡ ауылында тыуған. Өфөлә кооператив техникумында уҡый. Һайлаған һөнәрен оҡшатмайынса, кире ҡайтҡас, үҙебеҙҙең һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәренә уҡып сыға. Ғүмер буйы колхозда тракторсы булып эшләй, шулай ҙа ете йыл ауыл Советында - секретарь, бер йыл бухгалтер вазифаларын башҡара. Хеҙмәт стажы - 50 йыл. Техниканы яҡшы белгән Закир Шакир улы үҙйөрөшлө трактор ҡороп ала һәм ауылда уҙғарылған һәр өмәлә ҡатнашып, ауылдаштарына ярҙам итеп йәшәй. Бөгөн аҡһаҡал Фәйрүзә ҡыҙы ҡарамағында донъя көтә. Ҡатыны Жеүәйрә Лоҡманова мәрхүмә булғансы, улар 63 йыл бергә татыу ғүмер итәләр, дүрт бала үҫтерәләр. Теремек, алсаҡ, ихлас аҡһаҡалдан оҙон ғүмерлелек сере менән уртаҡлашыуын һорамай булдыра алманыҡ.
- Уның сере ябай - оҙаҡ йәшәйем тиһәң, һәр ваҡыт хәрәкәт итергә кәрәк. Халыҡ юҡҡа ғына хәрәкәттә - бәрәкәт, тимәгән бит. Кешегә насарлыҡ уйламау ҙа күңелдең таҙалығына, намыҫтың сафлығына, эстән үҙ-үҙең менән ҡәнәғәт булыуға килтерә. Мин ғүмер буйы ошо ҡағиҙәләргә таянып йәшәйем, - тине 92 йәшлек аҡһаҡал.
Ни тиклем ябай ҙа, мөһим дә икән бит оҙон ғүмерлелек сере!
Малай Муйнаҡтан илһамланып, дәртләнеп, көс-ҡеүәт алып ҡайттыҡ. Халыҡтың эскерһеҙлеге, берҙәмлеге һәм татыулығы хайран ҡалдырҙы. Матур йолағыҙ киләһе йылдарҙа ла дауам итһен, ә башҡа ауылдар малай муйнаҡтарҙан фәһем алһын ине, тип теләргә генә ҡала.