

БР Башлығы Р.Ф.Хәбировтың Указы менән (30.06.2026 йыл) Мансур ауылында мал ҡотороу осрағы сәбәпле сикләү саралары (карантин) индерелде. Бесәй ун алты йәшлек урындағы ҡыҙҙы тешләй. Йәнлектең патология материалдарын тикшергәндә ҡотороу вирусы асыҡлана. Зыян алған яҡташыбыҙға үҙәк район дауаханаһында шундуҡ ярҙам күрһәтелә, билдәләнгән схема буйынса вакциналар ала ул. Учалы ветеринария станцияһы закон менән ҡаралған бөтә махсус сараларҙы башҡара, шул иҫәптән ошо ерлектәге эйәһеҙ йәнлектәргә вакцинация башҡарыла әлеге мәлдә.
Ниңә бесәйҙәр ҡотора башланы беҙҙә? Иҫегеҙгә төшөрәйек. Быйыл йәй башында ҡоторған бесәй Уральск ҡасабаһында алты йәшлек баланы тешләп унда ла 3 июндән карантин иғлан ителде. 22 ғинуар Өргән ауылында бесәй баланы тешләп, ҡотороу вирусы асыҡланды (тейешле һөҙөмтәләргә ирешкәс, сикләүҙәр 23 март ғәмәлдән сығарылды).Оҡшаш хәл былтыр 17 ноябрь Илтабан ауылында теркәлгәйне (карантин быйыл 17 ғинуарҙа алынды).
-Мансур ауылындағы бесәй ике йыл элек ҡайҙалыр китеп юғалған була. Сир йоҡторғас ҡына кире ҡайта. Йәш хужабикәһе, әлбиттә, шатланып уны ҡулға алмаҡсы була һәм тешләнә. Ярар ҙа йәнлекте шундуҡ биҙрә менән ҡаплап тотоп, һаҡ ҡына тоҡҡа һалып беҙгә килтерәләр, оҙаҡҡа һуҙмайынса (бындай осраҡта бик тә ҡәҙерле ваҡытты юғалтмайынса!) ҡурҡыныс вирус асыҡланды, кисектермәйенсә тейшле саралар күрә башланыҡ, -тип аңлатма бирҙеләр беҙ мөрәжәғәт иткән белгестәр.
Ә ниңә фәҡәт бесәйҙәрҙән йыш тарала башланы? Ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла берәҙәк бесәйҙәр күбәйгән, “мәрхәмәтлеләр” уларҙы ашатып торғас, кеше йәшәгән урындарға эйәләшәләр. Һәм сысҡандарға һунар итәләр, ә сысҡандар, образлы әйткәндә – “ҡырағай тәбиғәттә ҡотороу вирусы таратыу резервуарҙары”, тип төшөндөрҙө ветеринарҙар. Бесәйҙәргә вирус йоғоуҙың икенсе юлы – сирле төлкөләрҙән тешләнеүҙәре, һуңғы дәүерҙә был йыртҡыстарҙың һанын көйләү буйынса етди саралар күрелмәй. Ярар ҙа, исмаһам, берәҙәк эттәр һаны бер аҙ кәметелде. Тик хужалы эттәрҙең дә иректә йөрөү осраҡтары һирәк түгел, улар ҙа ҡоторған төлкө йә бесәй менән талашып, вирусты артабан таратыуҙары бик тә ихтимал. Бәйҙә генә тотоғоҙ!
Сысҡандар үрсергә лә ирек бирергә ярамай, әйткәндәй, был эш тәңгәлендә йорт-участка хужаларына деартизация үткәреүҙә ветстанция булышлыҡ итә ала ( https://vk.com/wall-217323093_1051).
Тағын да барыһының иҫтәренә белгес кәңәштәрен ҡабатлайыҡ:
-бер осраҡта ла берәҙәк һәм ҡырағай йәнлектәргә яҡынлашмағыҙ, был ҡәтғи талапты балаларға яҡшылап төшөндөрөгөҙ;
- мотлаҡ рәүештә йортоғоҙҙағы бөтә бесәй-эттәр ҙә үҙ ваҡытында ҡотороуға ҡаршы вакцинация аша үткәрелергә тейеш;
-ихатаны, йорт янын таҙа тотоғоҙ, аҙыҡ ҡалдыҡтары асыҡ ята икән, берәҙәк һәм ҡырағай йәнлектәрҙе йәлеп итәсәк;
-йорт йәнлектәре гел ҡараулы булһын, үҙҙәрен сәйерерәк тота башлай икән, ашығыс рәүештә ветеринарҙарға мөрәжәғәт итер кәрәк;
-кешене ниндәйҙер хайуан тешләһә йә тырнаһа, яраны һабын менән йыуып, водород перикисе менән эшкәртеп, бик тиҙ медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеү талап ителә.
Бөтә һорауҙар менән ҡала һәм район ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итергә: Учалы ҡалаһы, Әхмәтғәлин урамы, 6-сы йорт, , тел. 8(34791) 6-12-56. Учреждениеның социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәһе - vk.com/public217323093
Был талаптарҙы иңҡар итеп, һуңынан терһәк тешләргә тура килмәһен. Ваҡытында асыҡланып, кисектермәй медицина ярҙамы күрһәтелмәй икән – ҡотороу вирусы кеше өсөн үлемесле!